Даирә
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең әңгәмә
30 Сентябрь 2020, 11:15

“Улым уйнаған саҡта йөрәгем осоп киткәндәй...”

“Салауат Юлаев” хоккей командаһының төп составында уйнаған башҡорт егете Шакир Мөхәмәҙуллиндың әсәһе улы хаҡында нимәләр һөйләгән?

Шакир Мөхәмәҙуллин 2002 йылдың 10 ғинуарында тыуған. Ул – “Салауат Юлаев” һаҡсыһы. Ошо хоккей командаһы мәктәбендә тәрбиәләнгән. Шакир 2018/19 йылда профессиональ кимәлдә “Толпар” йәштәр командаһы составында уйнай башланы. 2019/20 уйын миҙгелендә “Салауат Юлаев”тың төп составында сығыш яһау бәхетенә өлгәште.
Быйыл 5 сентябрҙә Череповецтың “Северсталь” командаһына ҡаршы уйнағанда 18 йәшлек Шакир лигала беренсе шайбаһын индерҙе. Шулай итеп, ул “Салауат Юлаев”тың Континенталь хоккей лигаһында шайба кереткән иң йәш уйынсы булып танылды. Бынан тыш, лигалағы 2002 йылғылар араһында рәсми матчта гол менән айырыла алған беренсе хоккейсы.
Һәр нәмә ғаиләнән башлана. Шакирҙың уңыштарына юл ярыусылар ҙа - уның атаһы Марат менән әсәһе Эльвира. Әсәй кеше улының еңел булмаған хоккей донъяһына, “Салауат Юлаев”тың төп командаһына эләгеүе хаҡында “Юлдаш” радиоһының “Теге өсәү” тапшырыуында түбәндәгеләр хаҡында белдергән. Әйткәндәй, был әңгәмә “Салауат Юлаев”тың Ҡазанда “Аҡ Барыҫ” менән уйыны алдынан яҙылған.
"Шакир биш йәш ярымдан күнекмәләргә йөрөй башланы, - тине тапшырыуҙа хоккейсының әсәһе, Баймаҡ ҡыҙы Эльвира. - Бының өсөн иртәнге алтынсы яртынан өйҙән сығып китә инек. Атаһы менән икәүләшеп күнекмәләргә бергә йөрөй торғайныҡ. Иртәнге сәғәт етелә улыбыҙ – боҙҙа. Бик теләп йөрөнө. Беҙҙең ғаиләбеҙҙә хәҙер – спорт режимы. Уның менән бер үк ваҡытта йоҡонан торабыҙ, ятабыҙ, ашауыбыҙ ҙа бер иш.
Мин дә, атаһы ла спортсы түгелбеҙ. Иң башта оло улыбыҙ Мостафа ошо юлға баҫҡайны. Уның артынан Шакир ҙа “Салауат Юлаев” мәктәбенә барҙы. Мостафа хәҙер Мәскәүҙә уҡый. Хоккейҙан айырылманы, катокка йөрөй, һөйәрмәндәр ярыштарында ҡатнаша".
“Аҡсаға туҡталғанда, экипировка ныҡ ҡиммәт, ти ата-әсәләр. Ошоноң менән килешәһегеҙме?” тигән һорауға Эльвира Марат ҡыҙы: “Килешеүен килешәм. Әммә бик ныҡ теләгәндә юлын табып була. Өлкәнерәк малайҙарҙан һатып алырға мөмкин, сөнки бәләкәйләнә. Барыһын да күҙаллап, алдан бюджетҡа индерәһең”, - тип яуапланы.
“Әсәй, матчҡа барма” тигәне бармы улығыҙҙың?” – тип һорауға әсәй кеше: “Эйе, бар. Атаһы менән бергә “Толпар”ҙағы беренсе матчтарын йәшенеп ҡарағаныбыҙ ҙа булды. Улым уйнаған саҡта йөрәгем осоп киткәндәй...” – тип яуап бирҙе.
"Шакир Милли хоккей лигаһына эләгеү ихтималлығы булған хоккейсылар исемлегендә бар тип ишетеп ҡалдыҡ...” тигәнгә Эльвира ханым: ”Баланың бындай уй-теләге бар. Хуплаясаҡбыҙ. Ошо көндәрҙә көтәбеҙ. Ни булһа ла була инде. Балаҡайыма иҫәнлек, түҙемлек...” – тип яуапланы.
Әйткәндәй, Шакирҙың өләсәһе ейәне ҡатнашасаҡ һәр матч алдынан уның уңышлы уйнауы өсөн доға ҡыла һәм даими яҙа, шылтырата, йылы һүҙҙәрен әйтә икән.
Ата-әсәгә кәңәштәр еткергәндә Эльвира ханым: “Балаларығыҙға ышанығыҙ, уларҙы яратығыҙ, дәртләндереп тороғоҙ”, – тип теләне.
Родион Әмиров менән Шакир Мөхәмәҙуллин – әлеге ваҡытта “Салауат Юлаев” командаһының иң йәш уйынсылары. Улар – дуҫтар. Ике йәш хоккейсыбыҙға уңыштар теләйек!
Фото: gorobzor.ru.
Автор: Айһылыу Низамова.
Читайте нас: