Афғансыларҙың иң йәштәренә быйыл 57 йәш тула. Уларҙың береһе - Афған һуғышы ветераны, лайыҡлы ялға сыҡҡан хәрби пенсионер, әлеге көндә Атйетәр ауылында йәшәүсе Айҙар Уразбахтин менән осраштыҡ. Ул тарихҡа ингән - 1989 йылдың 15 февралендә совет ғәскәрҙәре сыҡҡан көндө Афғандан сыға. Артабан сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәтен тултыра.
Афғанға нисек эләктегеҙ, һуғышҡа китерегеҙҙе алдан белдегеҙме, тигән һорауымды бирҙем.
Һуғышты үтеп, үлем менән күҙгә-күҙ осрашып, иҫән ҡалған һалдаттарҙың һуғыш хәтирәләре әрнеүле. Бәлки, шуғалыр ҙа улар һуғыш тураһында артыҡ һөйләргә яратмайҙар. Ысын ир-егет ныҡ була шул. Бер ваҡиғаны иҫкә төшөрөп алды. Афғанда хеҙмәт иткәнен бер кемгә лә әйтмәй ул. Яҡын кешеләрен, йөрәк ауырыулы булған әсәһен борсоғоһо килмәй. “Ҡайтҡас, иптәштәрем белде. Клубҡа сығып, йортобоҙға әйләнеп ҡайтһам, ҡапҡа төбөндә “Ашығыс ярҙам” машинаһы тора ине. Баҡһаң, бер ҡатын инеп, улығыҙ Афғанда хеҙмәт иткән икән, тип әйтеп сығып киткән булған. Шунан әсәйемдең йөрәк өйәнәге ҡуҙғалған”, - тине ул.
Айҙар Фирхәт улы армиянан ҡайтып, техникумды ситтән тороп тамамлай һәм һөнәре буйынса Өфө нефть эшкәртеү заводына эшкә урынлаша. Бында бер йыл эшләгәс, комсомол йүнәлеше буйынса тыуған районға участковый булып ҡайта. Атйетәр, Бекетов, Подлуб ауыл Советтарын, Иҫке Муса ауылы биләмәһендә урынлашҡан 39-сы саҡрымды хеҙмәтләндерә. Камиллашырға ынтылған егет ситтән тороп Өфө юридик институтын тамамлай. Артабан, ун биш йылдан һуң, БР буйынса Эске эштәр министрлығының үҙәк аппаратына эшкә күсә. Бында ҡоралландырыу бүлегендә начальник була. Полиция подполковнигы дәрәжәһен ала. Чечен Республикаһындағы хәрби бәрелештә лә ҡатнашырға тура килә уға - ете йыл тирәһе ҡыҙыу нөктәгә командировкаларға йөрөй. Бында ла иптәштәрен юғалтыу ауырлыҡтарын кисерә.
Яугирҙең түшен күп миҙалдар биҙәй. Улар араһында ике Хөкүмәт наградаһы - «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары. Айҙар Фирхәт улы льгота буйынса хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылында ике ҡатлы күркәм йорт һала. Уның ҡулдары алтын, тиһәм, һис яңылыш булмаҫ. Ағас эшен дә, тимер эшен дә, таш эшен дә, ремонт эштәрен дә, иретеп-йәбештереү тиһеңме, барыһын да үҙе башҡара. Икенсе ҡатҡа күтәрелә торған баҫҡысын да зауыҡлы итеп эшләп ҡуйған. Ихатаһында ла төрлө уңайлыҡтар булдыра: балалар һәм спорт майҙансыҡтары, ҡурсаҡ өйө, беседка, тышта ризыҡтар бешереү өсөн заманса мейестәр, хатта помпей мейесен дә үҙ ҡулы менән эшләгән. Эргәлә генә быуа быуҙырып, төрлө балыҡтар ебәрә. Унда кем теләй, шул балыҡ тота. Аҙбарында күпләп һарыҡтар, ҡош-ҡорт аҫрай. Ейәне һәм ике ейәнсәренә аҙна һайын күп ваҡытын бүлә. Улар менән бергәләп китаптар уҡыйҙар, волейбол һәм башҡа спорт уйындары уйнайҙар, балыҡ тоталар. Йәйен күрше-тирә балаларын да йыйып, ярыштар ойоштора, бергәләп һыу инәләр, ҡыштарын саңғыла йөрөйҙәр һәм башҡа ҡыҙыҡлы шөғөлдәр табырға тырыша. Балаларға ҡышын шыуыр өсөн тау өйҙөрә. Ул үҙе балыҡҡа ғына түгел, һунарға ла йөрөй. Әйткәндәй, яҡындарын тәмле итеп төрлө ризыҡтар бешереп, һыйларға ярата. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән һүҙҙәр нәҡ уның тураһында әйтелгән.
Әлбиттә, ир үҙ хужалығын ғына ҡарап ултыра торған кеше түгел. Әлеге көндә ауылындағы мохтаждарға, МХО-ла булғандарға, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итә, кемгәлер аяҡҡа баҫырға ла (өй һатып алырға, көн итергә, шифаханала булырға) ярҙам иткән кеше ул. Ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткәндәр иптәштәрен ҡайғыртыу, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер тороу, берҙәмлек һәм ҡыйыулыҡ кеүек сифаттарға эйә. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары Тыуған ил алдындағы бурыстарын үтәгәндә һәләк булғандарҙың һәм тыуған яҡта вафат булған иптәштәренең барыһының да данлы үткәнен хөрмәтләп иҫкә алалар. Яугирҙәрҙең йәиһә уларҙың ғаиләләренең хәлдәрен белешеү, кәрәк саҡта ярҙам ҡулын һуҙыуҙы бурыстары итеп иҫәпләйҙәр. Айҙар Фирхәт улы хеҙмәттәштәре менән дә элемтә тота, улар менән осрашып тора, шулай уҡ патриотик сараларҙа ҡатнаша, Өфөләге һәм ауыл мәктәптәренә уҡыусылар менән осрашыуҙарға бара.
Йәш кенә көйө үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан ир тормошто яратып, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәргә тырыша. Уның өсөн ғаиләһе, туғандары, әлбиттә, тәүге урында тора. Үҙе дүрт балалы ғаиләлә (өс малай һәм бер ҡыҙ) хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫә. Ваҡыт еткәс, Раушания Ғәлимйән ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ үҫтерәләр. Икеһе лә юғары белемле, үҙ юлдарын табып, ғаиләләре менән йәшәйҙәр. Ялдарҙа өйҙәре ейәндәренең шат тауыштарына күмелә. Ҡатыны Республика клиник онкологик диспансерында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Ғаилә бергәләп йыл һайын республикалағы һәм Рәсәйҙәге төрлө шифаханаларға бара. Башҡа яҡтарҙы күреп, сәләмәтләнеп ҡайталар.
Хушлашыр алдынан, йәштәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ, тип һораным.
Тормошо һәм йәшәйеше менән күптәргә өлгө булырлыҡ ябай ҙа, бөйөк тә һоҡланғыс кеше менән аралашырға тура килде. Уға ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотоһы.