Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең әңгәмә
22 Август 2020, 23:25

Күпер аша хәрәкәт сикләнә

Өфө халҡынан, килгән ҡунаҡтарҙан ремонт эштәре менән бәйле ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеү һорала.

Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы 2019 йылда башланған эш - Воровский урамы тәңгәленән Ағиҙел аша күпер төҙөлөшө - дауам итә. Әле барыһы ла график буйынса бара, ете капиталь таяу урынлаштырылған, башҡарылған хеҙмәт күләме - 90 процент.
Гипростроймост институты белгестәре кәңәшенә ярашлы, терәткес плитәләрҙе монтажлау эштәре башлана. Ошо сәбәпле 22 августа 15.00-16.30. сәғәттәрҙә 1956 йылда төҙөлгән иҫке күпер аша хәрәкәт ваҡытлыса туҡтатыла.
Бынан тыш, 23 августа 01.00 - 02.30 сәғәттәрҙә 1993 йылда төҙөлгән күперҙең ике һыҙаты буйынса “Өфө - Аэропорт” йүнәлешендә лә автомобиль хәрәкәттәре сикләнәсәк.
Өфө халҡынан, килгән ҡунаҡтарҙан ремонт эштәре менән бәйле ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеү һәм тиҙлек режимын, аралыҡты күҙәтеү, юл билдәләренә иғтибарлыраҡ булыу һорала.
Фото: Өфө хакимиәте сайты.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: