Даирә
+13 °С
Облачно
Байрамдар
28 Мая , 04:53

Сик буйы көслө рухлылар өсөн

Сик буйы ғәскәрҙәре көнө алдынан запастағы ил сиге һаҡсыһы Ҡарлыманбаш ауылынан Вәкил Ғимранов менән осраштыҡ.

Сик буйы көслө рухлылар өсөнСик буйы көслө рухлылар өсөн
Сик буйы көслө рухлылар өсөн

- Мәктәптә үк тракторсы һөнәрен алдым, шунан армия­ға тиклем Карл Маркс колхозы фермаһында быҙауҙар ҡараным. 1988-1990 йылдарҙа армия сафында булдым. Амур өлкәһендә учебка үткәс, Благовещен ҡалаһындағы заставала хеҙмәт иттем. Ҡытай сигендә илде һаҡланыҡ. Сик һаҡсыһы уны ҡайҙа һаҡлаһа ла, ул үҙ асылында ҡала. Аҙаҡ десант-штурм мотоманевр төркөмөндә хеҙмәтемде дауам иттем. Бер-бер артлы Төркмәнстан, Украина, Молдавияға ебәрҙеләр. Хәрби белгеслегем прожекторсы ине, артабан снайпер булдым. Байрам көнө беҙҙең өсөн байрам булманы, ә тағы ла көсөргәнешлерәк хеҙмәт ине, - тип һөйләне ул.
Вәкил Факил улының сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләге ныҡ була. Тик элиталы ғәскәрҙәргә һәр кемде алмайҙар, физик әҙерлекте лә, психологияны ла ныҡлап тикшерәләр. Ул стрестарға бирешмәҫкә, конфликттарға инә торған булмаҫҡа тейеш. Сик һаҡсылары иң беренселәрҙән булып сик боҙоусы йәки һөжүм итеүсе менән осраша, шуға ла хәрби оҫталыҡ, көс, ҡыйыулыҡ кеүек сифаттар талап ителә.
- Ил сиген һаҡлау ҡатмарлы булһа ла, мин бик теләп һәм ғорурлыҡ менән хеҙмәт иттем. Күпме ерҙәр күреп, сынығып ҡайттым. Әле лә армияла хеҙмәт иткән йылдарҙы һағынып иҫкә алам. Армия мәктәбе тормошта рухи яҡтан көслө булырға, берҙәмлеккә, командала эшләргә өйрәтте, - ти Вәкил Факил улы.
Егет армиянан ҡайтҡас, Карл Маркс исемендәге колхозда механизатор булып эшләүен дауам итә. Артабан Үҙәк “МТС” та, “Антикор” йәмғиәтендә механизатор, Өфөлә төҙөлөштә, әлеге көндә аэропортта тракторҙа эшләй.
Мөҡсин ауылы ҡыҙы Розалия Ғәлинур ҡыҙы менән матур тормош ҡороп, өс ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр, күркәм йорт төҙөйҙәр. Әйткәндәй, “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән мәҡәл тап уға тура килә. Уның алтын ҡулдары ағас һәм таш эшен белә, иретеп йәбештереү, электрик эштәрен дә башҡара.
Махсус хәрби операция башланғас, Вәкил Ғимранов­тың ундағы халыҡҡа ярҙам итеү теләге көслө була. 2023 йылда ул Мариуполь ҡалаһына барып, ярты йыл емереклектәрҙе бөтөрөүҙә ҡатнаша.
Вәкил Ғимранов – ра­йон­дың Сик буйы ғәс­кәрҙәре берләшмәһе сос­тавында иң әүҙемдәрҙең береһе. Улар “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы ме­нән дә тығыҙ бәйләнештә торалар, хәрби-пат­риотик тәрбиә эшен дә алып баралар. Патриотик са­раларҙа, Еңеү парадында, Сик буйы ғәскәрҙәренә стела урынлаштырыу­ҙар­ҙа, МХО-ға гуманитар яр­ҙам, аҡса йы­йыуҙа ла ҙур теләк менән ҡатнаша.
Форсаттан файҙала­нып, Вәкил Факил улы Ва­тан алдында изге бурысын үтәгән барса ир-­егеттәрҙе Сик буйы ғәскәрҙәре көнө менән ҡотлай һәм алдағы көндәрҙә лә йәш быуында Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү эшен лайыҡлы дауам итеүҙәрен теләй.

Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас