- Водитель таныҡлығына эйә булыу өсөн күпме ваҡыт уҡырға кәрәк?
- Хәҙерге ваҡытта районда 2 автомәктәп В категориялы водителдәр әҙерләй. Беҙҙең мәктәптә С категорияһына уҡыу мөмкинлеге бар. В категорияһына - 2,5 ай, С категорияһына – 3 ай.
- Инструкторҙар ниндәй сифатҡа эйә булырға тейеш?
- Инструкторҙарыбыҙ барыһы ла тәжрибәле һәм белемле. Хөкөмгә тарттырылған, водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәндәр автомәктәптәрҙә эшләргә тейеш түгел.
- Йылына күпме кеше һеҙҙең аша таныҡлыҡҡа эйә була?
- Һуңғы йылдарҙа йылына яҡынса 200 курсант уҡытып сығарабыҙ.
- Һуңғы осорҙа юл ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр бик күп индерелә. Нисек уйлайһығыҙ, бының менән генә юлдарҙа тыныс булырмы?
- Имтихан тапшырыу ҡағиҙәләре даими үҙгәреп тора: 2017-2018 йылдарҙа китаптар һәм билеттар һатып алып өлгөрмәй инек, ҡағиҙәләр үҙгәрә ине. Хатта ЮХХДИ-ла билеттарҙағы үҙгәреш тураһында иртән генә беләләр ине һәм имтихан алдынан курсанттарҙы иҫкәртеү өсөн беҙгә әйтә торғайнылар.
- Практик йөрөүҙә майҙансыҡты алып ташланылар һәм маршрутта бер имтихан ҡалдырҙылар. Шул ваҡыттан алып практика буйынса имтихан тапшырыу проценттары кәмене. Был нимә менән бәйле?
- Элек майҙансыҡта гараж, машинаны бер яҡ ҡырҙан парковкалау, ихата, эстакада, йылан күнекмәләре тапшырыла торғайны. Күнекмәләрҙе ҡабаттан эшләргә ярамағанлыҡтан, өр-яңынан тапшырырға кәрәк була ине. Хәҙер күнекмәләрҙе икенсе тапҡырҙан үтәргә мөмкин, ләкин 2 балл ғына ҡуйыла, ә күптәрҙең майҙансыҡта 4 балдары була, ә 5 балл булһа, - имтихан тапшырылмаған тигән һүҙ. Тимәк, курсанттың маршрутта хаталанырға хаҡы юҡ. Элек курсант эргәһендә үҙенең инструкторы ултырһа (был уға ҙәр ярҙам ине), хәҙер иһә ЮХХДИ инспекторы ултыра. Шулай уҡ имтихан ваҡытындағы авария өсөн курсант үҙе яуап тота. Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре ҡабул ителгәндән һең 6 ай үткәс кенә ғәмәлгә инә. Әҙерлек сифаты автомәктәпкә һәм системаға бәйле, әлбиттә.
– Кемдәргә уҡыу еңел бирелә, ҡатын-ҡыҙҙарғамы, ир-аттарғамы?
- Хәҙер курсант ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бигерәк тә күбәйҙе. Йәштәр ҙә, хаҡлы ялдағылар ҙа күп килә. Ҡатын-ҡыҙ заты иғтибарлылаҡ, уҡытыусының һәм инструкторҙың барлыҡ күрһәтмәләрен иҫтәрендә ҡалдыралар. Ир-егеттәр өйҙәрендә туған-тумасалары өйрәткән “белем” менән килә, уларҙы киренән өйрәтеүе ауырыраҡ.
- Һеҙҙеңсә ниндәй сәбәптәр автоһәләкәттәргә күберәк алып килә?
- Үҙ-үҙҙәренә артыҡ ышанғанлыҡ, башҡа юл ҡатнашыусыларының ғәмәлдәрен анализларға теләмәү – иң беренсе сәбәптәрҙең береһе булып тора. Юлдарҙа машиналар хәрәкәте бик күп булыуы ла, йыш һәләкәттәргә килтерә. Мәҫәлән, 90-сы йылдарҙа бөтә урамға бер машина булһа, хәҙер һәр кемдә 2-3-әр машина бар. Шулай уҡ руль артында элемтә саралары менән ҡулланыу, спиртлы эсемлектәр эсеү ҙә ошондай күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе көн кеүек асыҡ.
- Әңәгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Гөлсәсәк Аласова.