Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең әңгәмә
18 Июнь 2020, 01:27

Рельстарға таш теҙеп уйнап йөрөгәндәр...

Өфөлә Дим станцияһы тимер юлында ике бәләкәй баланы шәйләйҙәр. Улар, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, рельстарға таш теҙеп уйнап йөрөгән.

Алты һәм ете йәшлек ҡыҙҙарҙы йөк составы машинисы күреп ҡалып, станциялағы дежурныйға хәбәр итә. Ул үҙ сиратында хоҡуҡ һаҡсыларын саҡыра. Урынға тиҙ арала полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етеп, балаларҙы хәүефле урындан алып китә һала. Шулай итеп, ҡыҙҙарҙы ҙур бәләнән йолоп алып ҡалалар.
Бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор ҡыҙҙар менән профилактик һөйләшеү үткәрә. Ә бына вайымһыҙ ата-әсәләренә балаларын тейешенсә ҡарамаған өсөн административ протокол төҙөлгән.

Уфасити порталы алдан хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә тимер юлында үткәрелгән рейд ваҡытында 42 баланың рельстар буйында уйнап йөрөгәнлеге асыҡланған. Бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй - шуны онотмаһаҡ ине. Йәйге ял мәлендә балаларҙы бигерәк тә күҙҙән яҙлыҡтырмау зарур.
Фото: "Башинформ".
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: