21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнө
Ул бит - әсә, шиғыр әсәһе!
Ғалим, тел белгесе, шағирә, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф отличнигы, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Абуталипова 1954 йылдың 30 мартында Стәрлетамаҡ ҡалаһында донъяға килә, әммә бала сағы Иҫке Бәпес ауылында үтә. Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы – бихисап ғилми-методик мәҡәләләр, монографиялар, дәреслектәр һәм шиғри йыйынтыҡтар авторы. Уның хикәйәләре, әкиәттәре, скетчтары ла ваҡытлы матбуғат биттәрендә даими баҫылып тора.
Бөтә донъя шиғриәт көнө уңайынан, беҙ үҙебеҙҙең әңгәмәлә арҙаҡлы яҡташыбыҙҙы күберәк шағирә булараҡ асырға тырыштыҡ. Шулай уҡ Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә уның педагоглыҡ эшмәкәрлегенә лә баҫым яһаныҡ.
- Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы, һеҙҙе Иҫке Бәпес ауылы менән ниндәй ептәр бәйләй?
- Әсәйем яҡлап олатай-өләсәйем Абдулла, ә атай яҡлап олатай-өләсәйем Иҫке Бәпес ауылында йәшәгәндәр. Атайым әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, Стәрлетамаҡҡа эшкә урынлаша, шул ваҡыттарҙа Гүзәл апайым менән икебеҙ донъяға килгәнбеҙ. Күпмелер ваҡыт үткәс, ата-әсәйем Иҫке Бәпес ауылына күсеп ҡайтҡан. Мин ошо ауылда тәү башлап мәктәп ишеген астым һәм 8 класты ошонда уҡыным. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Иҫке Бәпестә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары һәм уҡытыусы булып эш башлап ебәрҙем. Шуға күрә барлыҡ документтарҙа тыуған ерем Стәрлетамаҡ ҡалаһы яҙылһа ла, мин үҙемдең тыуған ерем тип Иҫке Бәпес ауылын иҫәпләйем.
- Шиғриәткә һөйөү ҡайҙан килә?
- Шиғриәткә һөйөү атайым Әсхәт Әхмәтгәрәй улынан килә. Ул шул тиклем шиғри күңелле, алсаҡ, изгелекле кеше булды һәм мөкиббән китеп әҙәбиәтте яратты. Өфөгә һәм башҡа ҡалаларға барған һайын күпләп китаптар алып ҡайтыр ине. Беҙ шул китаптарҙы уҡып үҫтек. Атайым бигерәк тә Рәми Ғариповтың ижадына өҫтөнлөк бирҙе. Уның шиғырҙарын уҡый ҙа: “Бына ошо юлдар аша шағир нимә әйтергә теләгән? Тәрәнерәк уйлап ҡарағыҙ әле”, - тип, беҙҙе ултыртып ҡуйып, шиғырҙың төп мәғәнәһен аңлатырға тырыша торғайны. М иңә 8-9 йәштәр самаһында ул апайым менән икебеҙгә: “Йәгеҙ, үҙегеҙ ҙә шиғыр яҙып ҡарағыҙ әле”, - тип тәҡдим итте. Шунан беҙ икәүләп шиғыр яҙып ҡараныҡ. Хәҙер уҡып ҡараһам, әлбиттә, улар бик үк килешле лә булмаған, әммә үҙебеҙгә ысын шиғыр килеп сыҡҡан кеүек тойола ине. Йыш ҡына тышҡа сығып ултырып, алмағастарға ҡунып һайраған ҡоштар тауышын, бал ҡорттарының хуш еҫле сәскәнән-сәскәгә ҡунып безелдәшкәнен тыңлап, яҙып-яҙып ҡарай торғас, ярайһы уҡ килешле шиғырҙар яҙыла башланы. Миңә ун йәш булған ваҡытта “Ҡар яуа” тигән шиғырыбыҙ “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫылып сыҡты. Был ваҡиға беҙҙең ҙур ғаиләбеҙ өсөн ысын байрам булды! Артабан беҙ төрлө әҙәби конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай башланыҡ. Икебеҙ бергә яҙған шиғырыбыҙ республика конкурсында беренсе урын алып, апайым хатта Ҡара Диңгеҙ буйындағы “Артек” пионер лагерында ял итеп ҡайтты. Мин ул саҡта пионер түгел инем әле.
– Тәүге китабығыҙ ҡасан донъя күрҙе?
- “Әнисә, йәшең нисә?” исемле шиғри йыйынтығым 1993 йылда донъя күрҙе. Ул кескәйҙәргә тәғәйенләнгәйне. Артабан “Асыуланма, Сыбарҡай”, “Сиңерткә йәшенмәк уйнай”, “Мин үҫәм”, “Бесәй быйма эсендә” исемле китаптарым сыҡты. Өлкәндәр өсөн яҙылған шиғырҙарым 1997 йылда “Шаңдау” йыйынтығында баҫылды.
- Ижадсы ҡомары үҙен нисегерәк һиҙҙертә? Күңел төбөндә йөрөткән шиғырығыҙ яралғас, ниндәй хис-тойғолар кисерәһегеҙ?
- “Йөрәгемде сикһеҙ шатлыҡ биләй,
Мин бит әсә, шиғыр әсәһе!
Була күрһен шиғыр-сабыйымдың
Яҡты яҙмыш, аҡ киләсәге” – тигән бер шиғырымдағы юлдарҙа әйтелгәнсә, һәр ижад емеше яралған һайын шундай ҙур кинәнес алаһың. Әгәр ҙә л шиғыр күңелеңә оҡшай икән, ижад ҡомары һиңә ҙур шатлыҡ бүләк итә. Үҙеңдең күңелеңдә яралған хистәрҙе һүҙҙәр аша теҙеп ҡуя алыуҙан ҙур ҡыуаныс кисерәһең.
- Шиғырҙарҙан тыш, проза әҫәрҙәре лә ижад итәһегеҙ. Ҡайһы жанр күңелегеҙгә яҡыныраҡ?
- Шиғырҙар ижад итеү күңелемә яҡыныраҡ. Шулай һирәкләп төрлө скетчтар, юмористик формалағы хикәйәләр, балалар өсөн әкиәттәр ҙә яҙам.
– Ижад итеүҙе педагог эше менән йәнәшә алып бараһығыҙ. Ижад кешеһе булыу уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегегеҙгә ниндәй йоғонто яһай?
- Эйе, ижад итеүҙе педагог эше менән, шулай уҡ башҡорт филологияһы өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр менән дә бергә алып барырға тура килә.
Билдәле булыуынса, был өс өлкә бер-береһе менән тығыҙ бәйле.
90-сы йылдарҙа рус балаларын башҡорт теленә уҡытыу буйынса диссертация яҙғанда балалар өсөн шиғырҙар ижад итеүгә ныҡлап тотондом. Диссертация өҫтөндә эшләгәндә лә , дәреслектәр яҙғанда ла балалар өсөн тематик һүҙҙәр ҡулланылған дүрт юллыҡ ябай ғына шиғырҙар бик кәрәк булды һәм уларҙы күберәк үҙемә ижад итергә тура килде. Методик эшмәкәрлегем дә балалар өсөн шиғырҙарға иғтибар итеү кәрәклеген күрһәтте.
Әлбиттә, бер генә өлкәлә эшләгән булһам, хеҙмәтем күпкә емешлерәк тә булыр ине тип уйлап ҡуйған саҡтарым булғылай. Шулай ҙа үкенмәйем, тимәк минең күңел талабым шундай булған.
Уҡытыусы булыу теләге ғаиләбеҙҙән килә, сөнки әсәйем яғынан уҡытыусылыҡ-мәғрифәтселек менән дүрт быуын бәйләнгән. Өләсәйем Рабиға Фазлетдин ҡыҙы Ғафури районы Баҡраҡ ауылынан. Фазлетдин олатайым шул ауылда танылған хәлфә булған. Мәжит Ғафури тураһындағы иҫтәлектәрҙә: “М.Ғафури Фазлетдин хәлфәнән фарсы теле буйынса һабаҡтар алған”, - тип яҙылған. Был тап минең олатайым булған. Ул ғәрәп, фарсы һәм башҡа телдәрҙе бик яҡшы белгән. Әммә репрессия ваҡытында балаларына ел-ямғыр тейҙермәҫ өсөн уға бөтә титулдарынан баш тартырға тура килгән. Өләсәйемдең һигеҙ балаһының байтағы юғары белем алған, икәүһе уҡытыусы: Рәсимә апайым оҙаҡ йылдар Сахайҙа, ә Әнүәр бабайым Иҫке Бәпестә физиканан уҡытты. Гүзәл апайым, Фәүриә һеңлем педагогия буйынса белем алдылар. Шуға күрә беҙҙең нәҫелдә дүртенсе быуын уҡытыусылыҡ менән шөғөлләнә тип әйтергә була.
- Ҡайһы йәш шағирҙарҙың ижадын яҡын күрәһегеҙ? Яңы ғына ҡәләм тибрәтә башлаусыларға ниндәй кәңәш-теләктәр юлларһығыҙ?
- Йәштәрҙең береһенең дә күңелен ҡыймаҫ өсөн, фамилияларын атап тормайым. Һуңғы йылдарҙа йәш шағирҙар, бигерәк тә шағирәләр күбәйҙе. Араларында бик матур яҙыусылар бар. Иң тәүге кәңәшем шул булыр: һәр бер яҙған кеше яҙыусы булып китә алмай. Әммә үҙегеҙҙең мөмкинлекте ҡарап, ижадты ташламаҫҡа кәрәк, сөнки матурлыҡты күрә белгән, донъяға шиғри күңел менән ҡараған кеше бер ваҡытта ла яуызлыҡҡа бармай, уның күңеле һәр ваҡыт изге булып ҡала. Ундайҙар донъяны нығыраҡ ярата белә. Тик үҙеңә ниндәйҙер бик юғары планка ҡуйырға, бөйөк яҙыусы булып китәсәкмен тип уйларға кәрәкмәй. Әгәр ҙә күңелегеҙҙә шиғриәт бар икән, уның өҫтөндә эшләргә кәрәк. Таҡмаҡта: “Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, бейей-бейей оҫтара!” - тигән шикелле, яҙа-яҙа оҫтараһың, ҡәләм шымара. Шиғыр тыуғандағы ҙур шатлыҡ хисе йәшәүгә көс-дәрт бирә. Йәш ижадсыларҙың барыһына тик ижади уңыштар теләйем.
- Шиғыр яҙырға өйрәнеп буламы, әллә ул Хоҙай тарафынан бирелгән һәләтме?
- Шиғыр яҙырға һәләт кешегә тәбиғәттән биреләлер тип уйлайым. Сөнки махсус белеме булмаған кешеләр ҙә бик матур әҫәрҙәр ижад итә. Техник белемгә эйә булған һәм бөтөнләй башҡа өлкәлә эшләп йөрөгән кешеләр шәп яҙыусы булып китә. Тимәк, был һәләт ҡайҙандыр юғарынан биреләлер.
- Илһам, ғәҙҙәтә, төндә килә, тиҙәр...
- Эйе, илһам, ғәҙәттә, уйламағанда, көтмәгәндә килә. Ҡайһы берҙә ҡылт итеп күңелдә бер шиғыр килеп тыуа, әгәр шул ваҡытта яҙып ҡуймаһаң, аҙаҡтан нимә тураһында икәне лә ҡабаттан хәтереңә төшмәүе бар. Шуға төндә тороп булһа ла, ваҡытың тығыҙыраҡ булһа ла, күңелеңә килгән шиғырҙы яҙып ҡуйырға кәрәк.
- Илле йылдан һуң башҡорт әҙәбиәтен нисегерәк итеп күҙаллайһығыҙ?
- Бик ауыр һорау. Был турала тәү сиратта яҙыусы булараҡ түгел, ә телсе һәм педагог булараҡ та әйтәһем килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа телде уҡытыу, телде өйрәнеү мәсьәләләре бик ауыр тора. Хәҙер күпселек төпкөл, бер рус кешеһе лә йәшәмәгән башҡорт ауылдарында ла 1-се кластан башлап, хатта, балалар баҡсаһында ла, балаларҙы рус телендә тәрбиәләргә тырышалар, рус теле ярҙамында аралашалар. Был беҙҙең телебеҙҙең киләсәгенә ҙур хәүеф тыуҙыра һәм мине бик тә борсой. Әлбиттә, 50 йылдан һуң да башҡортса яҙыусылар булыр ул, ләкин ул китаптарҙы, әҫәрҙәрҙе уҡыусылар булырмы һуң тигән ҙур һорау тора. Ә уҡыусы булмаһа, ни тиклем матур әҫәрҙәр ижад ителһә лә, улар менән бер кем дә ҡыҙыҡһынмауы бар бит...
Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙы башҡорт мөхитендә тәрбиәләүгә күберәк иғтибар биреү - беҙҙең төп бурысыбыҙ тип өндәшер инем бөгөнгө көндә йәштәргә. Барыһы ла ата-әсәнән тора. Тел тураһында закондар бар. Конституцияла “Һәр кем үҙ телендә белем алырға хоҡуҡлы” тип яҙылып ҡуйылған. Конституция тарафынан раҫланған ошо хоҡуғыбыҙҙы бойомға ашырыу мәктәптән генә түгел, тәү сиратта ғаиләнән тора. Әгәр ҙә бала ғаиләлә бәләкәйҙән башҡорт телен өйрәнһә, мәктәпкә барғас һәр бер ата-әсә минең балам башҡортса уҡыһын тип ғариза яҙһа һәм үҙҙәре өйҙә башҡортса аралашһа, тел менән бәйле бер ниндәй проблема ла булмаясаҡ. Шулай итеп мин шиғриәттән әлеге лә баяғы уҡытыусылыҡҡа төшөп киттем, ләкин был береһенән-береһе айырылғыһыҙ өс нәмә - телебеҙҙең киләсәге булған ваҡытта тел ғилеме лә, әҙәбиәт тә үҫәсәк.
Ағымдағы йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы итеп иғлан итеү бик урынлы һәм ваҡытлы тип иҫәпләйем. Ни өсөн тигәндә, һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә ҡиммәттәрҙең үҙгәреүе һөҙөмтәһендә, уҡытыусы һөнәренә ҡарата мөнәсәбәт бик ҡыуаныслы түгел ине. Уҡытыусының абруйы төшөүе, үҙебеҙҙең быуаттар буйы һынау үткән уҡыу-уҡытыу системаһынан баш тартып, сит ил ҡалыбына күсеү – улар барыһы кире һөҙөмтәләргә килтерҙе. Уҡытыусы һәм остаз йылы тип аталған йылда белем-тәрбиә биреү системаһына, уҡытыусы шәхесенә ҙур иғтибар бүленер тип өмөтләнәм.
Хөрмәтле ҡәләмдәштәремде, шиғыр һөйөүселәрҙе Бөтә донъя шиғриәт көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Донъя именлеге, күңел көрлөгө, илһамлы ижад, яңынан-яңы уңыштар теләйем.
– Ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы! Илһам ҡанаттарығыҙ ҡайырылмаһын. Һәр саҡ шулай үҙегеҙҙең ижади емештәрегеҙ, лайыҡлы хеҙмәтегеҙ менән донъяны йәмләп йәшәүегеҙҙе теләйем!
Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште