Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең әңгәмә
25 Февраль 2023, 16:11
Ҡоштар ҙа тыуған яғын ташламай
Гәзитебеҙ биттәрендә Бишауыл-Уңғар ауылының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Рим Исхаҡов менән ҡыҙыҡлы әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
Ҡоштар ҙа тыуған яғын ташламай
- Рим Риф улы үҙегеҙ һәм эшегеҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙсе?
- Эшем 39-сы йыл мәктәп, балаларға белем һәм тәрбиә биреү менән бәйле. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сифатында башлағайным, әлеге көндә тарих һәм йәмғиәт белеме фәндәренән уҡытам.
- Үҙегеҙҙе бер-ике һүҙ менән нисек ҡылыҡһырлар инегеҙ?Бик етеҙ, тынғыһыҙ, теүәл кешемен. Башлаған эшемде ваҡытында тамамламаһам, тыныс түгелмен. Кешегә вәғәҙә иткәнмен икән, үтәмәһәм түҙә алмайым. Һәр ваҡытта ла “эйе” тип ризалашып уҙҙы ғүмер, “юҡ” тип кире ҡағырға хәҙер өйрәнеп булмаҫтыр инде.
- Ни өсөн нәҡ мәғариф өлкәһен һайланығыҙ? Нимә сәбәпсе һәм этәргес булды?
- Мәктәптә уҡыған йылдарҙа теләк драма актеры булыу ине. Бик матур итеп шиғырҙар уҡыйым, тауыш көр бит инде. Төрлө сараларҙа ҡатнашам, дәрестә диафильмдағы титрҙарҙы уҡыйым. Уҡытыусы, класс етәксем Мәбүрә Мырҙахан ҡыҙы Ильясова (ауыр тупраҡтары еңел булһын) минең артабанғы ниәттәрем менән ҡыҙыҡһынғас, уйымды асып һалдым. “Артист өсөн буйың бәләкәйерәк, лутсы уҡытыусы бул, әҙәбиәт уҡытыусыһы”, - тип кәңәш бирҙе уҡытыусым. Бер яҡтан дөрөҫ тә әйткәндер, актерҙар әҙерләү өсөн курстар сәнғәт институтында йыл һайын йыйылмай ине. Нәҡ мин уҡыуҙы тамамлаған 1976 йылда юҡ ине. Шуға күрә документтарымды БДУ- ның филология факультетына тапшырҙым. Ул йылда үтә алманым, киләһе йылына ла балл етмәне. Ике йыл армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, тағы ла бәхетемде һынап ҡараным. Ниһайәт, бәхет йылмайҙы: студент булып киттем. Актер булыу теләге хыялда ғына ҡалды. Студент саҡта төрлө сараларҙа алып барыусы сифатында даими сығыш яһаным.
Артист булманым, шулай ҙа ғүмерем сәхнәләрҙә үтте: бихисап үҙешмәкәр спектаклдәрҙә ролдәр башҡарҙым, әлегә тиклем Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев образында сығыш яһайым. Район, хатта республика кимәлендәге сараларҙы алып барыу бәхете тейҙе. Уҡыусыларҙы матур һөйләү, үҙеңде сәхнәлә тотоу серҙәренә өйрәтеп, байтаҡ сәхнә күренештәре эшләгәнмен. Бөгөнгө көнгә тиклем ошо эште ҙур кинәнес менән дауам итәм.
Гәзит-журналдар менән дә даими хеҙмәттәшлек иттем. Ябай хәбәрҙәрҙән һүрәтләмәләргә, очерктарғаса байтаҡ йылдар үтелгән. Хикәйәләр, юморескалар, шиғырҙар ҙа яҙғанмын. Сценарийҙарҙың да иҫәбе-һаны юҡ. Әҙәби тәнҡит өлкәһендә 100- ҙән ашыу мәҡәлә эшләгәнмен. Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар һәм Журналистар ойошмаһы ағзаһымын.
- Тәүге эш көнөгөҙ ҡайҙа нисек үтте?
- Тәүге эш көнөм Һәүәләй урта мәктәбендә 1985 йылдың 1 авгусынан башланды. Ул ваҡытта мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына әҙерләү осоро бит инде. Ә 1 сентябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тип уҡыусылар менән таныштырҙылар ҙа, ете йыл шунда үтте. Аҙаҡтан хеҙмәт юлым Бишауыл-Уңғар мәктәбенәдә дауам итте һәм итә.
- Эшегеҙҙең ыңғай һәм кире яҡтары?
- Эшемдең кире яҡтарын күрмәйем. Әгәр ҙә шулай булһа, бер урында оҙаҡ йылдар эшләй ҙә алмаҫ инем. Башҡарған эшең күңелеңә ятып, һәр саҡ ыңғай тойғолар уятырға тейештер ул. Эшеңдән риза булып, ҡәнәғәтлек кисергәндә генә тейешле ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеп була.
- Иң ҙур ҡаҙанышығыҙ һәм еңелеүегеҙ?
- Әллә ниндәй хаттин ашырлыҡ еңеүҙәрем юҡтыр, әммә әйтерлектәре бар. Ике тапҡыр “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында номинацияларҙа билдәләндем, 1991 йылда үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә ҡатнашыусылар конкурсында лауреат булдым. 2009 йылда “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсында мин әҙерләгән мәктәп уҡыусылары командаһы Гран-приға лайыҡ булды. Улар “Аулаҡ өй” йолаһына нигеҙләнгән сәхнә күренеше менән сығыш яһаны. Аллаһҡа шөкөр, миңә уңыштар күберәк юлдаш. Шуға күрә еңелеүҙәрем дә юҡ, тип аяҡ терәп әйтә алам.
- Өс төп ҡаҙанышығыҙҙы һүрәтләгеҙ.
- Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреатымын, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләндем, Рәсәйҙең “Халыҡ мәғарифы алдынғыһы” исемен йөрөтәм.
- Уңышығыҙҙың сере нимәлә?
- Уңыштарҙың сере - эшеңде күңел биреп башҡарыуҙа. Әгәр ҙә ниндәйҙер бер ауыр йөк
ҡушылғандай итеп ҡабул итһәң, матур һөҙөмтә булмаясаҡ. Үҙеңде мәжбүр итеп түгел, ә кинәнес тойоп, һөҙөмтәһен күреп, ҡыуаныр өсөн эшләү уңышлы була.
- Илһам ташлап киткән, ҡулға эш бармаған саҡтар буламы?
- Илһам ташлап китеү хаҡында әйтә алмайым, әммә оҙаҡ ваҡыттар бер нимә лә яҙмаған саҡтар була. Ул ваҡыттарҙа кинәнеп башҡаларҙың ижады менән танышам.
- Һөнәрегеҙҙе үҙгәртеү уйы башығыҙға килгәне булдымы?
- Һөнәремде үҙгәртергә мөмкинселектәр булды. Заманында редаҡцияларға ла, Мәғариф министрлығына ла, радиоға ла ҡоҙалап ҡаранылар. Сәбәптәрен таба торҙом. Ныҡлы ғына теләк тә булмағандыр инде. Хәҙер бер кем дә саҡырмай.
- Һеҙҙең тормош фәлсәфәһе, девизы.
- “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма,”- тип әйтергә яратам.
- Ниндәй хис-тойғоларҙы яңынан кисерергә теләр инегеҙ?
- Нимәнелер яңынан башлау, кисереү яғында түгелмен. Яҙмышыңа нимә ҡушылған, шуға риза булыу, тигән уйҙамын.
- Яратҡан афоризм.
- Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
- Тормошоғоҙҙа кем нығыраҡ йоғонто яһаны?
- Айырып ҡына әйтеү мөмкин булмаҫ. Мәктәптә белем биргән барлыҡ уҡытыусыларыма, БДУ-ла уҡытҡан остаздарыма, коллегаларыма, миңә теләктәш булған барлыҡ дуҫтарға рәхмәтлемен.
- Көтөп алған миҙгелегеҙ?
- Ҡышты көтөп алам. Ҡыш көнө донъяға килгәнмен бит.
- Яратҡан фильмығыҙ?
- Совет осоронда төшөрөлгән фильмдар. “Как закалялась сталь”, “Семнадцать мгновений весны.”
- Әҙәби жанр, әҫәр, яҙыусы.
- Айырып ҡына әйтеп булмаҫ. Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Яныбай Хамматов, Фәрит Иҫәнғолов, Ноғман Мусин, Әнғәм Атнабаев...
- Сәйәсмәндәрҙән кемде ихтирам итәһегеҙ?
- Андрей Громыко, Сергей Лавров.
– Буш ваҡытығыҙҙа ниндәй шөғөл менән булышаһығыҙ?
- Кәрәге бөткән тигән нимәләрҙән дә ниндәйҙер кәрәкле нәмә яһау. Мәҫәлән, батарея менән эшләүсе сәғәт механизмынан эшләп ҡапҡаға ҡуйылған сигнализациям оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә, ҡапҡа бикләү ҡорамалдарын да үҙем эшләп ҡуйғанмын. Хужалыҡта ҡулланған ҡул арбам да төрлө нимәнән йыйылған, радиоприемниктарҙы зарядкалау ҡорамалдарына тоташтырғанмын һәм башҡалар.
- Ғүмер мәғәнәһе нимәлә?
- Николай Островскийҙың ошондай һүҙҙәре бар: “Ғүмер кешегә бер генә тапҡыр бирелә. Уны маҡсатһыҙ үткән көндәрең өсөн үкенмәҫлек итеп йәшәргә кәрәк.” Бигерәк дөрөҫ, девиз булырлыҡ һүҙҙәр.
- Кем ул иң бәхетле кеше?
- Бәхетте лә бер төрлө генә аңлатып булмай. Шуға күрә абсолют бәхетле лә, бөтөнләй бәхетһеҙ ҙә кешеләр булмай. Эштән бәхет бар тип әйтәләр. Ғаилә бәхете тиҙәр. Байлыҡты ла бәхет тиеүселәр бар. Балалар булыу ҙа бәхет. Атай, әсәйле булыу, шулай уҡ үҙең атай-әсәй булыу- бәхет. Хеҙмәтең лайыҡлы баһалана икән- был да бәхет. Һинең кемгәлер кәрәк булыуың бәхет. Сәләмәтлек, бар ағзаларың теүәл булыу – бәхет...
- Һеҙ Хоҙайға ышанаһығыҙмы?
- Аллаһы Тәғәлә барлығына ышанам.
- Ниндәй маҡсаттар, хыялдар менән йәшәйһегеҙ?
- Донъялар тыныс булып, илебеҙгә яңынан именлек урынлашып, хәсрәтһеҙ генә, татыулыҡта ғүмер итергә яҙһын ине.
- Мөмкинлек, форсат булһа, ҡайһы сит илдә йәшәр инегеҙ?
- Сит илдә йәшәмәҫ инем. Ни генә тимә, сит ер сит ер инде ул. Ана, хатта ҡоштар ғына ла тыуған яғын ташламай бит.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор:
Гульчачак Алачева
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин