Бөгөн - Бөтә донъя телевидение көнө
Әйтерһең дә, телевидение өсөн генә яратылған
- Һәр кешенең тормоштағы тәғәйенләнеше бала саҡ хыялдарына барып тоташа. Телевидениела эшләү һеҙҙең дә бала саҡ хыялы инеме?
- Телевидениеға эшкә осраҡлы ғына килеп эләктем. Тәүге һөнәрем – йәмәғәт туҡланыуы технологы, икенсеһе – педагог-психолог. “Һиңә мотлаҡ журналистикаға барырға кәрәк”, - тиһә лә рус теле уҡытыусыһы, мин ул саҡта психологияны һайланым һәм был юлды һайлағаныма үкенмәйем. Бала саҡта табип йәки уҡытыусы булырға уйланым. Шулай ҙа күңелем төпкөлөндә ниндәйҙер бер хыял йәшәгәндер, тип уйлап ҡуям, сөнки баҡсабыҙҙың бер мөйөшөндә торған иҫке телевизорҙың ҡумтаһы аша мин яңылыҡтар һөйләй торғайным. Баҡсалағы ағастар минең тамашасыларым булды. Бына күп йылдар үткәс, яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр, мин журналистикаға килдем. Ҡырмыҫҡалы телевидениеһының әлеге етәксеһе Дамир Радик улы Мөхәмәтйәнов менән күптән таныш инек. Эш буйынса осрашҡан ваҡытта ул миңә хәбәрсе булып эшләп ҡарарға тәҡдим итте. Уға тиклем мин телевидениела уҙғарылған бер конкурста еңеү яулап та өлгөргәйнем. Шулай итеп, 2021 йылдың апрелендә үҙемде журналистика өлкәһендә һынап ҡарар өсөн телевидениеға килдем, стажировка үттем һәм сентябрҙән алып был йүнәлеш буйынса ныҡлап эш башланым. - Телевидениела эшләү өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?
- Иң тәүге сиратта халыҡ менән аралаша белеү мөһим. Шулай уҡ изге күңелле, асыҡ булырға кәрәк. Кәйефең булһа ла, булмаһа ла, һәр саҡ кешеләргә йылмайыу бүләк итеүҙе лә оноторға ярамай. Һәр кешенең күңеленә асҡыс таба белеү ҙә мотлаҡ. Ғәҙәттә, кешеләр камеранан ҡурҡа, юғалып ҡала. Шуға күрә уларҙы дәртләндереп ебәрергә, уларҙың күҙҙәренә тура ҡарап, һинең дә шундай уҡ ябай кеше булыуыңды белдерергә, һөйләргә ярҙам итә белергә лә кәрәк. Әлбиттә, һәр бер төшөргән материалды тиҙ арала әҙерләп, эфирға сығарыу өсөн етеҙлек тә талап ителә. Ғөмүмән, журналист – киң белемле кеше, тигән фекерҙәмен. Тиҙ уйларға, фекер төйнәргә, иғтибарҙы йүнәлтергә һәм тиҙ йөрөргә лә тура килә. Ҡыҫҡаһы, супергеройға тиңләшергә тейешбеҙ.
- Ижад кешеһе өсөн янында уны аңлап, эшен дөрөҫ баһалап торған яҡындары булыу ҙа мөһим. Был йәһәттән һеҙ бәхетлеме?
- Эйе, был йәһәттән үҙемде бик бәхетле тип һанайым. Тормош иптәшем менән ғаиләбеҙҙә 16 һәм 8 йәшлек ике ул үҫтерәбеҙ. Икебеҙҙең дә эшебеҙ тығыҙ графиклы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ғаиләгә һәм балаларға һәр саҡ ваҡыт табабыҙ. Тормош иптәшем минең эшемде гел аңлап ҡабул итә, төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыша. Ул һәр бер сюжетты ҡарап бара һәм үҙенең фекерен белдерә, тәҡдимдәрен әйтә. Шулай уҡ ике яҡтан да ата-әсәйҙәребеҙ оло ярҙам күрһәтә.
- Нимә ул һеҙҙең өсөн телевидение?
- Телевидение – ул минең тормошомдоң бер өлөшө. Киләсәк ғүмеремде ошо эшемдән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ял көндәрендә лә, әҙ генә буш ваҡытым булһа, яңылыҡтар ҡарайым, район менән бәйле социаль селтәрҙәрҙе күҙәтеп барам. Эшемде бер ҡасан да онотоп булмай. Шулай уҡ федераль һәм төбәк каналдарын да ҡарап, үҙемә ниндәйҙер өлгө алам. Беҙҙең хеҙмәттә өйрәнәһе әйберҙәрҙең сиге юҡ. Кеше менән аралашыу, һәр саҡ ваҡиғалар үҙәгендә булыу минең булмышыма тура килә һәм ҙур ҡәнәғәтлек килтерә.
- Һеҙҙе районда белмәгән кеше юҡтыр. Билдәле булыу тормошта ярҙам итәме?
- Мин үҙем был яҡтарҙа тыумаһам да, 1996 йылдан ғаиләбеҙ менән Ҡырмыҫҡалыла йәшәйбеҙ. Әлбиттә, районда мине барыһы ла тиерлек таный. Шуға күрә биҙәнеп-төҙәнмәйенсә урамға йә магазинға ла сығып булмай. “Беҙ һеҙҙе ҡарайбыҙ”, - тип өндәшеүселәр ҙә күп. Мин үҙемде шул тиклем билдәле кеше тип иҫәпләмәйем һәм был хәлгә тыныс ҡарайым.
- Эшегеҙҙә хәтерҙә ҡалырлыҡ, ҡыҙыҡлы мәлдәр ҙә булып торалыр...
- Эйе, беҙҙең эштә һәр көн ҡыҙыҡлы ваҡиғалар булып тора. Беҙ, журналистар, тарих яҙыусы кешеләр бит. Шуға күрә үҙебеҙҙең яҙған текстың, күрһәткән сюжеттың һәр береһе хәтерҙә ҡалырлыҡ. Дөйөмләштереп әйткәндә, һәр бер эш көнөм, һәр бер сюжет төшөрөү минең өсөн ҡыҙыҡлы һәм онотолмаҫлыҡ. Мәҫәлән, әле генә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында буласаҡ әсәләр менән әңгәмәләшәһең һәм тиҙ генә икенсе ергә юлланаһың. Ә унда һине грейдер көтә. Бер тапҡыр миңә китеп барған комбайнға һикереп ултырырға ла тура килде. Кабинала комбайнсының эшен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Боҙ шартлатҡандарын да ҡараным. Үҙем мәке уйып, балыҡ тотҡаным, спорт ярыштарында спортсылар менән бергә йүгергәнем, хатта, саңғы ярышында саңғысыларҙан алдараҡ барғаным булды. Минеңсә, яҙа торған бар нимәне лә хәбәрсе үҙе эшләп ҡарарға тейеш. Сара барышында мин бер ҡасан да ситтә генә күҙәтеп тормайым. Сигәләр икән, мин дә сигәм, уҡтан атһалар, мин дә атып ҡарайым. Һәр ваҡиғаны үҙеңдән үткәрмәһәң, ул турала тулыһынса яҙып булмай. Журналист өсөн был бик мөһим, тип иҫәпләйем.
- Экрандағы Альбина Насированы нисек баһалайһығыҙ? Һоҡланаһығыҙмы, маҡтайһығыҙмы, әллә йышыраҡ тәнҡитләйһегеҙме?
- Үҙемде йыш тәнҡитләргә тырышмайым. Шулай ҙа, тағы ла күберәк үҙ өҫтөңдә эшләргә, хәтерҙе нығытырға кәрәк тигәнерәк һығымталар яһайым. Эш башлаған саҡтағы оялсан ғына, үҙенә ышанып етмәгән Альбина Насирова менән хәҙергеһен сағыштырып ҡарайым да, үҙемдең йыл һайын юғарыраҡ кимәлгә күтәрелә һәм үҫә барыуымды күрәм.
- Телевидение өлкәһендә кумирҙарығыҙ ҙа барҙыр...
- Кумирым бар тип аныҡ ҡына әйтә алмайым. Әммә мин бала саҡтан һәм әле лә Екатерина Андрееваның эшен күҙәтеп барам. Ул телевидениела оҙаҡ йылдар эшләһә лә, һаман да үҙ өҫтөндә эшләүен дауам итә, үҫешә, тәжрибә туплай. Башҡортостан телевидениеһында “Яңылыҡтар” тапшырыуын алып барыусыларҙың да эше менән ҡыҙыҡһынам. Төрлө сараларҙа улар менән осрашып, һөйләшеп, тәжрибәләребеҙ менән уртаҡлашып торабыҙ.
- Тележурналист булырға хыялланған уҡыусыларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
- Иң мөһиме – үҙегеҙҙе эҙләүҙе туҡтатмаҫҡа. Бындай эштә үҙеңде күрһәтә белергә һәм ҡыҙыҡһыныусан булырға кәрәк. Сағыулығын, зауыҡлығын юғалтҡан кеше был йүнәлештә артабан үҫешә алмаясаҡ.
- Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Альбина Камил ҡыҙы. Һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлап, һүнмәҫ ижади дәрт, яңынан-яңы идеялар һәм уңыштар теләйем.
Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште.