Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең әңгәмә
17 Август 2023, 09:52

Йыр-моңға ғашиҡ йән

 Моңло тауышлы яҡташыбыҙ, Һәүәләй ауылы егете Айҙар Мөхәмәтгәрәевты районда белмәгән кеше юҡтыр. Бик күп йылдар һәр байрам сараһы тиерлек уның сағыу сығыштарынан тыш үтмәй торғайны. Төрлө кимәлдәге бик күп конкурстар лауреаты әлеге көндә Өфөлә “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамблендә эшләй. Йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә тыуып үҫкән, кесе йәштән сәхнә түрҙәренән төшмәгән, байрам сараларының уртаһында ҡайнаған йәш йырсыға үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы яуҙырҙыҡ.

Йыр-моңға ғашиҡ йән
Йыр-моңға ғашиҡ йән

 Йыр-моңға ғашиҡ йән

 Моңло тауышлы яҡташыбыҙ, Һәүәләй ауылы егете Айҙар Мөхәмәтгәрәевты районда белмәгән кеше юҡтыр. Бик күп йылдар һәр байрам сараһы тиерлек уның сағыу сығыштарынан тыш үтмәй торғайны. Төрлө кимәлдәге бик күп конкурстар лауреаты әлеге көндә Өфөлә “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамблендә эшләй. Йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә тыуып үҫкән, кесе йәштән сәхнә түрҙәренән төшмәгән, байрам сараларының уртаһында ҡайнаған йәш йырсыға үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы яуҙырҙыҡ.

- Айҙар, йыр-моңға һөйөү кемдән бирелгән һәм ни өсөн сәнғәт юлын һай­ланың?

- Йыр-моңға һөйөү нәҫелдән килә. Әсәйем яғынан өләсәйем, атай­ым яғынан ҡартатайым бик моңло булдылар, бик матур йырлай инеләр. Әсәйем Дилара Мөхәмәтгәрәева ла төрлө яҡлы талант эйәһе - йырлай ҙа, бейей ҙә, гармунда ла уйнай. Бик бәләкәй саҡтан сәхнәлә сығыш яһай башланым һәм шуға күрә алдағы тор­мошомдо сәнғәт өлкәһенән тыш күҙ алдына ла килтерә алманым. Һәүәләй мәктәбен тамамлағас, тура Стәрлета­маҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы­на юлландым. Унан һуң юғары белем алыу маҡсаты менән М.Аҡмулла исе­мендәге педагогия университетының музыка һәм хореография белеме ка­федраһына уҡырға индем. Быйыл был уҡыу йортон тамамлап, ҡулыма диплом алдым. Әлеге көндә Башҡор­тостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муници­паль идаралығы кафедраһында маги­стратурала уҡып йөрөйөм.

- Мәҙәниәт бүлегендә эшләгән саҡта һинең район Мәҙәниәт һарайы­на килгәнеңде әллә ҡайҙан ишетә инек, сөнки һин һәр ваҡыт йырлап йөрөй торғайның. Был һинең йыр-моңға ға­шиҡ йән булыуың тураһында күпте һөйләй.

- Эйе, ысынлап та, мин һәр саҡ үҙем дә һиҙмәҫтән йырлап йөрөйөм һәм йыр-моңһоҙ тормошто үҙһен­мәйем.

- Ниндәй йырҙар күңелеңә яҡын?

- Күңелемә ятышлы булған башҡорт һәм татар йырҙарын яра­тып башҡарам. Бигерәк тә Илфаҡ Смаҡов, Фидан Ғафаровтарҙың ре­пертуарҙарынан ретро йырҙар оҡ­шай. Башҡорт халыҡ йырҙарына ла өҫтөнлөк бирәм. Әлбиттә, уларҙы башҡарыуы еңелдән түгел. Шулай ҙа “Ильяс”, “Азамат” башҡорт ха­лыҡ йырҙарын бар һәләтемде һалып башҡарам. Әлеге көндә башҡорт ха­лыҡ йыры “Һандуғас”ты өйрәнер­гә тырышам. Оҙон көйҙө һәр кем башҡара алмай. Ундағы боролоштар, мелизматика бик ҡыйын бирелә.

- Үҙеңдең талантың, буй-һының менән бик күп ҡыҙҙарҙың йөрәгенә ут һалаһыңдыр, моғайын. Ғаилә хәлең, киләсәккә пландарың нисек?

- Әле өйләнмәгәнмен. Әлбиттә, яҡын киләсәктә ғаилә ҡорорға уй­лайым.

Ғөмүмән, ғаилә ҡороу, балалар үҫ­тереү мәсьәләһенә бик етди ҡарашта­мын, шуға ул тиклем ҡабаланмайым. Егет кешенең тормош юлдашын алып ҡайтыр өсөн үҙ торлағы булыуы һәм донъя көтөү өсөн аяғында ныҡ баҫып тороуы мөһим тигән фекерҙәмен. Шөкөр, Өфөлә фатир алдым. Тағы әҙерәк ул-был эштәремде теүәлләгәс тә, үҙ ғаиләмде булдырасаҡмын.

- Иң ҙур хыялың?

- Иң ҙур хыялым – бәхетле ғаилә ҡороу. Ир кеше үҙ ғүмерендә йорт һалырға, ағас ултыртырға һәм ул үҫтерергә тейеш, тиҙәр бит халыҡта. Шуға күрә ҙур йорт һалырға хыялла­нам. Яратҡан эшемде дауам итергә һәм күберәк сәйәхәт итергә уйлайым.

- Ихлас әңгәмәң өсөн рәхмәт, Ай­ҙар! Барлыҡ хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Моңло йырҙарың һәр саҡ тамашасыларҙы әсир итһен!

Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: