21 апрель - Урындағы үҙидара көнө
Иңдәрендә халыҡ хәстәре
Рәсәй Президенты В.В. Путиндың 2012 йылдың 10 июнендәге Бойороғона ярашлы, илебеҙҙә 21 апрель – Урындағы үҙидара көнө булараҡ билдәләнә. Был дата осраҡлы һайланмаған. 1785 йылдың 21 апрелендә Екатерина II ҡалаларға Хоҡуҡ Грамотаһы булдырған. Ул урындағы үҙидара органдарына Рәсәй ҡануниәттәрен үҫтереүгә булышлыҡ иткән.
Башҡортостан Республикаһында барлығы 895 муниципаль берәмек бар, шул иҫәптән 9 ҡала округы, 54 муниципаль район һәм 818 ауыл биләмәһе иҫәпләнә. Урындағы үҙидара эшмәкәрлегенең әһәмите баһалап бөткөһөҙ. Районыбыҙ- ауылдарын төҙөкләндереүҙә, социаль,торлаҡ-коммуналь тармаҡты үҫтереүҙә һәм башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәсьәләләрҙе хәл итеү уларҙың тырышлығына бәйле. Халыҡтың тормош сифаты өсөн дә урындағы үҙидара органдары яуаплы.
Һөнәри байрамдары уңайынан 2011 йылдан халыҡ хәстәрен үҙ иңдәренә алған Атйетәр ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Гөлйөҙөм Ғәндәлиф ҡыҙы Уразбахтина менән әңгәмәләштек.
- Гөлйөҙөм Ғәндәлиф ҡыҙы, биләмәгеҙ менән таныштырып үтһәгеҙсе.
- Атйетәр ауыл советы 1925 йыда барлыҡҡа килгән. Уның биләмәһенә Атйетәр, Ҡушкүл, Яҡты Ялан, Һыулы Ҡыуаҡ, Иҫке Алексеевка, Таңсәйет, Шишмә, Никитин, Иҫке Йәнбәк, Яңы Алексеевка, Елизаветин, Яковлевка ауылдары инә.
Бында барлығы 890 кеше татыу донъя көтә. Икенсе төбәктәрҙә теркәлеп, беҙҙә йәшәүселәр ҙә байтаҡ.
- Ниндәй программаларҙа ҡатнашаһығыҙ, ниндәй эштәр башҡараһығыҙ?
- Быйыл “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында Таңсәйет ауылының Тыныслыҡ урамындағы автомобиль юлын ремонтлау проекты менән ҡатнашабыҙ һәм был мәртәбәле конкурста еңеп сығыуға ышанабыҙ.
Әлбиттә, башҡарылған һәм башҡараһы эштәр байтаҡ, уларҙың иҫәбе-һаны юҡ тиһәң дә була. Йыл әйләнәһенә төҙөкләндереү эше башҡарыла. Шулай ҙа был йүнәлештәге эштәрҙең күбеһе яҙғы һәм йәйге осорға тура килә. Тап ошо ваҡытта өмәләр үткәрәбеҙ, ағастар ултыртабыҙ һәм уларҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнәбеҙ. Көҙ көнө 500 төп ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртһаҡ, быйыл “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып, тағы ла 1400 үҫенте ултыртырға планлаштырабыҙ. Шулай уҡ ошо арала зыяратты һәм ауыл урамдарын тәртипкә килтереү, юл буйҙарын сүп-арҙан таҙартыу эштәрен башҡарасаҡбыҙ. Еңеү байрамы алдынан Атйетәр, Никитин, Шишмә ауылдарындағы һәйкәлдәрҙе буяу һәм ремонтлау эше ҡаралған.
Атйетәр ауылының Совет, Ленин, Мәктәп урамдарына район хакимиәте ярҙамы менән ҡырсынташ түшәлде, Йылға аръяғы урамында туҡталыш һәм автобус боролған юл төҙөкләндерелде. Шулай уҡ Башавтотранстың Өфө-Атйетәр автобусы маршруты яңынан асылды һәм ул хәҙер көнөнә өс тапҡыр үҙҙәренең төрлө эштәре һәм проблемалары менән юлланыусыларҙы баш ҡалабыҙға ташый.
Иҫке Йәнбәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә стела ҡуйылды. Быйыл ул тантаналы рәүештә асыласаҡ.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы сиктәрендә Атйетәр ауылындағы балалар майҙансығында резина япма түшәлде. Шулай уҡ йыл да йәмәғәт ҡоҙоҡтарын таҙартабыҙ.
Ауылдарҙы төҙөкләндереү эшенең иң яуаплы өлөшө булып урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе тора. Ауыл советы даими рәүештә был эште сифатлы башҡарырға тырыша. Әлеге көндә биләмә буйынса 110 урамға яҡтыртыу фонарҙәры ҡуйылды. Фонарҙәрҙы ремонтлау, алмаштырыу һәм өҫтәп ҡуйыу эштәре халыҡтан килгән ғаризаларға таянып башҡарыла. Боронғо лампаларҙы замансаларына алмаштырыу эше лә әүҙем бара.
Илебеҙҙә газ үткәреү эше дауам итә һәм шуға күрә ауылдарҙы газ менән тәьмин итеү буйынса аңлатыу эштәре алып барыла. Ер участкаһына тиклем газ үткәргес һуҙыуҙы дәүләт үҙ иҫәбенә башҡарыуы хаҡында мәғлүмәт халыҡҡа ваҡытында еткерелә. Тап ошондай программа буйынса Иҫке Алексеевка ауылы халҡы зәңгәр яғыулыҡлы булды.
- Сүп-сар, янғын хәүефһеҙлеге, насар ғәҙәттәр менән бәйле проблемаларҙы нисек хәл итәһегеҙ?
- Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу эшен Өфөнөң “Спецавтохозяйство” төбәк операторы башҡара. Бөгөнгө көндә Атйетәр ауыл советына ҡараған барлыҡ ауылдарҙа ла бындай хеҙмәт күрһәтелә. Үткән осорҙа 66 контейнер һатып алдыҡ. Бөтә талаптарға ярашлы 19 контейнер майҙансығы ҡуйылды һәм төҙөкләндерелде. Әммә ваҡыт үткән һайын талаптар ҙа үҙгәрә бара. Шуның өсөн беҙҙең алда был контейнерҙарҙы евроконтейнерҙарға алмаштырыу, сүп-сарҙы айырым төрҙәргә бүлеп йыйыуҙы ойоштороу, пластик шешәләр өсөн селтәрҙәр ҡуйыу мәсьәләһе тора.
Янғын сығыу хәүефе янаған осорҙа ауыл советы хакимиәте халыҡҡа ут менән һаҡ булырға кәрәклеге хаҡында һәр ваҡыт иҫкәртеп тора. Биләмәлә янғын һүндереү ҡорамалдары һәм автомобиль бар. 142 йортҡа автономлы янғынды иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйылды, дүрт кешенән торған ирекле янғын дружинаһы булдырылды.
“Айыҡ ауыл” проекты буйынса алкоголь эсемлектәр менән артыҡ мауығыусылар менән әүҙем эш алып барыла. Атйетәр ауылы йорттары буйлап йөрөгән саҡта анкета һорауҙарына яуаптар алдыҡ, эскелек һәм тәмәке тартыу, наркотик матдәләр ҡулланыуҙы профилактикалау өсөн иҫкәртмәләр таратабыҙ. Законһыҙ рәүештә алкоголь эсемлектәр менән һатыу иткән граждандарҙы ауыл советы хакимиәтенә саҡырып, профилактик һөйләшеү үткәрәбеҙ, участковый менән төрлө саралар уҙғарабыҙ. Шулай итеп һатыуҙан 15 литр спиртлы эсемлек тартып алынды һәм уны һатыусыға суд ҡарары менән штраф һалынды.
- Еңел булмаған эшегеҙҙә, ғәҙәттә, кемдәр ярҙамға килә?
- Ауылдарыбыҙҙың йәмле булыуы үҙ тыуған еренә битараф булмаған һәм ошонда йәшәгән халыҡтың ҡаҙанышы. Яҡташтарым бик ҙур эш башҡара һәм һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торалар. Күп кенә йорт алдары ваҡытында ҡоро япраҡ-үләндәрҙән таҙартылды, ағастар һәм бордюрҙар ағартылды. Ауыл халҡының үҙҙәре үк инициатива күрһәтеп һәм бар халыҡты йәлеп итеп өмәләр үткәреүе минең өсөн бигерәк тә ҡыуаныслы. 29 апрелдә өмә менән 2000 ағас ултыртылды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү акцияһына ла биләмәбеҙ халҡы ихлас ҡушылды. Улар ил һаҡлаусылар өсөн бирсәткәләр, ойоҡбаштар, дарыуҙар, фонариктар, шәхси гигиена саралары, аҙыҡ-түлек һәм башҡа бик күп мөһим әйберҙәр килтерҙе. Был гуманитар ярҙам артабан кәрәкле урынға юлланһын өсөн район хакимиәтенә тапшырылды. Шулай уҡ яҡташтарым маскировкалау селтәре үреү өсөн кәрәк-яраҡ һатып алыу өсөн аҡса йыйыу ойоштороҙо. Әле аҡса йыйыу эше менән ауыл советы депутаттары шөғөлләнә. Селтәр һәм туҡыманың тәүге партияһы һатып алынды ла инде. Маскировкалау селтәре үрергә ярҙам итергә теләүселәрҙең барыһын да Атйетәр ауылы мәҙәниәт йортонда көтөп ҡалабыҙ. Шулай итеп Атйетәр ауыл советы халҡы һәр саҡ мобилизациялағы яҡташтарын хәстәрләй. Таңсәйет һәм Никитин ауылдары уңғандары туҡмас киҫеүҙә ҡатнашты һәм уны киптереп, контейнерҙарға тултырып та ҡуйҙы.
Мобилизацияланған граждандарға гуманитар ярҙам һәм аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ауыл советы биләмәһе халҡының барыһына ла оло рәхмәт белдерәбеҙ. Биләмәбеҙ халҡының Рәсәй хәрбиҙәренә һәм мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға битараф ҡарашта булмауы, ҙур ярҙам күрһәтеүе уларҙың илһөйәрлеге тураһында күпте һөйләй.
- Хәл итәһе проблемаларығыҙ ҙа барҙыр?
- Ауыл советы биләмәһендә дүрт ФАП бар. Ҡыҙғанысҡа, бөгөнгө көндә тик Атйетәр фельдшер-акушер пунктына ғына Арыҫлан ауылынан фельдшер Светлана Мещерякова килә һәм аҙнаһына ике тапҡыр (шишәмбе һәм кесаҙна) ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Башҡа ФАП-тарҙа белгестәр юҡ. Шулай уҡ Атйетәр мәҙәниәт йортона ике хеҙмәткәр, почта бүлексәһенә начальник талап ителә.
Урындағы идаралыҡ алға табан бара, камиллаша һәм һәр саҡ халыҡтың ихтыяждарына, проблемаларына яҡын булырға тырыша. Беҙ бергәләшеп, күмәкләшеп үҙебеҙ йәшәгән биләмә менән идара итергә өйрәнәбеҙ. Ысын күңелдән һөнәри байрамыбыҙ - Урындағы идара көнө менән ҡотлайым! Һәр берегеҙгә хеҙмәттәштәрегеҙҙең һәм мәнфәғәттәре өсөн бар көсөбөҙҙө һалған халыҡтың хөрмәтен тойоп йәшәргә һәм эшләргә яҙһын. Барығыҙға ла сабырлыҡ һәм аҡыл, ныҡлы сәләмәтлек теләйем.
- Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Еңел булмаған эшегеҙҙә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!