- Диана, һинең бәләкәй саҡта ниндәй бала булыуың тураһында белге килә.
- Мин изге йәнле, позитив ҡарашлы, хәстәрлекле бала булдым. Баҫалҡы ла инем. Һәр ваҡыт кемделер хәстәрләү һәм кемгәлер ярҙам итергә әҙер бу- лыу маҡсаты менән йәшәнем.
- Был сифаттар нисек сағыла ине?
- Беҙҙә гел йорт хайуандары йәшәне. Әле лә ата-әсәйемдәр һыйыр, йорт ҡуяндары, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Бәләкәй саҡта өйгә урамдағы бесәй-эттәрҙе алып ҡайтып, уларҙы тәрбиәләй торғайным. Бер хәл әле лә хәтеремдә – бесәй балаһын ҡотҡарҙым һәм ул аҙаҡ та беҙҙә йәшәргә ҡалды. Быға тиклем ата-әсәйем өйҙә ҡалдырырға рөхсәт итмәй торғайны. Ми- нең тәүге ярҙам итеү миссияларымдың береһе булып хәтерҙә ҡалған.
- Белеүемсә, һин уҡытыусы һәм теш табибының изгелек һәм аңлашыу хөкөм һөргән ғаиләһендә үҫкәнһең. Атайыңдың юлынан киткәнһең.
- Эйе, һәр ваҡыт кемгәлер ярҙамға әҙер торғанға күрә, миңә нәҡ медицина юлын һайларға кәрәк икәнен алдан белә инем. Шулай ҙа, экология фа- культетына уҡырға инергә уйлап та ҡуйғайным, сөнки мин тәбиғәтте лә һаҡларға, яҡларға яратам. Медицина өлкәһе күңелемә барыбер яҡыныраҡ тойолдо һәм стоматология бүлегенә уҡырға индем. Был ҡарарыма бер ҡасан да үкенгәнем булма- ны. Табип булыу – минең булмышым тип уйлайым.
- Махсус хәрби операция биләмәһенә юлланғансы ҡайҙа эшләнең?
- Әлеге эш урынымда, йәғни Өфө ҡалаһында Республика стоматология поликлини- каһында стоматолог-терапевт булып эшләнем. Бер үк ваҡытта методист эшен дә башҡарҙым. МХО-ға барырға уйлағанымды белгәс тә, етәксебеҙ ҡаршы килмәне, сөнки ул минең ойоштороусы булараҡ һәләтемде лә белә. Үҙ эшемде лә яуаплы башҡарам, юғалып ҡалмайым.
- Махсус хәрби операцияға барырға кәрәклек тураһындағы тәҡдимде нисек ҡабул иттең?
- Был тәҡдим дә түгел ине. Кем бара тип һоранылар һәм мин шунда уҡ үҙемдең кандидатурамды күрһәттем.
- Бындай уй ҡайһы ваҡытта килеп өлгөрҙө?
- Был уй күптән – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар беҙгә дауаланырға килә башлағандан бирле минең башта йөрөй ине. Улар ике аҙналыҡ ҡына отпускыларында тештәрен дауалап өлгөрә алмағандарын яҡшы аңлайым. Яугирҙәрҙе аңлай ҙа, ныҡ йәлләй ҙә инем һәм шул саҡта уҡ барырға кәрәк тип уйлап ҡуйғайным.
- Бындай ҡарар ҡабул итеүе ҡыйын булдымы?
- Иң ҡыйыны – ғаилә менән бәйле ине, сөнки минең бәләкәй балаларым – дүрт йәшлек игеҙәктәрем бар. Балаларҙы, ирҙе ҡалдырып китеүе ауыр. Шулай уҡ ата-әсәйемдәр өсөн дә борсолдом, улар ҙа йәш түгелдәр.
- Уларҙың барыһы ла һинең был ҡыйыу ҡарарыңды нисек ҡабул иттеләр? Иң беренсе кемгә әйттең?
- Иремә алдан уҡ, уйлап йөрөгән саҡта уҡ әйтә килдем. Теләгең бар икән, бараһың инде, тип ул минең был ҡарарымды хупланы. Ваҡыты еткәс, атай- ыма шылтыраттым. Ул мине тыңлағас, бер минут тирәһе өндәшмәй торҙо, шунан: “Кәрәк икән, кәрәк. Теләгең булғас, бараһың инде. Балалар менән нисек булабыҙ, шуны хәл итергә кәрәк хәҙер”, - тине.
- Әсәйеңә нисек әйттең? Ул нимә тине?
- Ата-әсәйемә әйтеүе иң ҡыйыны булды. Уларҙың нимә әйтерен, нисек ҡабул итеүен белмәй инем. Әсәйем бик ныҡ ҡайғырҙы. Ул үҙенең был той- ғоһон йәшермәне, шулай ҙа ата йым кеүек: “Һине барыбер был уйыңдан кире ҡайтарып булмаясаҡ, барырға кәрәк булғас, бараһың инде”, - тине. - Ҡыҙҙарың нисек ҡабул итте был хәбәрҙе?
- Балаларым минең эште яҡ- шы беләләр. Әсәйебеҙ теш дауалай, кешегә ярҙам итә, тиҙәр гел. Кешеләргә ярҙам итергә барам, тинем. Аңлап ҡабул иттеләр. Икәү булғас, уларға барыбер яҡшыраҡ. Мин булмағанда иларҙар тип борсолғайным, үҙҙәрен тыныс тоттолар, ата-әсәйем менән булдылар. Ваҡытлыса Ҡырмыҫҡалылағы балалар баҡсаһына күсереп торорға тура килде.
- Ғаиләң менән бәйләнешкә йыш сыға инеңме?
- Мөмкинлеккә ҡарап шылтырата инем. Гел генә шылтыратып торорға һәм оҙаҡ һөйләшергә мөмкинлек булманы, шул уҡ ваҡытта хәүефле лә. Тиҙ генә хәлдәрҙе белешәбеҙ, бер-беребеҙгә видеолар ебәрәбеҙ, артыҡ һорауҙар бирмәйбеҙ.
- Тәүге төндө нисек үткәрҙегеҙ? Шартлау тауыштары ишетелә инеме?
- Тәүҙә ҡурҡынысыраҡ ине, әлбиттә, шартлау тауыштары ла ишетелә. Тәүге 3-4 төндө бөтөнләй йоҡлай алманыҡ. Ауыр ҙа, ҡурҡыныс та булды. Шулай ҙа бирешмәнек. Беҙҙе ныҡ ҡурсалап торған яугирҙәргә рәхмәт әйткем килә. Улар беҙгә бар яҡлап ярҙам күрһәттеләр.
- Ниндәй шарттарҙа йәшәнегеҙ?
- Ашарға үҙебеҙ бешерҙек. Был эш күберәк беҙҙең водителдәргә йөкмәтелде, сөнки беҙгә иртәнән алып кискә тиклем, ял көндәрһеҙ эшләргә тура кил- де. Көнөнә 15-20 кешене ҡабул итергә тура килде. Һәр береһенә ярҙам күрһәтергә тырыштыҡ.
- Ашығыс һәм ҡатмарлы яр ҙам да күрһәтергә тура килгәндер?
- Бик ҡатмарлы булмаған бер осраҡ булды. Ҡаҡлығып китеп, ҙур сүкеш бер яугирҙең тешен һындырған. Теште һурырғамы-дауаларғамы тигән һорау тыуҙы. Хирург менән кәңәшләшкәндән һуң йәш пациенттың алғы тешен дауалап алып ҡала алдыҡ. Ныҡ ауыр хәлдәгеләрҙе махсус госпиталдәргә ебәрәләр, беҙ күберәк тәүге ярҙамды күрһәттек.
- Яҡынса нисә пациентҡа ярҙам иттең?
- Иҫәп алып барылды. 47 көн эсендә 402 пациентты ҡабул иттем һәм яҡынса 800-ләп теш дауаланым.
- Төндә лә эшләргә тура кил- деме? - Төндә беҙҙе борсорға ты- рышманылар, әлбиттә. Кистәрен күберәк хирургтарға мөрәжәғәт итеүселәр булды.
- Башҡортостан яугирҙәрен осраттыңмы?
- Беҙ күберәк үҙебеҙҙекеләрҙе – Башҡортостан полкын хеҙмәтләндерергә тырыштыҡ. Шулай ҙа башҡаларҙы ла ярҙамыбыҙҙан ташламаныҡ.
- Яугирҙәрҙең кәйефтәре нисек? Нимәләр һөйләйҙәр?
- Уларҙың кәйефтәре хәрбиҙәрсә, илһөйәрҙәрсә. Уларҙың ошо яҡшы һыҙаттары ярҙамын да беҙ ҙә позитив ҡарашта булдыҡ. Улар пессимист булһа, беҙҙең дә кәйеф шулайыраҡ булыр ине.
- Тегендәге һәм бындағы табип-стоматологтың эшендә айырма күрендеме? Ҡайҙа ауырыраҡ тойолдо?
- Алғы һыҙыҡта һиңә теш табибы ғына түгел, ә табип-уни- версал булырға тура килә. Һәр бер осраҡҡа ҡарап, дауалау һәм ярҙам итеү йүнәлешен үҙеңә билдәләргә кәрәк. Бында тик тәжрибә ярҙам итә. Шуға күрә бындағыға ҡарағанда тегендә ҡыйыныраҡ тип бер яҡлап ҡына әйтеп булмай. Был ике төрлө тормош тип әйтергә була.
- Ҡурҡыныс инеме?
- Ҡурҡыныс, әлбиттә, әммә яугирҙәрҙең ярҙамы ҙур булды. Беҙҙең Башҡортостандан икәнде белгәс, бигерәк тә үҙебеҙҙекеләр ярҙам итте.
- Ҡайтҡы килгән саҡтар булдымы?
- Әлбиттә. Бигерәк тә тәүге көндәрҙә мендәр ҡосаҡлап илаған саҡтар булды. Өйҙө, ғаиләне һағындыра. Ныҡ арыған саҡтарҙа ла, иртән тороп, тиҙ генә ҡапҡылап алаһың да, тағы яуға, йәғни эшебеҙгә барабыҙ һәм һуңғы пациентҡа тиклем эшләйбеҙ.
- Һеҙҙе алдан уҡ төрлө хәүефле осраҡтар тураһында иҫкәрттеләрме?
- Уҡытманылар, әммә хәүефһеҙлек хаҡында әңгәмә мотлаҡ була. Әллә ниндәй киҫкен хәлдәр булманы, барыһы ла тыныс үтте. Электр утын күп тапҡырҙар һүндерәләр ине. Ул саҡта телефон аша бәйләнешкә лә сығып булмай. Һыуҙы ла һүндереп торған осраҡтар булды. Әммә бөтә нәмәгә лә күнегәһең һәм быны беҙ ҙур проблемаға һанаманыҡ.
- Биләмәнән сығып йөрөргә мөмкин инеме?
- Үҙебеҙ менән алып килгән аҙыҡ-түлек 47 көнгә етерлек түгел ине. Шуға күрә хәрбиҙәрҙең оҙатыуы аҫтында йөрөргә тура килде.
- Буш ваҡытты нисек үткәрҙегеҙ?
- Беҙҙең буш ваҡыт бөтөнләй булманы тиһәң дә була. Ныҡ арып киткән саҡтарҙа, ятып әҙерәк илап алаһың да, та ғы эшкә тотонаһың. Сменабыҙ тамамланғас, госпиталде ура- тып йүгерәбеҙ, бадминтон уй- нап алабыҙ. Унда ҡараңғы тиҙ төшә. Шуға көн үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың.
- 47 көн – ул ай ярымдан артыҡ ваҡыт. Был срокты тағы ла һуҙырға мөмкин инеме?
- Ундай тәҡдим булды. Әммә барыбыҙ ҙа ғаиләһен, балаларын һағынғайны.
- Әгәр бәләкәй балаларың, ғаиләң булмаған булһа, үҙеңде нисек тотор инең?
- Мин ҡалыр инем. Беҙҙең берҙәм, татыу бригада ла ҡалыр ине. Әллә тағы бер аҙ ваҡытҡа ҡалырғамы икән тип уйлап та ҡуйғайныҡ, әммә һағыныуыбыҙ көслөрәк булып сыҡты.
- Бына һеҙ тыныс биләмәлә йәшәнек тиһегеҙ. Шулай ҙа ниндәйҙер хәүеф, ҡурҡыныс янағандыр бит?
- Бөтөнләй тыныс биләмә тип әйтеп булмай, сөнки алғы һыҙыҡта, хәүефле урында инек. Беҙ яугирҙәргә ышандыҡ, улар беҙҙе һаҡлап, яҡлап торҙо. Һин унда барғанһың икән, хәүефте уйлап тормайһың, ҡурҡыуҙы онотаһың һәм үҙеңдең эшеңде башҡараһың, һинең башҡа һайлар нимәң юҡ. Үҙеңде ҡулға алырға тура килә. Ҡайҙа килгәнебеҙҙе алдан белдек, алдан аңланыҡ, шуға бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләнек.
- Йәшәү шарттары түҙерлек инеме? Ҡайҙа йоҡланығыҙ?
- Түҙерлек ине барыһы ла. Тәүге ваҡытта медпунктта урынлаштыҡ. Унда беҙгә – ҡатын-ҡыҙҙарға карауаттар ҡуйғандар, матрастар йәйгәндәр. Йыуынырға ла урыныбыҙ бар ине. Кер йыуырға ла өйрәнеп алдыҡ. Иң ҡурҡынысы – сысҡандар һәм йыландар булды. Унда улар бик күп ине беҙ барған ваҡытта. Йылан саҡҡан осраҡтар булманы былай.
- Яугирҙәр менән аралашыу мөмкинлеге булдымы?
- Дауаланыу өсөн килгән яугирҙәр менән 2-3 минут ҡына һөйләшеп алырға мөмкинлек була торғайны. Уларҙың һәр береһенең хәрби рух ныҡлығы, илһөйәрлеге, етдилеге һоҡландырҙы. Еңеү өсөн барыһын да эшләргә әҙерҙәр ине.
- Беҙҙең райондан яҡташтар осраманымы?
- Үҙебеҙҙең райондан яҡшы егеттәр осраны. Улар ҙа, мин дә ҡыуандыҡ, һөйләшеп торҙоҡ, ярҙам итеп торғандары өсөн рәхмәтлемен барыһына ла. - Ваҡытты кирегә борһаҡ, бына һиңә махсус хәрби опера- ция биләмәһенә барырға тәҡдим итәләр ти, һин нимә эшләр инең?
- Барыһы ла шулай уҡ булыр ине. Мин унда барғаным өсөн бер секунд та үкенмәнем. Был – тәжрибә туплау, ниндәйҙер тормош ҡиммәттәрен яңынан баһалау.
- Кемдәр һине ҡаршы алды? Күҙ йәштәре лә булғандыр?
- Балалар, ата-әсәйем ҡаршы алды. Тормош иптәшем вахтала ине. Балалар ҡыуанды, ә ата-әсәйем күҙ йәштәрен йәшермәне.
- Урындағы халыҡтың һеҙгә ҡарата мөнәсәбәте нисек булды?
- Хөрмәт итеп торалар. Улар медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур хөрмәт менән ҡарайҙар, хәлдәребеҙҙе белешәләр. Ярҙам кәрәкмәйме тип тә һорайҙар. Үҙҙәре үҫтергән емеш-еләк, сәтләүектәр алып киләләр. Әммә бер кемдән дә, бер нимә лә алмаҫҡа тип беҙгә алдан әйтеп ҡуйғайнылар.
- Ошонда ғүмерем өҙөлөп ҡуйыр тигән уй башыңа килмәнеме?
- Юҡ, ундай уй булманы бөтөнләй. Бер ҡасан да насар уйҙар инмәне күңелгә, тик һағыныу тойғолары ғына булды. Яҡшы эш башҡарыуыбыҙ күңелдәребеҙгә йылылыҡ бирҙе. Барыһына ла ярҙам итке килде.
- Шартлау тауыштарына өйрәнеп китеп буламы?
- Эйе, тауыштар ишетелеп торҙо, сөнки беҙ алғы һыҙыҡтан алыҫ булманыҡ. Һуңыраҡ был тауыштарға өйрәнеп тә киттек.
- Диана, бәләкәй балаларым, ғаиләм бар тип тормайынса яугирҙәргә ярҙам итергә барғаның өсөн һиңә ҙур рәхмәт. Барыһын да һөйләп бөтә алмайһың, аңлайбыҙ. Беҙҙең районда һинең кеүек ҡыйыу, илһөйәр кешеләр булыуы менән ғорурланам. Бында йәшәгән ябай халыҡҡа һәм шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә нимә әйтер инең?
- Ябайыраҡ булырға кәрәк тип әйткем килә. Был иң мөһиме, сөнки унан ҡайтҡас, бындағы кешеләрҙең үҙҙәренә юғарыраҡ планка ҡуйыуы асыҡ күренде. Рухлыраҡ, тыныс һәм татыу булырға һәм һәр саҡ бер-береңә ярҙам итергә кәрәк. Талашмаҫҡа, тупаҫ һөйләшмәҫкә – быларҙың барыһы ла мөһим. Һәр яҡлап ярҙам, терәк булһа, илебеҙҙә лә тыныслыҡ булыр тип уйлайым. - Йылы әңгәмәң өсөн ҙур рәх- мәт!
Розалия БИКТИМЕРОВА тәржемәһе.