Уҡытыусы булып тыуған ул
Һәммәбеҙҙең дә ҙур тормошҡа юлы уҡытыусы биргән һабаҡтарҙан башлана. Мәктәптә белем алмайынса ниндәйҙер һөнәргә эйә булыу, юғары дәрәжәләр яулау, яуаплы вазифалар биләү мөмкин түгел. Кешенең киләсәге лә, яҙмышы ла – уҡытыусы ҡулында.
Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – ветеран-уҡытыусы, мәғариф отличнигы Людмила Вәхитова 46 йыл ғүмерен ошо изге һөнәргә бағышлаған.
“Уҡытыусылыр, моғайын”, - тигән уй үтте Людмила Сабирйән ҡыҙы менән тәү тапҡыр осраҡлы ғына танышҡан саҡта ла. Сөнки уҡытыусылар башҡа һөнәр эйәләренән әллә ҡайҙан айырылып тора. Тәү күреүҙән үк уның башҡорт, татар һәм рус телдәренең барыһында ла иркен һөйләшеүе һоҡландырҙы.
- Белеүемсә, һеҙ Әбйәлил районында тыуып үҫкәнһегеҙ. Ҡырмыҫҡалы тарафтарына нисек килеүегеҙ хаҡында һөйләп үтһәгеҙсе?
- Эйе, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Таштимер ауылында тыуып үҫтем. Был яҡтарҙа атайым 25 йыл буйы судья, әсәйем прокуратура тәфтишсеһе булып эшләне. Һуңынан уларҙы Ҡырмыҫҡалыға эшкә күсерҙеләр. Тәүге йылдарҙа Рәмил ҡустым Әбйәлил яҡтарын бигерәк ныҡ һағына ине, кире күсәйек тип тә аптыратты атай-әсәйҙе.
- Ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ һәм нәҡ рус теле һәм әҙәбиәте йүнәлешенә өҫтөнлөк бирҙегеҙ?
- Кескәй саҡтан уҡытыусы булырға хыялландым. Урамдағы балаларҙы индереп, ишекте таҡта итеп, уҡытыусы булып уйнай инем. Элек мәктәптәрҙә производстволы уҡытыу була торғайны. Кемдәрҙелер машинала йөрөргә, һыйыр һауырға өйрәтһәләр, беҙгә башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм өлкән пионервожатый булыу дәрестәрен бирҙеләр. Мәктәптә уҡығанда бигерәк тә рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәре күңелемә яҡын булды. Шулай уҡ китап уҡырға яраттым. Ул саҡта кәрәсин лампаһы яҡтыһында төндәр буйы китап уҡып сыға инем. Бөрө педагогия институтын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Һәүәләй мәктәбенә эшкә ебәрҙеләр, унда 20 йыллап балаларға белем бирҙем. Бында Ҡолош, Бишауыл-Уңғар, Мөҡсин ауылдарынан да балалар уҡыны. Әсәйем ныҡ сирләп киткәс, беҙгә район үҙәгенә күсеп килергә тура килде. Бында бер аҙ мәғариф бүлегендә эшләп алғас, кире үҙемдең яратҡан уҡытыусылыҡ эшенә күстем.
- Уҡытыусы һөнәрен һайлағанға үкенмәйһегеҙме?
- Юҡ, бер ҡасан да үкенгәнем булманы. Уҡытыусылыҡ эшенә бар көсөмдө, тырышлығымды һалдым. Утыҙ йылдан ашыу миҙал комиссияһы ағзаһы булдым. Мин уҡытҡан уҡыусылар һаман булһа рәхмәттәрен әйтеп, байрамдар менән ҡотлап торалар. Уҡытыусы өсөн ошонан да ҙур бәхет юҡ. Әле лә элекке уҡыусыларымдың балалары ярҙам һорап килһә, дәрестәрен әҙерләшәм, теманы аңлатам. Уҡытыусы эшенең бер ауырлығын тойманым. Миңә барыһы ла еңел генә бирелде. Эшләгән дәүерҙә уҡыусыларҙы Өфөгә, Ленинградҡа экскурсияларға, театр-музейҙарға йөрөттөм. Тормошомдо ошо эшемдән башҡа күҙ алдына килтерә алманым. Төрлө конкурстар ойошторорға, әҙәби кисәләр үткәрергә, гәзиткә мәҡәләләр яҙырға ла өлгөрә инем.
- Улығыҙ һеҙҙең һөнәрҙе һайларға уйламанымы?
- Тормош иптәшем Арыҫлан Мирғәле улы Ҡусҡарбәков та баян класында уҡытты. Ҡыҙғанысҡа, бик иртә мәрхүм булды. Эдуард улыбыҙ беҙҙең һөнәрҙе һайламаны, журналистика өлкәһен үҙ итте. Бәлки, ейәнсәрем минең һөнәрҙе һайлар тип өмөтләнәм.
- Һеҙҙең исемегеҙгә бәйле тарих та рус теле һәм әҙәбиәтенә бәйле бит әле...
- Эйе. Минең атай-әсәйем уҡырға яраттылар. Атайым бигерәк тә А.С.Пушкин ижадына мөкиббән ине. “Ҡыҙым тыуһа, Людмила тип, улым тыуһа Руслан тип ҡушам” тигән ул. Шулай итеп мин Пушкиндың “Руслан һәм Людмила” поэмаһының төп геройҙарының береһенең исеменә эйә булғанмын.
- Уҡытыусы булыу һеҙҙең өсөн нимә ул?
- Минеңсә, уҡытыусы белем биреп кенә ҡалырға тейеш түгел, иң тәүге сиратта шәхес тәрбиәләүсе лә. Шулай уҡ ул һәр йәһәттән балаларға өлгө булып торорға, Тыуған илгә, туған телгә һөйөү осҡондары тоҡандырырға ла бурыслы.
- Үҙегеҙ эшләгән осорҙа элекке уҡытыу системаһы буйынса белем биргәнһегеҙ. Шулай уҡ заманса уҡытыу методикаһы менән дә танышһығыҙ. Ҡайһыһына өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
- Элекке уҡытыу системаһы яҡшыраҡ тигән фекерҙәмен. Әлбиттә, хәҙергеһенең дә ыңғай яҡтары бар. Мәҫәлән, берҙәм дәүләт имтихандарын ғына алғанда, уның һөҙөмтәләре буйынса һәр уҡыусы үҙе теләгән Рәсәйҙең теләһә ҡайһы юғары уҡыу йортона уҡырға инә алыуы менән яҡшы. Уҡыусыларҙың юғары белем алыу даирәһе киңәйә.
- Заман уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына ниндәй кәңәштәр юлларһығыҙ?
- Уҡытыусыларҙың бер үк ваҡытта изге күңелле лә, талапсан да булыуын теләр инем. Хәҙерге балалар күп белә, шуға күрә уларҙан бер башҡа юғары тороу өсөн һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләргә, белемдәрҙе камиллаштырып тороу ҙа кәрәк. Шулай уҡ уҡытыусыларға балаларҙың шәхесенә ҡағылышлы насар һүҙҙәр әйтеү ҡәтғи рәүештә тыйыла. Бына мин үҙемдең уҡытыусыларымды һаман да тик йылы хистәр менән генә иҫкә алам. Беҙҙең өсөн уҡытыусы иң абруйлы кеше була торғайны. Ә уҡыусыларға килгәндә, уларға күп уҡырға һәм белем алыуға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарарға өндәр инем. Русса әйткәндә: “Без грамматики не выучишь и математики”. Шуны онотмаһындар. Уҡытыусы һәм уҡыусы араһында һәр саҡ дистанция һаҡланырға тейеш.
- Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Людмила Сабирйән ҡыҙы. Артабан да үҙегеҙ белем биргән уҡыусыларығыҙҙан тик рәхмәт һүҙҙәре һәм изге теләктәр ишетергә яҙһын!
Розалия БИКТИМЕРОВА.