Ҡурай серҙәренә өйрәтеү - рухи мираҫты һаҡлау
Илаһи көс-ҡөҙрәткә эйә булған, тәрән мәғәнәле ҡурай моңо һәр бер тыңлаусының йөрәгенә үтеп инмәй ҡалмай. Шундай ябай ғына бер көпшәнән сыҡҡан көй-моң үҙендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ сер һаҡлай. “Ҡурайсы ҡурайының моңо менән кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарып ҡалған, ҡайғылының ҡайғыһын баҫҡан”, - тип раҫлай риүәйәт. Белеүебеҙсә, ҡурай - башҡорт халҡының данлыҡлы һәм популяр уйын ҡоралы. Шулай уҡ ул халҡыбыҙҙың символы һәм ғорурлығы ғына түгел, милли бренды ла. Башҡорт халҡы борон-борондан һәләтле ҡурайсылары менән дан тота.
Халыҡ уйын ҡоралдарын өйрәнеү, уҡытыу, уларҙы тергеҙеү менән Ҡырмыҫҡалы сәнғәт мәктәбе шөғөлләнә. Бында 35 йылға яҡын ҡурай класы эшләп килә. Белем биреү усағында 20 йылдан ашыу ҡурай серҙәренә өйрәтеүсе - уҡытыусы Имза Биктимеровҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
- Ҡурайҙа уйнарға өйрәнеүе һәм өйрәтеүе ауырмы?
– Эйе, йәш быуынды ҡурай уйнарға өйрәтеү – ҙур эш һәм ул бик үк еңелдән дә түгел. Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов һүҙҙәре менән әйткәндә, ҡурайҙа уйнаусылар һәм ҡурайсылар бар. Ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү еңел бирелмәй, ә ысын ҡурайсы булыуы инде бигерәк тә ауыр. Уның өсөн иң тәүҙә рухлы, моңло һәм оҫта булырға кәрәк. Шулай уҡ Юлай ағай әйтмешләй, башҡорт халҡында ҡурайсы кеше батыр ҙа булырға тейеш. Ҡурайсы булыу өсөн иң элек башҡорт булып тыуырға, халҡыбыҙҙың тарихын белеү мотлаҡ. Шуға күрә мин дәрестәрҙә уҡыусыларымды ҡурай уйнарға ғына өйрәтмәйем, иң элек һәр бер көйҙөң тарихы менән таныштырам. Халыҡ көйҙәренең тарихын белеү ҙә, уны башҡаларға матур итеп һөйләй белеү ҙә бик мөһим. Ҡурайҙа ниндәйҙер көйҙө башҡарған саҡта күңелеңдән шул дәүерҙе, тарихты күҙ алдына килтерһәң, күпкә уңышлыраҡ килеп сыға. Тап шуға ла ҡурайсыларҙы халыҡтың күңелен асыусы ябай музыканттар ғына түгел, ә тарихты һаҡлаусылар ҙа тип иҫәпләү ҡабул ителгән. Данлыҡлы ҡурайсы, педагог Ғата Сөләймәнов “Әгәр һин ҡурайҙа уйнай беләһең икән, башҡаларҙы ла өйрәт”, - тигән. Ысынлап та, ҡурай серҙәренә өйрәтеү – ул рухи мираҫты һаҡлауға, был мираҫты йәш быуынға тапшырыуға тиң.
- Һәр кем ҡурайҙа уйнарға өйрәнә аламы?
- Һәр бер тырыш, моңло бала ҡурайҙа уйнарға өйрәнә ала. Рухы, моңо булмаған кешегә ҡурайҙа уйнарға өйрәнеүе бигерәк тә ауыр бирелә. Беҙҙең районда шундай рухлы, моңло балаларҙың күп булыуы ҡыуандыра. Шөкөр, ҡурай дәрестәренә бар күңелен биреп йөрөгән, ныҡышмал уҡыусыларым байтаҡ. Сәнғәт мәктәбе директоры Хәниф Фәлит улы Батталовтың тырышлығы менән ойошторолған ҡурайсылар ансамбле уңышлы эшләп килә. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулауға ла ирешәбеҙ. Шулай уҡ ҡыҙҙарҙың да ҡурайҙа уйнау серҙәре менән ҡыҙыҡһыныуы үтә лә ҡыуаныслы, әлбиттә. Ҡайһы бер кешеләр ҡурайҙа уйнарға өйрәнеүе еңел генә тип уйлай. Әммә был хата фекер тип әйтер инем. Сөнки ҡурайҙа тик өрөргә өйрәтеү генә лә ҙур көс һәм тырышлыҡ талап итә.
- Ҡурай уйнауҙың ниндәй серҙәре һәм нескәлектәре бар?
- Уның серҙәре, нескәлектәре бихисап. Әйткәндәй, ҡурайҙың үҙенә генә хас тембры бар. Уны башҡа уйын ҡоралы менән бутау мөмкин түгел. Бер уйлап ҡараһаң, ҡурай – ул бик ябай ғына, биш кенә уйымлы музыка ҡоралы. Икенсе яҡтан үҙе бик ҡатмарлы ла. Мәҫәлән, кларнет, саксафон, флейта кеүек башҡа тынлы инструменттар менән сағыштырһаҡ, унда бөтәһе лә әҙер. Әлбиттә, уларҙың да нескәлектәре бар, әммә беҙгә ҡурайҙағы биш кенә уйымдан әллә күпме тауыш сығарырға тура килә. Бер уйымдан 5-6 тауыш (нота) сығарып өйрәнеүе еңел түгел. Бында тел һәм ауыҙ ҙур роль уйнай. Иң тәүге сиратта, телде дөрөҫ итеп ҡуйырға өйрәнеү зарур.
- Ҡыҙҙарҙың да ҡурайҙа уйнауына нисек ҡарайһығыҙ?
- Ҡыҙҙарҙың ҡурайҙа уйнауына мин бик ыңғай ҡараштамын. Уларға бары тик афарин ғына тип әйтәм. Сәнғәт мәктәбендә уҡытыу дәүерендә шундай оҫта уйнаған ҡурайсы ҡыҙҙарыбыҙ булды. Ундайҙар әле лә бар. Ҡыҙҙар ҡурай дәрестәренә ҙур теләк менән йөрөй. Улар - беҙҙең ҡурайсылар ансамбленең йәме, биҙәге булып тора тиһәм дә артыҡ булмаҫ.
- Оло йәштәгеләр ҙә ҡурайҙа уйнарға теләк белдергәне юҡмы?
- Бик күп кенә оло йәштәге ағайҙар: “Мине лә ҡурай уйнарға өйрәт әле”, - тип мөрәжәғәт итә. Ҡурай моңо бер кемде лә битараф ҡалдырмай, үҙенә әсир итә тигәне дөрөҫтөр, моғайын.
- Ҡурайҙа уйнауҙың сәләмәтлеккә лә файҙаһы бар тиҙәр...
- Әгәр ҡурайҙа дөрөҫ итеп уйнарға өйрәнһәң, тынды дөрөҫ итеп алһаң, ул бик файҙалы. Хатта, ғүмерҙе лә оҙайтыу сифатына эйә. Шуға ла үҙемдең дәрестәрҙә методика буйынса һулышты дөрөҫ алырға өйрәтеүҙе иң тәүге сиратҡа ҡуям.
- Ихлас яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Рухи мираҫты һаҡлау эшендә артабан да ҙур уңыштар юлдаш булһын һеҙгә!
Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште.
Айназар АБДУЛЛИН, Иҫке Бәпес ауылы мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы:
- 4-се кластан алып ҡурай класында шөғөлләнәм. Ҡурайҙа уйнауы миңә бик оҡшай. Имза Әхтәм улы беҙгә дәрестә ҡурайҙа уйнарға ғына өйрәтмәй, шулай уҡ һәр көйҙөң тарихы хаҡында ла бик күп мәғлүмәт бирә. Дәрестән һуң ҡалып та ҡурай серҙәренә төшөнәм. Уҡытыусыбыҙ етәкселегендә ансамблебеҙ менән дә, айырым да даими рәүештә төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, еңеүҙәр ҙә яулайбыҙ. Лауреат исемен алырға ла өлгәштем. Киләсәктә һөнәремде сәнғәт өлкәһе менән бәйләмәһәм дә, ҡурайҙа уйнауҙы бер ҡасан да ташламаясаҡмын, сөнки был шөғөл минең күңелемә ял һәм дәрт бирә, рух өҫтәй.
Камилла ШАЙМАРҘАНОВА, Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы:
- Иҫке Бәпес мәктәбендә ҡурай класы асылғандың тәүге көнөнән үк дәрестәргә йөрөй башланым. Ҡурайҙа уйнарға һәм һәр көйҙөң тарихын өйрәнергә миңә бик оҡшай, яратып шөғөлләндем. Ҡурайға һөйөү уятып, уның серҙәренә төшөндөргәне өсөн Имза Әхтәм улына сикһеҙ рәхмәтлемен. Атай-әсәйем дә һәр бер өйрәнгән яңы көй өсөн, барлыҡ уңыштарым өсөн шатланып торалар. Гимназияға уҡырға килгәс тә, ҡурайымды ташламаным, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурай ансамблендә шөғөлләнә башланым. Бында ҡыҙҙарҙан бер үҙем булһам да, бик яратып йөрөйөм. Төрлө конкурстарҙа, байрамдарҙа сығыш яһайбыҙ, уңыштарға өлгәшәбеҙ. Быйыл мәктәпте тамамлаһам да, киләсәктә ҡурай менән шөғөлләнеүемде ташламаясаҡмын.