Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең әңгәмә
10 Февраль 2022, 14:22

"Әсәйемә рәхмәтлемен"

Бәләкәй саҡтан уҡ бик әүҙем бала булдым. Ауылда төрлө түңәрәктәр булмаһа ла, әсәйем үҙе мине бейергә өйрәтте. Шунан бик күп конкурстарҙа ҡатнаша башланым. Шулай итеп, сәхнә тормошона һөйөүҙе миңә тәүгеләрҙән булып әсәйем уятты. Бар уңыштарым, донъяла йәшәүем өсөн иң яҡын кешем - әсәйемә рәхмәтлемен. 

"Әсәйемә рәхмәтлемен"
"Әсәйемә рәхмәтлемен"
  • “Әсәйемә рәхмәтлемен”
    Иҫке Бәпес ауылында тыуып-үҫкән Земфира Тимерова (Байдәүләтова) күптән түгел “Союз дәүләт студенттары королеваһы” конкурсы финалында ҡатнашып, “Вице-королева” титулын яуланы. Күптәрегеҙ ишетеп беләһегеҙҙер, Земфираның был тәүге еңеүе түгел. Ул ошоға тиклем республикабыҙҙың мәртәбәле “Һылыуҡай” конкурсында, шулай уҡ “Мисс Азия”, “Мисс Рәсәй”, “Мисс Рәсәй студенты” конкурстарында еңеү яулап өлгөргән. Телефон аша бәйләнешкә сығып, яҡташыбыҙ менән бәләкәй генә әңгәмә ҡорҙоҡ.
    - Земфира, районда һинең турала күптәр беләлер. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, гәзит уҡыусыларҙы үҙеңдең ошо ҙур бейеклектәргә илткән тормош юлың менән ҡыҫҡаса таныштырып китһәңсе.
    - 7-се класҡа тиклем Иҫке Бәпес мәктәбендә белем алғас, уҡыуымды Өфөләге Республика инженер лицей-интернатында дауам иттем. Шул ваҡыттарҙа уҡ уҡ мине “Һылыуҡай” модель агентлығы етәкселеге күрҙе һәм минең модель булараҡ карьерам башланып та китте. Бәләкәй саҡтан уҡ бик әүҙем бала булдым. Ауылда төрлө түңәрәктәр булмаһа ла, әсәйем үҙе мине бейергә өйрәтте. Шунан бик күп конкурстарҙа ҡатнаша башланым. Шулай итеп, сәхнә тормошона һөйөүҙе миңә тәүгеләрҙән булып әсәйем уятты. Бар уңыштарым, донъяла йәшәүем өсөн иң яҡын кешем - әсәйемә рәхмәтлемен. 11-се класта уҡығанда модель эше буйынса курстарға йөрөй башланым. Дүрт ай үтеүгә, миңә “Һылыуҡай” республика конкурсында ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Был бик етди бәйгегә кастингты үтермен, тип тә уйламағайным, сөнки унда ҡатнашырға теләүселәр һаны бигерәк күп ине. Бәхетемә, конкурста еңеп сыҡтым һәм артабан да төрлө гүзәллек бәйгеләрендә көс һынап, еңеүҙәргә өлгәшергә тура килде. Шунан студенттар араһындағы бәйгелә ҡатнашырға саҡырҙылар. Шатланып риза булдым, сөнки 2 йылдан ашыу бындай конкурстарҙан ял итеп алғас, күңелем ниндәйҙер ярышта ҡатнашырға һорай ине. Конкурс һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыу араһында контракт буйынса сит илгә лә барып, 2-3 ай тирәһе эшләп ҡайтырға тура килде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уҡыуымда ла артта ҡалманым, сессияны тик яҡшы билдәләргә генә тапшырып, юғары стипендия алыуға ирештем. Дистанцион булһа ла, барлыҡ дәрестәремде эшләп барҙым.
    “Союз дәүләт студенттары королеваһы” конкурсында ҡатнашыуыма бик шатмын. Мин унда Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡортостан Республикаһы исеменән генә түгел, ә шулай уҡ Рәсәй исеменән сығыш яһаным. Ставрополдә үткән халыҡ-ара конкурста Рәсәйҙән һәм Белоруссиянан барлығы 12 студент ҡатнашты. Был конкурс башҡаларҙан айырылып торған кеүек ине. Бында һинең тышҡы сибәрлегеңә генә түгел, ә эске күңелең матурлығына ла ҙур иғтибар бүленде. Матурлыҡ төрлөсә була. Һәр бер кешене тиерлек биҙәндереп-төҙәндереп, дөрөҫ итеп атларға өйрәтеп, сәхнәгә баҫтырып ҡуйырға була. Әммә шул уҡ ваҡытта, һинең эске матурлығың да булырға тейеш. Профессионал гимнастар, бейеүселәр, йырсылар менән бер рәттән бәйгелә ярышып, ҙур тәжрибә тупланым тиһәм, һис яңылыш булмаҫ. Бер аҙна эсендә ҡыҙҙар менән дуҫлашырға, бер команда булып эшләргә өйрәндек.
    - Конкурстан ниндәй тәьҫораттар алып ҡайттың?
    - Ныҡ ҡына арыһам да, бәйгенән үҙемә ниндәйҙер яңы башланғысҡа этәргес көс, дәрт алып ҡайттым. “Һылыуҡай” студияһында эшемде дауам иттем. Миңә бында эшләү бик оҡшай, сөнки агентлыҡ етәкселеге төрлө яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә тора. Линара Рауил ҡыҙы Таһирова һәм Альбина Фәнил ҡыҙы Усманова һәр беребеҙгә ҡарата ыңғай ҡарашта, дөрөҫ кәңәш һәм йүнәлеш бирәләр. Берәй конкурста ҡатнашырға кәрәк икән, улар һине бер ваҡытта ла яңғыҙ ҡалдырмай. Әлбиттә, бәйгелә ҡатнашыу еңелдән түгел, быны үҙе ҡатнашып ҡараған һәр кем белә. Сәхнәләге һәр сығышыңа әллә күпме әҙерлек, көс, ваҡыт талап ителә. Ошо ваҡытта модель эше өлкәһендә 20 йыллап эш тәжрибәһе булған остаздар ярҙамы ныҡ кәрәк.
    - Әлеге көндә уҡыуҙан тыш, тағы ниндәй эштәр менән мәшғүлһең?
    - Ике йыл элек мин “Һылыуҡай” студияһы эргәһендә моделдәр мәктәбен астым һәм шунда ҡыҙҙарға модель булыуҙың төрлө нескәлектәрен өйрәтәм. Улар төрлө фотосессияларға йөрөй, реклама фирмалары менән контракт төҙөйҙәр. Үҙемдә белем алған һәр ҡыҙҙың тәүге уңыштарына һөйөнәм, ҡыуанам. Мин үҙем 16-17 йәштә генә бейек үксәле туфлиҙарҙа атларға өйрәнһәм, минең мәктәпкә йөрөгән ҡыҙҙар 13-14 йәштән үк бындай тәжрибә туплап өлгөрә.
    - Үҙеңдең киләсәк тормошоңдо нисек күҙаллайһың?
    - Әле университетта информатика буйынса белем алам. Киләсәктә үҙемде ижад менән бәйләрмен тигән уйҙамын. Мин бер урында ғына ултыра, тапана торған кеше түгелмен. Миңә һәр саҡ ҡайҙалыр барырға, нимәлер эшләргә кәрәк. Тормошом модель донъяһы, матурлыҡ, эстетика менән тығыҙ бәйләнгән. Ошо йүнәлештә эшемде дауам итеп, яңы тәжрибәләр туплаясаҡмын һәм уларҙы йәш ҡыҙҙар менән дә бүлешәсәкмен. Үҙемдең модель мәктәбенә яңы ҡыҙҙарҙы йыя башланым. Улар араһынан яңы “йондоҙ”ҙар үҫеп сығыр, тип ышанам. Шулай уҡ үҙемде режиссер ярҙамсыһы булараҡ һынап ҡарамаҡсымын. Алдағы тормошомда ошондайыраҡ берәй һөнәр менән шөғөлләнермен, тип тә уйлайым. Әлбиттә, мин әле бик йәшмен, 22 йәш кенә. Иң ҙур теләктәремдең береһе - әсә булыу. Кейәүгә сыҡҡаныма ике йыл була. Шулай булғас, яҡын киләсәктә әсәй булырға ла хыялланам. Шунан инде карьераны уйлай башлаясаҡмын.
    - Әле үҫеп килгән йәш ҡыҙҙарға ниндәй кәңәштәр әйтерһең?
    - Йәш ҡыҙҙар һәр ваҡыт үҙҙәренә ваҡыт бүлһендәр, матурлыҡҡа ынтылһындар, үҙҙәрен тәрбиәләп кенә йөрөһөндәр, тышҡы ҡиәфәттәренә иғтибар итһендәр, тип теләр инем. Шул уҡ ваҡытта эске донъяны ла оноторға ярамай, уның өҫтөндә лә бик күп эшләргә тура киләсәк. Ә бының өсөн төрлө яҡшы китаптар уҡырға, белемде камиллаштырырға, психология буйынса әсбаптар менән танышырға, ғөмүмән әйткәндә, белем даирәһен киңәйтергә кәрәк буласаҡ. Бына шул саҡта ғына үҙеңдең эске донъяңды аңлай башлайһың. Тышҡы матурлыҡ менән бергә эске күңел донъяһы бергә үрелеп барырға тейеш, тип уйлайым. Ошолай итеп гел үҙ өҫтөңдә эшләһәң генә һиңә һәр кем менән уртаҡ тел табыуы, ниндәй темаға булһа ла әңгәмә ҡороуы еңелгә тура киләсәк. Быларҙың барыһы ла тормошта һәр саҡ кәрәкле. Үҙемдең курстарҙа бына тап ошо сифаттарға өйрәтәм. Беҙҙең мәктәптә подиумда нисек атлап йөрөргә һәм йылмайырға ғына түгел, ә шулай уҡ үҙ алдыңа үҫешергә лә йүнәлеш бирелә. Ҡыҙҙар үҙҙәрен яратһындар, үҙҙәре менән ғорураланһындар, үҙҙәренә ышанһындар, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр саҡ алға табан атларға өйрәнһендәр. Минең үҙемдең тормошомда ла күп кенә һикәлтәләр, ауырлыҡтар осраны. Иң яҡын кешеләремде юғалтыу ҡайғыһын кисерергә тура килде. Иң мөһиме тормошто яратырға, дөрөҫ итеп йәшәргә кәрәктер, тигән фекерҙәмен. Әгәр һинең ике ҡулың, ике аяғың бар һәм күҙең күрә, ҡолағың ишетә икән, тимәк был донъяла һинән дә бәхетлерәк кеше юҡ. Һиңә бары тик торорға ла, ялҡауланмай ғына эшләргә, тырышырға һәм был донъяға изгелек нурҙары өләшергә генә ҡала.
    - Ҡыҙыҡлы әңгәмәң, фәһемле фекерҙәрең, файҙалы кәңәштәрең өсөн рәхмәт! Киләсәктә тағы ла ҙур үрҙәр яулауыңды, барлыҡ изге ниәттәреңдең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
    Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: