

Регина Ильяс ҡыҙы был һөнәргә урауыраҡ юлдар аша килә. Ә бит ул зоотехник дипломын ҡулына алғас, ҡасандыр китапхана усағында ҡайнармын, тип күҙ алдына ла килтерә алмай. Ҡыҙ мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт аграр университетының биология-технология факультетын тамамлап, Дыуан районында зоотехник-селекционер, комплекс начальнигы урынбаҫары булып эшләй. Тиҫтә йылдан һуң яҙмыш ҡушыуы буйынса тыуған яҡҡа ҡайтып, өр-яңы һөнәр үҙләштерә - ситтән тороп уҡып, китапханасы эше буйынса диплом ала.
- Китапханала эшләүемә алты йыл булып китте. Был һөнәргә килеүемә ғүмер буйы китапханала эшләгән әсәйем дә әҙерәк сәбәпселер. Мин китаптар мөхитендә үҫтем. Уҡыусы саҡтан әкиәттәр, китаптар, гәзит-журналдар яратып уҡыным. Бындағы эштең нисек алып барылыуын электән белә инем. Артабан тәҡдимдәр араһынан, һис уйлап тормай, ошоно һайланым, - ти ул.
Яңы һөнәргә эйә булған белгес тырышып эшкә тотона. 2024 йылда таланттарҙы туплау нөктәһе “Гений места” Бөтә Рәсәй проектында Регина Абдуллина тарафынан эшләнгән “Журналистика оҫтаханаһы” проекты еңеүгә лайыҡ булып, артабан райондың балалар китапханаһы РФ Мәҙәниәт министрлығының “Гений места” ведомство проекты туплау урынына әйләнә. Әлеге көндә Регина Ильяс ҡыҙы - ижади кешеләрҙе берләштергән был федераль проекттың райондағы кураторы. Балалар китапханаһы әлеге көндә ике йүнәлештә (“Нәшриәт эше һәм журналистика”, “Яңы медиа һәм маркетинг”) уңышлы эшләп килә.
“Иң яҡшы ауыл мәҙәни учреждениеһы-2023” конкурсында, “Үҫеш нөктәһе” йәштәр форумында ла еңеүҙә Регина Абдуллинаның өлөшө ҙур. Бер ниндәй район сараһы ла, шул иҫәптән “Принцессалар балы һәм рыцарҙар турниры”, “Йөрәктән йөрәккә”, “Һалдаттарға посылкалар һәм хаттар” шәфҡәтлелек саралары ла балалар китапханаһының ҡатнашлығынан башҡа уҙмай. Ғөмүмән, ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуы, өлгәшелгән уңыштары тураһында бирелгән бихисап дипломдары, сертификаттары, Рәхмәт хаттары һөйләй.
Балалар китапханаһы балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙән тыш, райондың Ғаилә хеҙмәте, тыуған яҡты өйрәнеү, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Ауырғазы күп профилле колледждың райондағы филиалы, район гәзиттәре менән дә хеҙмәттәшлек итәләр.
- Эшемде бик яратам, уға бар күңелемде һалырға тырышам. Балалар менән эшләү бигерәк оҡшай, уларҙан энергия бөркөлә. Китапханасы булыу - ул ижад эше. Малай-ҡыҙҙарҙы китапханаға йәлеп итеү, ҡыҙыҡһындырыу өсөн яңы идеялар уйлап табабыҙ. Минең менән бергә китапханасы Вероника Николаевна Яковлева эшләй. Төрлө саралар, ярыштар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, тасуири уҡыуҙар, яҙыусылар менән осрашыуҙар уҙғарабыҙ. Ғөмүмән, китапханабыҙ мәғлүмәт алыу ғына түгел, осрашыуҙар һәм аралашыу урыны ла булып тора. Беҙ интернет селтәрендә лә эш алып барабыҙ – “Бәйләнештә”ге селтәрендә үҙ төркөмөбөҙ бар. Яңылыҡтарҙы, уҙғарыласаҡ саралар тураһында мәғлүмәттәрҙе шунда индереп барабыҙ. Әйткәндәй, беҙҙең фондта 20 мең дананан күберәк китап бар. Улар тейешле тәртиптә тотола, - тип уртаҡлашты Регина Ильяс ҡыҙы.
Регина Абдуллина эшендә тырыш, ижади хеҙмәткәр булһа, ғаиләһендә 11-се класта уҡыусы Элинаға һәм 5-се класта уҡыған Эмилгә хәстәрлекле әсәй ҙә. Улар ҙа кесе йәштән китапҡа һөйөү менән тәрбиәләнә.
Киләсәктә лә Регина Ильяс ҡыҙына эшендә яңынан-яңы уңыштарға ирешеүен теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.