Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең әңгәмә
1 Сентябрь 2023, 12:24

Булмышы менән ветеринар

Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы райондың ветеринария станцияһы начальнигы Ғәлинур Ғаяз улы Ҡунаҡаев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Булмышы менән ветеринар
Булмышы менән ветеринар

Булмышы менән ветеринар

Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы райондың ветеринария станцияһы начальнигы Ғәлинур Ғаяз улы Ҡунаҡаев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Ғәлинур Ғаяз улы, бала сағығыҙ һәм ни өсөн ветеринар һөнәрен һайла­уығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле?

- Иҫке Муса ауылында күп балалы ғаиләлә үҫтем – биш баланың дүртен­сеһе инем. Фронтовик булған атайым, Ғаяз Закуан улы, оҙаҡ йылдар почта бүлексәһе начальнигы, Иҫке Муса ауыл Советы рәйесе булды. Пенсияға сыҡҡас, “Бүләк” колхозында про­фком рәйесе эшен башҡарҙы. Әсәй­ем, Наилә Закир ҡыҙы, башланғыс кластарға белем бирҙе. Улар көндәр буйы эштә инеләр, шуға ла бөтә хужа­лыҡ эштәрендә булыштыҡ: мал ҡара­ныҡ, ҡаҙҙар көттөк, тиреҫ сығарҙыҡ, һыу ташыныҡ, утын быстыҡ, ярҙыҡ, баҡсала эшләнек һәм башҡалар. Бына шул мал ҡараған саҡтарҙа үҙемде мал табибы итеп күҙ алдына килтерҙем. Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты.

- Хеҙмәт юлығыҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле.

- 1983 йылда Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлап, ты­уған еремдәге “Бүләк” колхозында ветеринария табибы булып эш башла­ным. Малсылыҡ ныҡ үҫешкән көслө хужалыҡта һөнәри оҫталыҡ алдым. Дүрт йылдан һуң Мәләүезгә күсеп, хеҙмәт юлымды М.Ғафури исемен­дәге колхозда дауам иттем. Ошонда эшләгәндә Ләлә Ислам ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, ике балаға - ҡыҙыбыҙ Диана һәм улыбыҙ Динарға ғүмер бирҙек. 1996 йылда ғаиләбеҙ менән баш ҡалаға күсенеп, Өфө районы­ның ветеринария станцияһында тәүҙә эпизоотолог, артабан началь­ник урынбаҫары булып эшемде дауам иттем. 2000 йылда Ветеринария ида­ралығында бүлек начальнигы урын­баҫары булдым. 2007 йылдан - Ҡырмыҫҡалы ветеринария станцияһында начальник һәм райондың баш дәүләт инспекторымын.

- Хеҙмәт эшмәкәрлегегеҙ менән яҡындан таныштырһағыҙсы.

- Малсылыҡтың именлеген тәь­мин итеү, кешеләр һәм малдар өсөн дөйөм булған йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, мал продукци­яһының хәүефһеҙлеген һәм сифатын контролдә тотоу - беҙҙең төп бурыс. Йыл һайын йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы вакцинация, паразиттарға ҡаршы малдарҙы эшкәртеү, туберку­лезға ҡаршы диагностик тикшереүҙәр үткәрелә. Районда дауалау-профилак­тикалау эше арҡаһында себер язваһы, бруцеллез, туберкулез һәм башҡа йоғошло һәм инвазион ауырыуҙар буйынса эпизоотик хәл тотороҡло. Беҙҙең ветеринария станцияһы ауыл малдарын яһалма аталандырыу, бесәй һәм эттәрҙе стерилизациялау кеүек төрлө хеҙмәттәр ҙә күрһәтә.

Районда - 4 ветлечебница һәм 4 ве­теринария участкаһы. Уларҙа үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр эшләй, һәр береһе автотранспорт менән тәьмин ителгән.

- Һеҙ етәкселек иткән йылдарҙа ниндәй мөһим эштәр башҡарылды?

- Был йылдар эсендә күп нимәләр эшләнелде, үҙгәрештәр булды. Хеҙмәт шарттары яҡшырҙы, матди база нығынды. Үҙгәртеп ҡороуҙарға бәйле лаборатория бөтөрөлөп, 2021 йылда был бина кесе йорт хайуандарын ҡа­бул итеү буйынса ветеринар клини­каға әйләнде, ошонда уҡ республика ветеринария музейы булдырылды. Иҫке ҡаҙанлыҡ төҙөкләндерелеп, унда ветеринария лечебницаһы урын­лашты. Ветеринария станцияһының кәртәләре алыштырылды, түбәһе ябылды, гараждар ремонтланды, йылытылды.

- Һөнәри оҫталығығыҙ һәм юға­ры эшлекле сифаттарығыҙ арҡаһында коллективығыҙҙың эше республикала иң яҡшылар иҫәбенә сыға. Һеҙҙең ве­теринария өлкәһендәге күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ юғары баһалана...

- Улар араһында 2010 йылда РФ ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙы, 2013 йылда “БР ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәт­кәре”, ә яңыраҡ ветеринария өл­кәһендәге ҡаҙаныштар һәм күп йыл­лыҡ фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн “РФ-ның атҡаҙанған ветеринария табибы” тигән почетлы исем бирелде. Шулай ҙа, миңә бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙа­ры, Рәхмәт хаттары һәм почетлы исемдәр – ул бөтә коллективыбыҙҙың ҡаҙаныштары. Беҙҙә үҙ эшен яҡшы белгән, ваҡыт менән һыналған һөнәр эйәләре эшләй. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең һәр береһе тәүлектең төрлө ваҡы­тында ла ярҙамға килергә әҙер. Улар яҙмыштарын ауыр һәм яуаплы өлкә менән күңел ҡушыуы буйынса бәйлә­гән. Үҙҙәренең квалификацияларын даими күтәреп торалар. Өфөлә кур­стар үтәләр, шулай уҡ камиллашыу өсөн үҙебеҙгә Башҡорт дәүләт аграр университетынан профессорҙар саҡырабыҙ.

- Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ бар?

- Матди-техник базаны артабан нығытыу, яңы программалар, ҡо­ролмалар һатып алыу, киләсәктә лә белгестәребеҙҙең белемен заманға яраҡлаштырып, камиллаштырып то­роу һәм башҡалар.

- Форсаттан файҙаланып, коллек­тивығыҙҙы уңыштары һәм Һеҙҙе, Ғә­линур Ғаяз улы, юғары награда менән ҡотлайбыҙ һәм ветеринария үҫеше өсөн хеҙмәтегеҙҙә яңы ҡаҙаныштар теләй­беҙ. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА

әңгәмәләште.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: