Гүзәллеккә сорналдылар
Яратҡан гүзәл заттар өсөн фойела төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре эшләне. Был көндө һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенә зауыҡлы прическа эшләтеү, матур итеп биҙәнеү, биттәренә төрлө массаждар яһатыу мөмкинлегенә эйә булды. Һәр урында бәхетле йылмайған ҡатын-ҡыҙҙы күреү тылсымлы бер мәлгә тиң ине.
Бар яҡлап талантлы гүзәл заттарҙың йомшаҡ ҡулдары тыуҙырған күркәм биҙәүестәр, тәмле ризыҡтар, гөлләмәләр күҙҙең яуын алып торҙо һәм һәр кемде матурлыҡ, хәстәрлек һәм шатлыҡ атмосфераһына сорналдырҙы. Һөйкөмлө яҡташтарыбыҙ илһамланып, артабан йәшәүгә һәм ижад итеүгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс һәм дәрт алды.
Бүләкләү тантанаһы
Байрам сараһының тантаналы өлөшөндә районыбыҙҙың төрлө өлкәлә уңыштарға өлгәшкән, тормоштарын махсус хәрби операция менән бәйләгән әсәй-өләсәйҙәргә, апайҙарға Рәхмәт хаттары тапшырылды, иң изге теләктәр әйтелде.
Ҡотлау өсөн тәүге һүҙ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлия Красноваға бирелде. Ул райондаштарыбыҙға Республика Башлығы Радий Хәбировтың һәм барлыҡ депутаттарҙың сәләмен еткерҙе һәм үҙенең күңеленән урғылып сыҡҡан изге һүҙҙәрен әйтте.
- Бишенсе йыл инде махсус хәрби операция бара. Илебеҙгә һәм республикабыҙға лайыҡлы улдар, ысын патриоттар тәрбиәләгән әсәйҙәр – беҙҙең геройҙар. Һеҙгә һәм бөгөнгө көндә яугирҙәрҙе көткән барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға оло рәхмәт белдерәм һәм һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм. Һеҙ үҙегеҙҙең көндәлек теләктәрегеҙ, доғаларығыҙ менән уларҙың именлеген тәьмин итәһегеҙ. Беҙ бергәләп еңеп сығасаҡбыҙ һәм яугирҙәрҙе көтөп аласаҡбыҙ, - тине Юлия Владимировна һәм районыбыҙ әсәйҙәренә бүләктәр тапшырҙы.
Уның ҡулынан Ефремкин ауылынан биш бала әсәһе Гөлназ Сәйфуллина “Әсәлек даны” миҙалы алды. Шулай уҡ махсус хәрби операция яугирҙәре әсәләре, әүҙем эшмәкәрҙәр Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров үҙенең сығышында гүзәл заттарға сикһеҙ маҡтау һүҙҙәрен яуҙырҙы.
- Бөгөн беҙҙең арала махсус хәрби операцияла яҡындарын юғалтыусылар ҙа бар. Һеҙҙең ҡайғыны бер ниндәй һүҙҙәр менән дә еңеләйтеп булмай. Ҡаһарман яугирҙәребеҙҙең иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Яугирҙәргә гуманитар ярҙам алып барып, бөгөн генә әйләнеп ҡайттым. Улар һеҙгә күп сәләмдәр һәм изге теләктәрен әйтеп ҡалдылар, - тине Әлфир Фәрхәт улы. Илебеҙ именлеге өсөн яуҙа һәләк булғандарҙың туғандарына – Ҡарлыманбаш ауылынан Миләүшә Баязитоваға, Һарт-Шишмәнән Әлфирә Сабитоваға, Һыуыҡ Шишмәнән Виктория Зайцеваға һәм Ефремкиндан Надежда Кудряшоваға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шулай уҡ Әлфир Фәрхәт улы махсус хәрби операциянан яҡындарын өҙөлөп көтөүселәрҙе, ирекмәндәрҙе сәхнә түренә саҡырып, лайыҡлы бүләкләне. Төрлө өлкәлә уңыштарға ирешеүсе яҡташтарыбыҙ ҙа оло бүләктәргә эйә булды.
Был көндө “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсының муниципаль этабында еңеүселәр ҙә билдәләнде. Улар араһында Иҫке Бәпестән Ләйсән Абдуллина (“Педагог” номинацияһы”), Күлләр ауылынан Римма Сөләймәнова (“Оҫтабикә” номинацияһы) һәм Үтәгәндән Гәүһәрә Моталлапова (“Ағинәй” номинацияһы) һәм башҡалар бар ине.
Мөғжизәле тамаша
Тантаналы өлөштән һуң донъялағы иң ҡәҙерле кешеләр өсөн байрам концерты ойошторолдо. Бында беҙ барыбыҙ ҙа мөғжизәле тамашаның шаһиты булып, күңелдәребеҙҙе ыңғай тәьҫораттар менән байыттыҡ. Һәр ваҡыттағыса районыбыҙҙың данлыҡлы бейеү коллективтары, йырсылары беҙҙе берсә һағышландырҙы, берсә дәртләндерҙе. Шулай итеп, яҙ һулышын яҡынайтыусы йәмле тамаша барыһының да күңелдәрен елкендерҙе.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.