

Һауа торошо ла булышлыҡ итте: болотлап торған көн асылып, кешеләрҙе ҡояш нуры иркәләне. Байрамса биҙәлгән клуб алды шат тауыштарға күмелде. Сара үтеү урыны матур итеп, шартына тура килтереп биҙәлгән. Бында ҡул эштәре оҫталарының сағыу күргәҙмәһе лә урын алғайны. Апайлы-һеңлеле Динара Абакачева һәм Лиана Хөсәйенованың, Гөлфиә Юнысованың, Тәнзилә Әхмәтшинаның, Гәүһәр Хөсәйенованың ҡул эштәре һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Китапханасы Раушания Өмөтбаева Шәриф Бикҡолдоң тормош юлына һәм бай йөкмәткеле ижадына бағышланған күргәҙмә лә тәҡдим итте.
Күркәм сараны үткәреү тәҡдимен урындағы мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы Ләйлә Юнысова күтәреп сыға. Уның фекере ауылдаштары тарафынан хуплана, һәм Ләйлә Вәкил ҡыҙы ең һыҙғанып эшкә тотона: план төҙөй, иғәнәселәр таба, төрлө тарафтарҙа йәшәгән ҡыҙҙарға саҡырыу хаттары ебәрә.
Сара Фәйрүзә һәм Фәрғәт Ҡотлобаевтарҙың ейәндәре Нариман, ейәнсәрҙәре Әмирә һәм дә Данис Абакачев менән бергә сығып, йәшлек эҙҙәрен сағылдырған бай йөкмәткеле тамаша һәм “Ҡарлыманым” йыры менән башланып китте. Артабан милли кейемдәрҙәге ҡыҙҙарҙың көйәнтәләп һыу алып килеүе байрамды тағы ла йәмләндерҙе.
Әйткәндәй, Ҡарлыманға 1565 йылда нигеҙ һалына. Ауылдың тирә-яғы Аҡкүл, Байсура, Бики, Ҡәнәфиә, Сәлимә, Суртанлы, Төпһөҙ, Шәрбәт күлдәренә бай. Ҡарлыман, Сағыл, Ташиңгер йылғалары боролоп-боролоп аға. Ҡара юрға, Осло таш, Сағыл тау битләүҙәре йәйрәп ята. Бөтә донъяға билдәле Ҡарлыман мәмерйәһе генә ни тора!
Уның һағынып иҫкә алырлыҡ тарихы, билдәле шәхестәре бар. Был ауыл - башҡорт яҙыусыһы, фронтовик-шағир, “Ҡыҙыл Йондоҙ”, “Ватан һуғышы”, «Почёт билдәһе» ордендары кавалеры, оҙаҡ йылдар «Пионер» журналының баш мөхәррире, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты Шәриф Бикҡолдо биргән ауыл!
Байрамда халыҡ күрешеп, аралашты, ә сығыш яһаусылар бала саҡ һәм йәшлек хәтирәләре менән бүлеште. Тыуған төйәгенә, тамырҙары ошо ерҙән көс алған ерендәге осрашыуға яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө ерҙәрҙә йәшәгән ҡыҙҙар матур хәтирәләр менән ашҡынып ҡайтҡайны. Уларҙың иҫләр хәтирәләре күп булды.
Ҡунаҡтарҙан Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, “Даирә” гәзитенең баш мөхәррире Гөлсәсәк Аласова, мәғариф уҙаманы Клара Абакачева, “Илһам” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы Гөлнара Иҫәнғолова, һаулыҡ һаҡлау уҙаманы Әлмира Ғәләүетдинова, Өфөлә йәшәүсе ошо ауыл егете, эшҡыуар Рәмил Батыршин, шулай уҡ ошо ауылдың килене, тормош иптәше Рәүф Рәис улы менән 50 йыл бергә ғүмер кисереп, алтын туйҙарын билдәләгән Зәлифә Миҙхәт ҡыҙы Юнысова, ауыл старостаһы Зөлфәр Хөсәйенов, хеҙмәт уҙаманы Тәлиғә Нуриханова сығыш яһанылар.
Улар үткән һуҡмаҡтарын иҫкә төшөрҙө. Сара ауылдың һәм тамырҙары ошо ауылға бәйләнгән талантлы кешеләрҙең һоҡланғыс концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Фуат ҡыҙының ҡунаҡ булып килеүе үҙе бер мәртәбә өҫтәне. Ул бала сағының Ҡарлыман менән бәйле булыуын, йәйге ялдарҙа гел ҡайтып йөрөүен һәм был байрам шул тиклем ҙур рухи көс биреүен әйтеп үтте.
Байрамға үҙенең тәбрикләү һүҙҙәрен әйтергә Ҡырмыҫҡалы ауыл хакимиәте башлығының урынбаҫары Камил Хәсәнов килде. Ул йыйылыусыларҙы сәләмләп, был сараны ойоштороуҙың мөһимлеген билдәләп үтте.
Ниндәй байрам бүләкләүҙәрһеҙ була инде?! Камил Фидаил улы бер төркөм ҡарлыманлыларға бүләктәр тапшырҙы. Тантанала ауылдың иң өлкән ҡатын-ҡыҙы Рәмзә Ҡолғонина, иң йәш сабыйҙар Азалия Әминева, Айлина Өмөтбаева, Эмилия Шафиҡова, Айсель Мирхәйҙәрова, алты балалы әсә Алина Вәхитова, биш балалы әсә Ләйсән Хөсәйенова, шулай уҡ Шәриф Бикҡол музейы етәксеһе Фәйрүзә Ҡотлобаева, ауылдың иң оҙаҡ – 68 йыл йәшәгән пары – Клара һәм Имаметдин Исхаҡовтар бүләкләнде. Яңыраҡ ғаилә ҡорған Руфина һәм Юнир Ғәҙелшиндар, Эльвина һәм Альберт Рафиҡовтар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.
Йыр-күстәнәстәре менән сығыш яһаусы Ғәлимә Тимерғазина, Дилара Ғәниева, Флүрә Мәхмүтова, Лилиә Ғәҙелшина, Гөләйшә Мифтахова, Гөлсәсәк Вәлиева, Фәүзиә Абакачева, Дамир Ишембаев, Ильяс Хөсәйенов, баянда уйнаусы Илһам Хөсәйенов, бейеүҙәре менән Радмила Абакачева, Айназ Хөсәйенов, Данис Абакачев, Милена Ғәниева тамашасыларҙы дәртләндерҙе лә, күңелдәрен елкендереп, йәшлеккә алып ҡайтты... Күҙҙәрҙә шатлыҡ та, һағыш та бар ине.
Эйе, йыр-бейеүҙәр осрашыуҙы йәмләндерҙе һәм йәнләндерҙе. Ә сараны матур итеп Гөлнур Ишемғолова һәм Гөлфиә Мирхәйҙәрова алып барҙылар.
Артабан йәнле аралашыу мул табын артында дауам итте. Халыҡ һығылып торған өҫтәлдәр артында Ләйсән Мәхмүтова менән Розалия Ҡолғонина бешергән тәмле былау, халҡыбыҙҙың милли ризыҡтары һәм самауыр сәйе менән һыйланды.
Кисен теләгәндәр тағы ла осрашырға теләп, ритайымға йыйылды. Ҡыҙҙарҙың дәртле бейеүҙәренән ауыл гөрләп торҙо!
Көтөп алған осрашыу бик күп тәьҫораттар өҫтәп үтеп тә китте. Ә күңелдәр оҙаҡ йылдарға рухи көс алды. Килеүселәрҙең барыһы ла саранан ҡәнәғәт булып, рухи ял алып, тағы ла шатлыҡлы осрашыуҙарҙа күрешергә насип булыуын теләп таралышты.
Ысын мәғәнәһендә күңел байрамы булды! Киләсәктә лә ғәзиз ер менән бәйләнештәр ныҡ булһын, аралар өҙөлмәһен!
Ауылдаштар - Илдар Исхаҡов, Рәүф Юнысов, Гөлназ Шәмсетдинова, Рәмил Батыршин, Зөлфәр Хөсәйенов, Гөлнур Ишемғолова, Долорес Байсурина, Сайма Батыршина, Люциә Ғайсарова, Рәүфә Батыршина, Альбина Шәмсетдинова, Зәлифә Ғиләзетдинова иғәнә ярҙамы күрһәтеп, байрамды үткәреүгә ҙур өлөш индерҙеләр.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.