- Әнәс Сәит улы, Һеҙ ҡасан ауырыуығыҙ тураһында белдегеҙ? Тәүге кисерештәрегеҙ ниндәй булды?
- 1988 йылда, 43 йәшлек сағымда эсем ауырта башланы. Тик эштең иҫ китмәле күп сағы (Куйбышев исемендәге колхоздың рәйесе инем), тәүҙә сәсеүҙе, аҙаҡ бесәнде бөтөрәйем тип һуҙып килдем. Ауыртыуға түҙә алмай башлағас, табип Фидая Ғәбиҙулла ҡыҙы Сәрүәретдиноваға барҙым. Ул миңә дөрөҫ диагноз ҡуйып, республика дауаханаһына ебәрҙе. Йыуан эсәктәге полип ракка әйләнгән булған. Операцияны иртәнән кискә тиклем билдәле ике хирург – Булгаков һәм Рейнах яһаны.
Яман сир тураһында диагноз ҡуйылғас, бер ниндәй истерика ла, шок та булманы, тип әйтер инем. Ниндәй сир ул, минең бит эшләнәһе эштәрем, үҫтерәһе балаларым бар, тиҙерәк ауырыуҙы еңеп сығырға, тигән уйҙар ғына булды. Мин Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, 1945 йылдың июнь айында, тыныслыҡ килгәс тыуған кеше. Беҙҙең бала саҡ һуғыштан һуңғы ауыр осорға тура килде. Тормоштағы төрлө еңел булмаған ситуациялар менән сыныҡҡан быуынбыҙ.
- Артабан ниндәй йәшәү рәүеше алып барҙығыҙ?
- Операциянан һуң ике курс химия терапияһы үттем. Гемоглобин критик хәлгә тиклем төштө. Уны халыҡ дауалауы менән күтәрҙем. Ете айҙан һуң 2-се төркөм инвалидлыҡ бирергә уйлағайнылар, мин баш тарттым. Сөнки былай булһа, мин эшләй, кешеләр араһында йөрөй алмаясаҡмын, тик сирҙе генә уйлап ултырырға тура киләсәк, тинем. Шуға ла миңә 3-сө төркөм инвалидлыҡ бирергә риза булдылар. Әйткәндәй, ул саҡта 2-се төркөм алғандарҙың күбеһе тиҙ үк баҡыйлыҡҡа күсте... Эшләй башлағас, әлбиттә, ауыр булды. Шулай ҙа тән ауырлығым артыҡ кәмемәне. Шунан артабан сәләмәтлегемде ҡайғыртып, ниндәй йәшәү рәүеше алып барырға, нисек туҡланырға кәрәк булыуы тураһында белеү өсөн китаптар, брошюралар яҙҙырып алдым. Сирҙе тулыһынса еңеп сығыу өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләргә кәрәк булыуын аңланым.
Дөрөҫ туҡланыу мөһим ине. Айырым туҡланыу (раздельное питание) кәрәк ине, бер-бер артлы төрлө аҙыҡты ҡабул итергә түгел. Һыу йәки сәйҙе ашағас та эсергә ярамай, углеводтарҙы һәм аҡһымды ла бергә ҡушырға түгел. Сөнки углеводты эшкәртергә үт, аҡһымға кислота кәрәк. Уларҙы бергә ҡушыу ҡәтғи тыйыла! Йәшелсәләрҙән, мәҫәлән, помидорҙы бер нимә менән дә, хатта икмәк менән дә ашарға рөхсәт ителмәй. Шунан, әлбиттә, хәрәкәт итеү мөһим. Ғөмүмән, мин дауахананан ҡайттым да, артабан йәшәү һәм хеҙмәт итеү өсөн бар көсөмә колхоз эшенә сумғайным...
- Үҙ тәжрибәгеҙҙән сығып сирҙе иҫкәртеү һәм дауалау юлдары тураһында ни әйтер инегеҙ?
- Сырхаулап киткән саҡта юлыңда үҙ эшен ныҡ белгән, изге күңелле табиптар осраһа бик һәйбәт була. 2003 йылда минең һыңар бөйөрөм ауырта башланы. Ренгент таш итеп күрһәтеп, бер нисә йыл буйы таш “иретелде”. Ә минең бөйөрҙә лә онкология башланған булған икән. Тәүҙә эсәктәге полип үҫеп, ракка әүерелмәһен өсөн миңә шифаханала йылытыу ярамаған булһа, быныһында ылыҫ менән дауалау һәм билем ауыртыу сәбәпле диклофенакты артыҡ күп итеп ҡаҙау ярамаған икән. 2009 йылда хәлем нығыраҡ хөртәйгәс, Өфөгә ебәрҙеләр. Бында тулыһынса тикшереү үткәндән һуң, планға ҡуйып ҡайтарып торҙолар. Ике көндән ныҡ итеп ауырып киткәс, килтерҙеләр. Тик планға ярашлы ғына яһауҙарын белдергәс, 18-се дауахана ҡабул итте һәм унда ауыртыуҙы баҫып торҙолар. Шунан ваҡыт еткәс республика онкодиспансерында операция яһалды. Метастаза киткәнлектән, бер бөйөрҙө генә түгел, бер бәүел юлын һәм талаҡты ла киҫтеләр. Шунан икенсе бәүел юлын һаҡлап ҡалыу өсөн нур терапияһы курсы үттем. Барыһын да яҙып бөтөп булмаҫ, тағы байтаҡ һынауҙар кисерергә тура килде... Артабан һыҙланыуҙарҙы еңеп, йәшәү өсөн көрәште дауам иттем. Ғүмерҙе оҙонайтыу өсөн тағы ла тырышлыҡ һалырға кәрәк булыуын аңланым. Бының өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнем. Табиптар ҡушҡанды үтәнем, дөрөҫ туҡландым, китаптар буйынса үләндәр, биоҡушылмалар ҡулландым, һәр саҡ физик әүҙемлектәмен. Ғөмүмән, кеше сирҙе профилактикалау өсөн алдан уҡ сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға тейеш. Был - спиртлы эсемлектәр ҡулланмаҫҡа, тәмәке тартмаҫҡа, ирешмәҫкә, үпкә һаҡлап йөрөмәҫкә, үсләшмәҫкә, закондарҙы боҙмаҫҡа, һәр саҡ физик әүҙемлек кәрәк (кеше көнөнә кәм тигәндә 8 саҡрым атлап йөрөргә тейеш). Әммә тик торғандан үләндәр, витаминдар, БАД- тар, дарыуҙар менән мауыҡмаҫҡа, улар бауырға һәм бөйөргә көсөргәнеш бирә. Иң насары – тән ауырлығын арттырыу, ул күп ауырыуҙарға килтереүе ихтимал. Ҡөрьән китабында ошоларҙың барыһы ла яҙылған, шуның буйынса йәшәһәң, был сирҙе булдырмаҫҡа профилактика була... Тик ул шулай дауаланған, был бындайын эскән, тиергә түгел, һәр кемгә шәхси ҡараш булырға тейеш. Үҙемдең тәжрибәнән килтереп шуны әйтәм, ауыртыуҙы ваҡытлыса баҫа торған дарыуҙар ҡулланыу бик хәүефле: сир аҙа һәм башҡалары килеп сығыуы ихтимал. Ғөмүмән, табип ҡушыуы буйынса дауаланырға, ауырыуҙы аҙҙырмаҫҡа кәрәк.
- Тормошҡа ҡарашығыҙ үҙгәрҙеме?
- Ошондай яман сирҙәрҙе башымдан үткәрһәм дә, бер ваҡытта ла үҙемде ауырыу итеп тойманым, башҡаларға күрһәтмәнем, диагнозымды афишаламаным, минең етәкселек аҫтында эшләүселәрҙең күбеһе хатта белмәне лә.
Онкологик сир менән көрәшеп, еңеп сыҡҡас, үҙеңде көслө итеп тояһың, тормошто нығыраҡ ярата башлайһың, йәшәүҙең үҙе бәхет икәнен аңлайһың. Ғөмүмән, тормошҡа ҡарашты үҙгәртәһең. Мин нисектер үҙемә һаҡлабыраҡ ҡарап, күберәк иғтибар итә башланым. Йәшәүҙе лә нығыраҡ яратырға өйрәндем. Кешеләргә ярҙамсыллыҡ күрһәтеп, тағы ла изгелектәр ҡылыуымды арттырҙым. XXI быуаттың медицинаһы юғары кимәлдә тора, шуға ла дауаланыу өсөн шанс бар тип үҙемә әйттем. Сирләгәндә һәм операциянан һуң сир алдында башты эймәҫ өсөн яҡындарыңдың мөнәсәбәте бик мөһим, тип әйтер инем. Улар ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, йәшәүгә көс бирә.
- Гәзит уҡыусыларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
- Бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Стрестан һаҡланырға кәрәк, бар ауырыуҙар ҙа нервынан башлана тиҙәр бит. Әгәр ҙә был яман сир була ҡалһа, паника һәм күҙ йәштәре ярҙам итмәй. Йәшәргә, ә ғазапланырға түгел. Нисек сирләһәң дә, физик көсөргәнеш кәрәк, бер ваҡытта ла хәрәкәттән баш тартырға түгел. Тышта, саф һауала йөрөмәгән саҡтарҙа, өйҙәге тренажер ярҙамға килә.
Кешегә тәбиғи аҙыҡ кәрәк. Тауыҡ үлән ашап йөрөһә, уның йомортҡаһы һәм ите, көтөүҙә үлән ашап йөрөгән һыйырҙың һөтө, үлән ашап йөрөгән малдың ите файҙалы һәм шифалы була. Шуның өсөн хәрәкәттә йөрөгән мал-ҡоштоң продукцияһын ғына ҡулланырға кәрәк. Һарымһаҡтың көн дә бер тешен ашау ҙа организмға шифа бирә.
Тағы шуны әйтергә теләйем: һәр кеше үҙен ныҡ сәләмәт тип иҫәпләһә лә, ул даими тикшерелеп торорға тейеш. Бына мин, мәҫәлән, үҙемдең һаулығыма ваҡытында яуаплыраҡ ҡараһам, күп проблемаларҙан ҡотолған булыр инем.
- Файҙалы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА әңгәмәләште.
Автор фотоһы.