Даирә
+13 °С
Облачно
Беҙҙең әңгәмә
21 Апреля 2025, 06:04

Ауыл биләмәһе нисек йәшәй?

 Ҡамышлы ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгиз Бикҡужин менән әңгәмә.

Ауыл биләмәһе нисек йәшәй?Ауыл биләмәһе нисек йәшәй?
Ауыл биләмәһе нисек йәшәй?

 - Илгиз Вәкил улы, ауыл биләмәһе башлығы булыу бик яуаплы, ҙур фиҙаҡәр­лек, күп көс һәм энергия талап иткән, көндө төнгә ялғаған хеҙмәт икәнен беләбеҙ. Ошо тынғыһыҙ эштә байтаҡ йылдар күңел һа­лып эшләйһегеҙ. Һеҙ нисәнсе йылдан алып Ҡа­мышлы ауыл биләмәһенә етәкселек итәһегеҙ? Ниндәй юлдар аша был яуаплы эшкә килдегеҙ?

- 1986 йылда тыуған Түбәнге Төкөн ауылының урта мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһында 3-сө һөнәрсе­лек училищеһында уҡып, эшсе һөнәре ал­дым. Шунан армия сафында ике йыл хеҙмәт иттем. Унан һуң индустриаль-педагогия техникумын тамамлап, тыуған мәктәбемә эшкә ҡайттым. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының геогра­фия факультетына уҡырға индем. 1992-1997 йылдарҙа уҡытыусы булып, география, черчение, башланғыс хәрби әҙерлек фән­дәренән уҡыусыларға белем бирһәм, 1997 - 2000 йылдарҙа мәктәп директоры булдым. Дүрт йыл фермер булып эшләргә лә тура килде.

2000 йылдан Ҡамышлы ауыл Советы ха­кимиәтенә етәкселек итә башланым.

- Һәр эштә лә команда була. Һеҙҙә улар кемдәр?

- Беҙҙең коллектив ҙур түгел. Шулай ҙа хакимиәттәге белгестәр, хеҙмәткәрҙәр үҙ бурыстарын белеп, намыҫ менән башҡа­ра. Улар – эштәргә идара итеүсе Эльвира Ғимранова, йәштәр эштәре буйынса белгес – Андрей Стодольников, бухгалтер – Рим­ма Анохина, водитель - Иван Вардаков, тракторсы - Илшат Хәмитов һәм техник хеҙмәткәр – Алена Ширшова.

Һәр ауылда икешәр депутат, староста­лар бар. Улар менән йыйылыштар үткәреп, кәңәшләшеп, алдағы көндәргә пландар ҡо­роп эшләйбеҙ.

- Ҡамышлы ауыл биләмәһенә ниндәй ауылдар инә?

- Ҡамышлы, Петровка, Ҡаракүл, Үрге Төкөн, Түбәнге Төкөн, Малай һәм Алексан­дровка ауылдары.

- Биләмәлә ниндәй учреждениелар эшләп килә?

- Ике урта дөйөм белем биреү һәм бер төп белем биреү мәктәптәре бар, дүрт ФАП- тың икәүһе эшләй (ҡыҙғанысҡа, икеһендә белгестәр юҡ), дүрт мәҙәни усаҡ, дүрт мага­зин, шулай уҡ өс мәсет, бер сиркәү һәм бер приход.

- Ниндәй программаларҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашаһығыҙ?

- Йыл һайын тиерлек һәр төрлөһөндә ҡатнашырға тырышабыҙ, еңеп тә сығабыҙ. Мәҫәлән, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашып, бер нисә йыл элек “Беларусь” тракторлы бул­дыҡ. Уҙған йыл Үрге Төкөн ауылы клубы­ның түбәһе алмаштырылды. Быйыл халыҡ Түбәнге Төкөн мәктәбенең тәҙрәләрен ал­маштырыу өсөн тауыш бирҙе. Хәҙер еңеп сығырға өмөт итәбеҙ. 2023 йылда “Айыҡ ауыл” конкурсында Үрге Төкөн ауылы өсөнсө урын алып, 60 меңлек сертификатҡа эйә булды.

Берҙәм Рәсәй партияһының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә былтыр Ҡамыш­лы ауылында балалар өсөн уйын майҙан­сығы булдырылды.

- Халыҡтың тормош сифатын тағы ла күтәреү өсөн ниндәй эштәр башҡарыла?

- Былтыр Үрге Төкөн ауылында модул­ле ФАП барлыҡҡа килһә, быйыл Түбәнге Төкөн ауылында ошондай уҡ ФАП төҙөлә башланы. Уҙған йыл биләмә халҡы өсөн Ҡамышлы ауылында модулле почта үҙ ишектәрен асты. Ул почта ғына түгел, унда көнкүреш тауарҙары ла тәҡдим ителә һәм киләсәктә валберис та эшләүе көтөлә. Быларҙың барыһы ла халыҡҡа ҙур уңай­лыҡтар тыуҙыра. Уҙған йыл Александровка ауылында күпер төҙөлә башлағайны, бый­ыл ул файҙаланыуға тапшырыласаҡ (под­рядсы - “Уралмостострой” йәмғиәте). 74-се разъездан Түбәнге Төкөн ауылына тиклем алты саҡрым тирәһе асфальт юл һалынды. Ғөмүмән, ҙур финанс кәрәк булған мөһим нимәләр төҙөү үҙенең ваҡытын көтә. Район хакимиәте ярҙамы менән беҙ ҡуйылған бу­рыстарҙы үтәрбеҙ, тип уйлайым.

- Бөгөнгө көндә ауыл нисек йәшәй?

- Ауыл хакимиәтендә йылдың һәр миҙ­гелендә лә, бигерәк тә яҙҙан көҙгә тиклем, төҙөкләндереү осоронда эш күп була. Ауыл­дарҙың матурлығы, тәртиптә булыуы бын­да йәшәүселәргә бәйле. Ул тәртиптә булһа, халыҡтың үҙенә лә күңелле һәм ҡунаҡтарҙа матур тәьҫораттар ҡалдыра. Матурлыҡҡа ҡарап күңел һөйөнә.

 Яҙын өмәләр ойошторола, йәйҙәрен юл буйҙары сабы­ла, ҡыштарын юлдар ҡарҙан таҙартыла. Ауыл зыяраттары ла ҡаралып тора, йыл һай­ын өмәләр ойошторола, эр­гә-тирә яғы тәртиптә тотола. Һәр ауылда ла көнкүреш ҡал­дыҡтары өсөн контейнерҙар урынлаштырылды, сүп даими йыйыла.

Ауылдар халҡы мал, ҡош-ҡорт аҫрай. Уларҙың бай­тағы хәҙер бесәнлектәрҙе, көтөүлектәрҙе ҡуртымға алды, тағы ла алырҙар, тип уйлайым.

- Ниндәй ауыл хужалығы предприятиелары бар? Уларҙың биләмә үҫешендәге роле ниндәй?

-Түбәнге Төкөн ауылын­дағы “Ҡормаева Э.Р” крәҫтиән-фермер хужалығы биләмәнең күп кенә ер май­ҙанын биләй, шулай уҡ ул ха­лыҡтың пай ерҙәре өлөшөн дә файҙалана. Ул һалым түләп, ауыл биләмәһе бюджетына аҡса индерә. Шулай уҡ Үрге Төкөн ауылында “Рәхмәтул­лин Р.Ф.” крәҫтиән-фермер хужалығы бар. Был хужа­лыҡтар халыҡты байтаҡ эш урындары менән тәьмин итә. Улар төрлө сараларҙа иғәнәселәр ҙә булып тора. Ҡар таҙартыуҙа ла ярҙам итәләр. Миңзәлә һәм Фәрит Йомағоловтар етәкләгән шәхси хужалыҡты ла әйтеп китергә кәрәк. Улар тапшы­рған сифатлы һөт продукци­яһын район ҡулланыусылар йәмғиәтенә ҡараған район үҙәгендәге “Около” магази­нында яратып, тиҙ арала һа­тып алып бөтәләр.

Александровка ауылынан башҡа бөтә ауылдарға ла газ инеүе һөйөнөслө. Яҡын киләсәктә зәңгәр яғыулыҡты Александровка ауылына ла индереүҙе хәстәрләйбеҙ. Хәҙерге заманда интернетһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килте­реүе ауыр, ул һәр ауылда бу­лырға тейеш. Әлеге көндә уны Малай һәм Ҡаракүл ауылда­рына үткәреү күҙаллана.

- Һеҙҙең өсөн тормошоғоҙҙа кем өлгө булып тора?

-Әлбиттә, атайым. Ул тәүҙә урмансы булып эшләй. Артабан Куйбышев исемен­дәге колхозда ете класс белем менән яуаплы, теүәл иҫәп-хи­сап талап иткән эштә колхоз рәйесенең хужалыҡ буйынса мөдире була.

- Тормошоғоҙҙағы иң сағыу ваҡиғалар?

- Һөйгән ҡыҙым менән тормош ҡороу, өс балабыҙҙың донъяға килеүе.

- Иң ҙур теләгегеҙ?

-Донъялар тынысланы­уын, һәр кемдең сәләмәт бу­лыуын, күберәк ҡыуаныслы мәлдәр кисереп йәшәүҙәрен теләйем.

- Махсус хәрби опера­ция тормошҡа үҙ корректи­ровкаһын индерҙе. Байтаҡ яҡташтарыбыҙ Тыуған иле­беҙҙең тыныслығы өсөн хәрби бурыстарын үтәйҙәр. Тылда эштәр нисек бара?

-Ҡатын-ҡыҙҙар маскиров­калау селтәрҙәре үрә, халыҡ яугирҙәр өсөн кәрәк булған әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек тә ебәрә.

- Йомғаҡлап нимә әйтер инегеҙ?

-Халыҡ беҙҙә берҙәм, яуаплы. Уларға актив граж­дан позицияһы өсөн рәхмәт. Мәҙәни тормоштан да ситтә ҡалмайбыҙ. Мәҫәлән, Үрге Төкөндәге “Мәләш” фоль­клор ансамбле (мәҙәни ойо­штороусы -Айгөл Хәмитова) сығыштары район сәхнәһен дә балҡыта.

Тормошто яҡшыраҡ итеү өсөн халыҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен сисәбеҙ. Ауыл биләмәһе тормошонда ауыл Советы депутаттары һәм старосталар ярҙам итә. Ха­лыҡтың үҙ тәҡдимдәре менән мөрәжәғәт итеүе һөйөндөрә.

- Илгиз Вәкил улы, әңгәмә­геҙ өсөн рәхмәт. Киләсәктә лә эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА әңгәмәләште.

Автор фотоһы.

Ауыл биләмәһе нисек йәшәй?
Ауыл биләмәһе нисек йәшәй?
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас