– Баш ауыртмаһын өсөн, организмдағы магний, калий һәм кальций кимәлен күҙәтергә кәрәк. Бының өсөн даими рәүештә ҡанды тикшереп, ниндәй файҙалы матдәләр етешмәгәнен белергә була, – ти табип-терапевт Иван Задорожный.
Уның һүҙҙәренсә, менюға составында бай витамин булған аҙыҡ-түлектән әҙерләнгән ашамлыҡтарҙы индерергә кәрәк. Был һаулыҡ менән бәйле күп сирҙәрҙән һаҡланырға ярҙам итәсәк.
Магнийға бай аҙыҡ-түлек. Ғалимдар күптән инде магнийҙың баш ауыртыуын еңеләйтеүен асыҡлаған. Ул сәтләүек, ҡарабойҙай, миндаль, күрәгә, банан, авокадо, көнбағышта күп.
Калийға бай аҙыҡ-түлек. Һыу етмәһә, организм күп калий юғалта. Билдәле булыуынса, баш ауыртыуы йыш ҡына һыуһыҙландырыуҙан барлыҡҡа килә. Һаулығығыҙ ныҡлы булһын өсөн газһыҙ һыуҙы күп эсергә, шулай уҡ картуф, әфлисун, шпинат ашарға тырышығыҙ.
Кальцийға бай аҙыҡ-түлек. Ошо микроэлементтың етешмәүе нервы-мускул ҡуҙғыусанлығының боҙолоуына килтерә. Бик майлы булмаған һөт, эремсек, тәбиғи йогурт, ряженка кальцийға бай.
Фото: Т. АМАНОВ.