Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең әңгәмә
2 Март 2023, 10:20

САБЫР ҘА, ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ ЛӘ УЛ

8 Март – Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар байрамы алдынан ғүмер юлының күп өлөшөн ҡатын-ҡыҙҙар, буласаҡ әсәләр һәм тыуасаҡ сабыйҙар сәләмәтлегенә арнаған Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, юғары категориялы белгес һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Винерита Марс ҡыҙы Саяпова менән осрашып, башлыса, гүзәл затҡа арналған темаға әңгәмә ҡорҙоҡ.

САБЫР ҘА, ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ ЛӘ УЛ
САБЫР ҘА, ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ ЛӘ УЛ

САБЫР ҘА, ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ ЛӘ УЛ

8 Март – Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар байрамы алдынан ғүмер юлының күп өлөшөн ҡатын-ҡыҙҙар, буласаҡ әсәләр һәм тыуасаҡ сабыйҙар сәләмәтлегенә арнаған Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, юғары категориялы белгес һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Винерита Марс ҡыҙы Саяпова менән осрашып, башлыса, гүзәл затҡа арналған темаға әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Иң тәүге һорауым исемегеҙгә бәйле булыр. Мине генә түгел, башҡа райондаштарҙы ла һеҙҙең үҙенсәлекле исемдең тарихы ҡыҙыҡһындыралыр, моғайын.
- Атайым ниндәйҙер китапта Винерита исемле табип тураһында уҡыған һәм миңә ошо исемде бирергә ҡарар иткән. Үҙемдең тыуған Борай районында бындай исем бер кемдә лә юҡ ине. Бында ла ундай исем ишеткәнем булманы. Хәҙер Ҡырмыҫҡалы районында өс ҡыҙ минең исемде йөрөтә. Минең хөрмәткә арнап ҡушылғандыр, тип уйлайым. Улар хәҙер үҙҙәре әсә булырлыҡ йәштә.
- Һеҙгә бер нисек тә үҙегеҙҙең йәште биреп булмай. Бының сере нимәлә?
- Һәр саҡ йәш булып ҡалыуҙың сере яратҡан эшең булыуҙалыр. Көнө-төнө эштәмен, ҡартайырға ваҡыт та ҡалмай. Шулай уҡ һәр саҡ тормоштоң ыңғай яҡтарын ғына күрә белеүҙәлер. Минең тормошта ла бик күп проблемалар булды. Ғүмер юлымда ла, эшем буйынса ла һикәлтәле мәлдәр булғыланы. Быларҙың барыһын да аңлы рәүештә, тейешенсә ҡабул итә белергә кәрәк. Сер түгел, гормональ терапия ла ҡулланам.
- Һеҙҙең турала район ҡатын-ҡыҙҙары тик яҡшы фекерҙә һәм һеҙҙең һәр саҡ шундай изге күңелле, кешелекле булыуығыҙға, ҡайһы бер табиптар кеүек тупаҫ булмауығыҙға һоҡлана. Был турала нимә әйтерһегеҙ?
- Табип кешеләрҙе яратырға тейеш. Кешеләрҙе яратмаған кеше табип булып эшләргә тейеш түгел. “Кешеләрҙе яратмағас, һеҙ ни эшләп медицинаға килдегеҙ?” – тип йәштәрҙе шелтәләп тә алам, сөнки ҡайһы берәүҙәрҙең ауырыуҙар менән эшләргә түҙемлеге етмәй. Һәр кешегә лә үҙеңдең туғаныңа ҡараған кеүек мөнәсәбәт булырға тейеш.
– Матурлыҡ төшөнсәһе һеҙҙең өсөн нимәнән ғибәрәт?
- Матурлыҡ ул бер һүҙһеҙ – сәләмәтлек. Әгәр һаулығың юҡ икән, бер ниндәй матурлыҡ та ярҙам итмәй. Кеше ишектән инеү менән уның сәләмәтлеге хаҡында күпте әйтеп була. Кешенең йөҙөнөң төҫө, тиреһенең торошо бик күпте һөйләй. Һау-сәләмәт кешенең кәйефе лә яҡшы була, ундайҙар йоҡоһоҙлоҡ менән дә интекмәй.
– Ошо лайыҡлы олоғайыуға табан китеп барғанда көнөгөҙҙө нимәнән башлайһығыҙ?
- Ҡартайыу мине бер ҡасан да өйҙә тотоп ала алмаҫ. Мин һәр ваҡыт хәрәкәттә, эштә, юлда. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер. Иртән торғас та, иң тәүҙә үҙемде тәртипкә килтерәм, иртәнге аш ашайым да иртәрәк эшкә килергә ашығам.
– Кешенең тышҡы ҡиәфәтенә уның туҡланыу рәүеше лә йоғонто яһамай ҡалмай. Нисегерәк туҡланаһығыҙ?
- Туҡланыуға ҙур иғтибар бүләм. Шулай ҙа быны ашарға ярамай, тегене ярамай тигән фекерҙә түгелмен. Барыһын да тиерлек ашайым. Иң мөһиме сама менән туҡлана белергә кәрәк. Барлыҡ нәмә лә сағыштырыуҙа бит. Беҙ бөгөн һайланып ҡына туҡланабыҙ, ә шул уҡ ваҡытта кемдәрҙер аслыҡтан интегә йәки ҡаты сирҙән ашай алмай. Ғәҙәттә, иртән ашап китәм дә, кискә тиклем ашауҙы онотам. Эш күп булһа, төшкө аш та онотола.
– Һеҙҙеңсә, ысын ҡатын-ҡыҙ ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
- Тәүге сиратта сабыр, изге күңелле булырға тейештәр. Шулай уҡ матурлыҡ та ҙур әһәмиәткә эйә, әлбиттә. Ауырлыҡтары 100-150 килограмға еткән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғәйепкә алмайынса булдыра алмайым. Үҙ ауырлығыңды һәр саҡ көйләргә була. Бына мин дөрөҫ туҡланыусылар рәтендә булмаһам да, саманан тыш ашамайым, торттарҙан, татлы ризыҡтарҙан да баш тартам. Аҙаҡ өйрәнеп китәһең, күп ашағы ла килмәй башлай. Төрлө диета ла ултырырға кәрәкмәй, ә хәрәкәтләнергә, күп эшләргә кәрәк.
- Һеҙ үҙегеҙҙе көслө ҡатын-ҡыҙҙар рәтенә индерәһегеҙме?
- Эйе, үҙемде көслө тип һанайым. Бер ҡасан да ҡыҙып китмәйем. Быларҙың барыһына ла өлкәнәйә килә өйрәнәһең. Ғүмер юлымда төрлө һикәлтәләр булды, ике бала менән яңғыҙыма ҡалырға тура килде. Ә хәҙер шуларҙы хәтерләйем дә, уларҙың барыһы ла ваҡ ҡына проблемалар булған икән тип уйлап ҡуям. Барыһын да йырып сыҡҡанмын, шөкөр. Йәшәй-йәшәй Аллаһы Тәғәлә бар икәненә ышаныс арта. Иң мөһиме -бер кемде лә ғәйепләргә ярамай.
– Ҡатын-ҡыҙ йөрәк менән йәшәргә тейешме, әллә күберәк аҡыл менәнме?

- Аҡыл менән йәшәргә кәрәктер. Йөрәк – ул тик мотор ғына. Йөрәк менән хисләнергә мөмкин, ә шулай ҙа, йөрәккә бойороп булмай тиһәләр ҙә, һәр саҡ баш менән уйларға кәрәк.
– Тормошҡа бик иртә сыҡҡанһығыҙ. Ғаилә тарихығыҙ хаҡында ла һөйләп китһәгеҙ ине, сер булмаһа…
– Студент саҡта уҡ, 22 йәшемдә Ҡырмыҫҡалы районы егетенә кейәүгә сығып, икебеҙ ҙә медицина институтын тамамлап, 1986 йылда йүнәлтмә буйынса тормош иптәшемдең тыуған яғына ҡайтып эш башланыҡ. Тәүҙә балалар табыу йортонда эшләнем. Ул ябылғас, гинекология бүлегендә эшемде дауам иттем. Бер ҡыҙыбыҙ һәм улыбыҙ донъяға килде. Ҡыҙғанысҡа, тормош иптәшем менән юлдарыбыҙ айырылды. Ҡыҙым да, улым да минең һөнәрҙе һайларға ҡәтғи ҡаршы булдылар. Улар хатта Яңы йыл төнөндә, шыршы алдында тантаналы рәүештә табип булмайбыҙ тип ант иттеләр, сөнки бер тапҡыр Яңы йылды ҡаршы алыр алдынан икебеҙҙе лә дауаханаға саҡырып алдылар. Тормош иптәшем хирург булғас, бер ҡатынға тиҙ арала операция эшләргә кәрәк ине. Балаларға өләсәй-олатайҙары менән генә байрамды ҡаршы алырға тура килде. Ул саҡта эш хаҡы ла ваҡытында түләнмәй торғайны. Шулай итеп, Гүзәл ҡыҙым банкта эшләй, Айҙар улым юрист. Өс ейән-ейәнсәр бүләк иттеләр.
– Тормош тәжрибәгеҙҙән сығып, ҡатын-ҡыҙҙы нимә биҙәй һәм нимә бөтөнләй биҙәмәй тип әйтә алаһығыҙ?
- Ҡатын-ҡыҙҙың зирәк аҡыллы, әҙәпле булыуы оҡшай. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙы әсә булыуға аңлы мөнәсәбәте биҙәй тиер инем. Бик күптәрҙең даими рәүештә абортҡа килеүе, йә табырға ваҡыты еткән саҡта баланан ҡотолорға теләүе йәмһеҙ күренеш, әлбиттә. Тәртипһеҙлек, аҙғынлыҡ, эскелек һәм тәмәке тартыу менән мауығыу, сәләмәтлектәренә битараф булыу бер ҡатын-ҡыҙҙы ла биҙәмәй.
– Кейем стилегеҙ ниндәй? Ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй кейемдә булыуы мөһимме?
– Классик стилде үҙ итәм. Медицина кейемен дә ныҡ яратам. Ҡатын-ҡыҙҙың кейеме уңайлы, таҙа булыуы мөһим.
– Сәс үҫтереү, тәрбиәләү серҙәрегеҙ менән дә бүлешмәҫһегеҙме? Оҙон сәс оҡшаймы, әллә ҡыҫҡамы?
– Оҙон сәс яратам, тик минең сәстәрем яҡшылап үҫмәй. Кешенең сәсе һәм тырнаҡтары генетиканан килә. Кемдәргәлер тәбиғәт матур сәс һәм тырнаҡтар бүләк итә. Үҫә торған сәс, бер нисек тәрбиәләмәһәң дә үҫә ул тигән фекерҙәмен.
– Винерита Марсовна, ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында оҙаҡ йылдар эшләгән табип булараҡ, гүзәл затҡа сәләмәт һәм матур булып ҡалыу өсөн ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Гүзәл заттар үҙҙәрен яратһындар, уларҙың һәр ваҡыт үҙ фекерҙәре булһын. Иң мөһиме балаларына ваҡыт бүлергә онотмаһындар. Ҡыҙғанысҡа, балалар үҫкән саҡта әсәйҙәрен аҙ күрәләр. Минең балалар ҙа: “Беҙҙең бала саҡ тәҙрә төбөндә һинең эштән ҡайтҡаныңды көтөп үтте”, - тигән үпкә һүҙҙәрен белдереп ҡуялар. Ғөмүмән мин, ҡатындар максимум көндөҙгө сәғәт өстәргә тиклем эшләргә һәм ҡалған ваҡытын балалар менән үткәрергә, уларға иғтибар бүлергә тейеш тигән фекерҙәмен. Балаларға әсәләренең иғтибары етмәй.
– Ихласлығығыҙ өсөн рәхмәт, Винерита Марсовна! Ғәжәйеп матур күңелле кеше икәнегеҙгә тағы ла бер инандым бөгөн! Һеҙҙең кеүектәр күберәк булһын ине!
Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: