Районыбыҙҙа тел һөйгән, ғүмерен уны өйрәнеүгә, йәш быуынға еткереүгә, ижад итеүгә бағышлаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары эшләй. Уларҙың эше хаҡында район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Нәркәс Ҡоҙаҡаева менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Нәркәс Радик ҡыҙы, районда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының уҡытыу эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп үтһәгеҙсе.
- Райондың барлыҡ мәктәптәрендә лә юғары белемле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары эшләй. Уларҙың 20-һе юғары, 15-е беренсе категорияға эйә. Күптәр БР халыҡ мәғарифы алдынғыһы, РФ һәм БР Мәғариф министрлыҡтарының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Ғөмүмән, белем һәм тәрбиә усаҡтарында үҙ эшенең оҫталары, һәләтле һәм ижади ҡарашлы педагогтар хеҙмәт итә. Ҡырмыҫҡалы районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын республикала ла белеп торалар, сөнки улар балаларға белем биреүҙән тыш төрлө сараларҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашалар. Үҙҙәренең башҡорт орнаменты менән биҙәлгән костюмдары менән дә башҡа район уҡытыусыларынан айырылып торалар.
Башҡорт телен уҡытыу районыбыҙҙа юғары кимәлдә ҡуйылған тип әйтә алам. Дәрестәргә йөрөйөм, айырыуса, семинарҙар ваҡытында күрһәтелгән асыҡ дәрестәрҙе үҙем анализлайым. Һәр дәрес яңы берҙәм талаптарға тап килә, этаптары теүәл үтәлә. Апрелдә Подлуб мәктәбендә республика кимәлендә семинар үткәреп, педагогтарҙың тәжрибәһен арттырҙыҡ. Унда Силәбе өлкәһенән башҡорт теле уҡытыусылары оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, Өфөнән килгән дефектологтың сығышы мауыҡтырғыс булды. Ноябрҙә Сахай мәктәбендә шулай уҡ республика кимәлендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына семинар үткәрҙек. Бында Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтынан белгестәр ҡатнашты, асыҡ дәрестәр күрһәтелде.
Башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире, доцент, филология фәндәре кандидаты Зәкиә Ғәбитова Сахай мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Зәлифә Бәшированың асыҡ дәресен юғары баһаланы. Дәреслек авторы булараҡ Зәкиә Муллағәле ҡыҙы балалар менән әңгәмә лә ҡорҙо, кәңәштәрен дә бирҙе. Аҙаҡ түңәрәк өҫтәл артында имтихандарҙа осрай торған хаталар тураһында ентекләп аңлатты. Шулай уҡ семинарҙа ошо кафедраның доценттары, филология фәндәре кандидаттары Илшат Янбаев менән Мөнир Ҡарабаев телде, әҙәбиәтте уҡытыу буйынса кәңәштәр бирҙе, нисек итеп ҡыҙыҡлы дәрес үткәреү тураһында әңгәмә ҡорҙо.
Минеңсә, ошондай семинарҙар бик кәрәк, сөнки уҡытыусылар төрлө яҡлап үҫешергә тейеш. Улар мәктәп кимәлендә генә дәрес үткәреп ҡалмай, ә башҡалар менән дә тәжрибә уртаҡлаша, үҙе өйрәнә, үҫә, камиллаша.
- Башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһе тураһында нимә әйтер инегеҙ?
- Башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһе эшмәкәрлеге әүҙем бара. Йыл һайын теоретик һәм практик семинарҙар уҙғарыла. Методик берекмәне Олокүл мәктәбенең тәжрибәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Ғәйфуллина етәкләй. Ул минең ҙур ярҙамсым. Барлыҡ эштәрҙе бергәләп, кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Әлфиә Тимерйән ҡыҙы уҡытыусыларҙы тиҙ генә ойоштороуға һәләтле, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаштырырға ла ваҡыт таба. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары – милләтебеҙ һағында тороусылар, телебеҙҙе яҡлаусылар һәм һаҡлаусылар. Балаларыбыҙ күңелендә мәктәп эскәмйәһенән үк милли рух, теленә, халҡына һөйөү уятыу, уларҙың бурысы булып тора. Ғөмүмән, районда “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса эштәр тулы кимәлдә һәм тейешенсә алып барыла.
- Мәктәптәрҙә туған телебеҙҙән тыш, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләү саралары нисек ойошторолған? Ҡаҙаныштар ҙа барҙыр?
- Уҡыусылар үҙ туған телен һәм әҙәбиәтен белеү менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Улар ысын мәғәнәһендә йолаларыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтебеҙҙе лә яҡшы белергә тейеш. Был йүнәлештә районда уҡыусылар өсөн “Урал батыр”, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурстары ойошторола. Мәҫәлән, “Урал батыр” конкурсының Зубовола үткән төбәк этабында Иҫке Бәпес, Мөкәй, Ефремкин, Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбе уҡыусылары номинациялар буйынса Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһында бик әүҙем ҡатнашалар. Йылына ике тапҡыр ойошторолған милли кейемдәр көнөндә бөтә мәктәптәрҙә тематик дәрестәр, кластан тыш саралар үткәрелә. Әле декабрь айында Стәрлебаш районында үткәрелгән “Шаммас уҡыуҙары” форумында Ҡырмыҫҡалының С.М.Чугункин исемендәге мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Азалия Иштуғанова 3-сө урын алып ҡайтты (етәксеһе Г.Т. Ғирфанова). Прибельский мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Илнар Һөйәрғолов (етәксеһе Ф.М. Байымова) Ауырғазы районында уҙған “Рәшит Назаров уҡыуҙары”нда призер булды.
Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районында республика кимәлендәге “Хөсәйенов уҡыуҙары” (Үтәгән мәктәбе), “Шайморатов уҡыуҙары” (Ҡырмыҫҡалы гимназияһы), Бөтә Рәсәй кимәлендәге “Башҡорт мозаикаһы” (Прибельский мәктәбе) фестивале үткәрелә. Әйткәндәй, “Башҡорт мозаикаһы” фестивале 12 декабрҙә үтәсәк. Ошондай конкурстар аша йәш быуында милли рух тәрбиәләнә, илһөйәрлек тойғоһо көсәйә.
- Киләһе йылға ниндәй маҡсаттар ҡуйылды?
- Киләсәктә лә ошолай тырышып эшләргә тигән маҡсаттар ҡуйҙыҡ. Башҡорт теле уҡытыусыларына яңы форматтағы ҡыҙыҡлы, заманса семинарҙар, форумдар, ижади кисәләр үткәреүҙе планлаштырабыҙ. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, дәүләт теле булараҡ, дәрәжәһен тағы ла юғарыраҡ күтәреү – изге бурысыбыҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, башҡорт теленең нәфислеген, йомшаҡлығын, гүзәллеген һәм уны нисек бар шул килеш киләһе быуынға еткерергә тейеш тигән фекерҙәмен. Шулай уҡ ата-әсәләрҙе лә төрлө сараларға йәлеп итеү, яҡташтарыбыҙҙың тел буйынса белемен арттырыу, аңлатыу эштәре алып барыу, ғаилә эсендә үҙ туған телеңдә аралашыу өҫтөндә эшләү ҙә күҙ уңынан ысҡынмаясаҡ. Башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙе үҫтереүгә арналған проекттарҙа әүҙем ҡатнашыу һәм уҡытыусыларҙың үҫешеү, заман менән бергә барыу эше лә артабан дауам итәсәк.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Нәркәс Радик ҡыҙы! Эшегеҙҙә, барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар юлдаш булһын!
Розалия НАЗАРОВА
әңгәмәләште.