Даирә
+25 °С
Облачно
Байрамдар
3 Августа , 04:20

Уларҙы тимер юл тоташтыра

Быйыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә билдәләнгән тимер юлсылар көнө алдынан Олокүл ауылынан Линара Әхмәт ҡыҙы һәм Дамир Шәкүр улы Асҡаровтар тураһында һөйләргә теләйбеҙ. Улар икеһе лә яҙмыштарын тимер юл менән ғүмерлеккә бәйләгәндәр, был өлкәлә дөйөм хеҙмәт стаждары тиҫтә йылдар тәшкил итә.

Уларҙы тимер юл тоташтыраУларҙы тимер юл тоташтыра
Уларҙы тимер юл тоташтыра

Хеҙмәт юлы

Дамир Шәкүр улы 1966 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Ҡояш­кин ауылында тыуған. 1976 йылда ғаиләһе менән Олокүл ауылына күсеп килгәндәр. Мәктәптән һуң ул Өфө ҡалаһының 14-се техник училищеһында һанлы программа менән идара итеүсе станоктар көй­ләүсе һөнәрен ала. 1984-1986 йыл­дарҙа армияла хеҙмәт иткәндән һуң, Өфө агрегат производство берекмәһендә һанлы программа менән идара итеүсе станоктарҙы көйләүсе булып эшләй.

Артабан Дамир Асҡаров Куй­бышев тимер юлының Белорет сигнализация, үҙәкләштереү һәм блокировка дистанцияһына элек­тромонтер булып эшкә урынлаша. Һуңынан, ситтән тороп Мәскәү электромеханика техникумында белем алып, электромеханиктан тимер юл ҡорамалдарын комплектлауҙың өлкән механигы­на тиклем үҫә. 2021 йылдан ул «Сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә электромеханик бу­лып эшләй, тимер юл автомати­каһы ҡоролмаларын хеҙмәтлән­дерә.

Поездар хәрәкәте хәүефһеҙле­генә индергән шәхси өлөшө һәм камил эше өсөн Дамир Шәкүр улы Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе началь­нигының исемле сәғәттәре менән бүләкләнә.

Линара Әхмәт ҡыҙы Белоретта тыуып үҫкән. Урта мәктәпте та­мамлағандан һуң Куйбышев ти­мер юл транспорты инженерҙары институтына уҡырға инә, унда ин­женер-электрик һөнәрен ала.

1990 йылда уны Куйбышев тимер юлының Белорет сиг­нализация, үҙәкләштереү һәм блокировка дистанцияһына тех­ник документация инженеры вазифаһына ҡабул итәләр. Шул ваҡыттан алып 36 йыл үтә, ә ул элеккесә бер бүлектә эшләй (ой­ошмаларҙың исемдәре генә үҙгәрә - Белорет дистанцияһынан Стәр­летамаҡ, һуңынан Өфө дистан­цияларына). Бөгөн Линара Әхмәт ҡыҙы - техник сараларҙы файҙала­ныу буйынса әйҙәүсе инженер.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн ул Башҡортостан Республи­каһы Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының Почет грамо­таһына лайыҡ булды.

Дөйөм яҙмыш

Йәштәрҙе тимер юлы бергә ҡауыштыра, һәм бына утыҙ йыл инде улар Олокүл ауылында үҙ йорттарында татыу ғүмер кисерә. Мөхәббәт һәм үҙ ҡулдары менән ҡоролған ихаталары әллә ҡайҙан балҡып ауылға йәм өҫтәп ултыра. Баҡсаларында төрлө емеш ағаста­ры, бик күп сәскәләр үҫә.

Илнур һәм Айҙар исемле улда­ры икеһе лә юғары белемле. Өлкән улдары өйләнгән, бер нисә айҙан Асҡаровтар олатай-өләсәй булырға әҙерләнә - был уларҙың татыу ғаиләһенә яңы бәхет өҫтәйәсәк.

Бергә эшләү, үҙ-ара аңлашыу һәм уртаҡ эш башҡарыу – бына уларҙың ғаиләһенең татыулыҡ сере. Асҡаровтар - һөнәргә һәм бер-береһенә тоғролоҡтоң ғаилә­не ысынлап та ҡаҡшамаҫ итеүҙең яҡшы дәлиле.

Людмила ИСЛАМҒОЛОВА.

 

Автор:
Читайте нас