Даирә
+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Февраль , 10:34

Йөрәккә дәрт бирҙе, ижадҡа йән өрҙө...

Район мәҙәниәт һарайының бәләкәй залында бик шәп тамаша уҙҙы. Бында районыбыҙҙың “Илһам” әҙәби-ижад берекмәһе үҙенең барлыҡҡа килеүенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был йәмле тамашала беҙ шиғырҙар, изге теләктәр, йылы хәтирәләр генә тыңлап ҡалманыҡ, шулай уҡ шиғри күңелле райондаштарыбыҙҙың йыр-моңдарын да рәхәтләнеп тыңлап, күңелдәребеҙгә ял, бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам алып ҡайттыҡ.

Йөрәккә дәрт бирҙе, ижадҡа йән өрҙө...
Йөрәккә дәрт бирҙе, ижадҡа йән өрҙө...

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, районыбыҙҙа әүҙем эшләп килгән “Илһам” әҙәбиижад берекмәһенең юл башы 2015 йылға барып тоташа. Берекмәнең тәүге етәксеһе, башҡорт, татар телдәрендә ижад итеүселәрҙе бергә туплау идеяһын күп йылдар буйына күңелендә йөрөткән Риф Йөҙлөкбаев үҙенең был маҡсатына ирешә. Шулай итеп, бына хәҙер бер тиҫтә йыл берекмә уңышлы эшләп килә.

Юбилей кисәһе Риф Йөҙлөкбаев һүҙҙәренә Салауат Заһиҙуллин яҙған, берекмәнең гимнына әүерелгән “Илһам” йыры менән башланып китте. Районыбыҙҙың моңло һандуғасы Ғәлимә Тимерғазина күңелдәргә үтеп инерлек “Ауыл көйө”н башҡарғандан һуң, тәүге һүҙ “Илһам”ды бөгөнгө көндә етәкләүсе Фәрғәт Ҡотлобаевҡа бирелде.

- Был ижади берекмәгә етәкселек итеүҙе миңә 2025 йылдың яҙында ышанып тапшырҙылар. Быға тиклем уны 10 йыл буйына Риф Йөҙлөкбаев етәкләне. Беҙҙең ошо бәләкәй генә ойошмабыҙ бик талантлы яҡташтарыбыҙҙы бер урынға тупланы. Улар шиғыр йәки башҡа сәсмә әҫәрҙәр генә яҙып ҡалмайҙар, район һәм республика кимәлендә халыҡ алдына сығып, үҙ һүҙҙәрен әйтеп, ҙур уңыштар яулауға ирешәләр. Илһам тигән һүҙ бик ҙур мәғәнәгә эйә һәм ул төрлөсә килә. Кемдәрҙер матур итеп мәҡәләләр, очерктар яҙа, кемдәрҙер көй ижад итә. Шуға күрә бөгөн үҙебеҙҙең берекмәгә шулай уҡ көнө-төнө ижад эше менән шөғөлләнеүсе барлыҡ журналистарҙы, беҙҙең шиғырҙарға көйҙәр яҙыусы яҡташтарыбыҙҙы ла индерергә тәҡдим итәм, - тине Фәрғәт Фәрит улы һәм сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла изге теләктәрен юлланы.

- Район гәзитендә эшләгән саҡта уҡ ошондай берекмә юҡлығы хаҡында уйлана инем. Хаҡлы ялға сыҡҡас та был уйымды тормошҡа ашырырға ниәтләнем. 2015 йылдың Әҙәбиәт йылы итеп иғлан ителеүе лә быға ҙур булышлыҡ итте. Ошоно файҙаланып, 16 декабрҙә тыуған ауылым Яңы Ҡыйышҡыла ижад менән шөғөлләнеүсе унлаған яҡташымды йыйып алдым. Шулай башланып китте эшебеҙ. Беҙҙең маҡсат – башҡорт һәм татар телендә ижад итеүселәрҙе бер урынға туплау ғына түгел, шулай уҡ йәштәрҙе лә әҙәбиәткә ылыҡтырыу ине. Әммә йәштәрҙе йәлеп итеү эше ауыр барҙы, сөнки бик күп ауыл мәктәптәре ябылды, туған телдә уҡытыу ҙа ауырлаша башланы. Шулай ҙа, ошо тиҫтә йыл эсендә байтаҡ ҡына ауылдарҙа, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа осрашыуҙар уҙғарырға тура килде, - тигән хәтирәләре менән бүлеште Риф Хажиәхмәт улы.

Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Виктория Мөхәмәҙиева үҙенең сығышында ижади күңелле яҡташтарына ихлас һоҡланыуын, ғорурланыуын белдереп, оло рәхмәтен әйтте һәм милләт-ара татыулыҡ тураһында бәйән итте. Шулай уҡ ул киләсәк быуындың туған телдәрен белмәүенә борсолоп, был юҫыҡта бергәләп эштәр алып барырға, мәктәптәрҙә һәм мәҙәниәт йорттарында төрлө саралар үткәрергә тәҡдим итте. Виктория Риф ҡыҙы барлыҡ башланғыстарҙа ла һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуын белдерҙе, мәҙәниәт өлкәһендә уҙғарылған конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы һәм бер төркөм “Илһам” берекмәһе ағзаларына район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Артабан һүҙ “Илһам”дарға бирелде. Уларҙың барыһының да ҙур талант эйәләре булыуы беҙҙе һоҡландырҙы ла, ғорурлыҡ хистәре кисерергә лә мәжбүр итте. Мәҫәлән, Венера Латипованың ирекмәндәргә бағышлап үҙе ижад иткән гимнға торошло йырын бар зал аяҡ үрә баҫып тыңланы. Динә Мөлкаманова гармунда уйнап, тыуған еренә дан менән һуғарылған йырын бүләк итһә, Ғәлимә Тимерғазина әсәйҙәргә арналған моңло йыры менән әсир итте. Илдар Хәсәнов башҡарыуында талантлы яҡташыбыҙ Фирүзә Абдуллина һүҙҙәренә Йәлил Һөйөндөков яҙған “Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ” йыры залдағыларҙы йәнә аяҡ үрә баҫтырҙы, күҙҙәр сыланды. Әлиә Рәхимованың да үҙе яҙған (Салауат Заһиҙуллин көйө) “Айырмаһын беҙҙе яҙмыш” йыры йөрәк түрҙәренә үтеп инһә, Фәрғәт Ҡотлобаевтың “Гармунсы дуҫыма” йыры (Азамат Ғәйфуллин көйө) күңелдәргә дәрт-дарман өҫтәне.

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм уның урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина исемдәренән “Илһам” берекмәһен юбилейы менән Фирүзә Абдуллина тәбрикләне һәм барыһына ла илһамлы ижад теләне. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы байрамдың барлыҡ ҡунаҡтарын үҙендә ошо көнгәсә һаҡланған берекмәнең тәүге протоколы менән дә таныштырҙы. Шулай уҡ ул барыһын да 25 февралдә Өфөлә үтәсәк үҙенең ижад кисәһенә саҡырҙы.

Әйткәндәй, “Илһам” берекмәһе ағзалары район гәзиттәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Был турала “Даирә”нең баш мөхәррире Гөлсәсәк Аласова бәйән итте һәм сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

Былай ҙа йәмле сараны Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрит Яҡшығолов, бейеүселәр Рөстәм Сәйғәфәров менән Нәркәс Рәхимова тағы ла йәмләндерҙе.

Кисә һуңында Фәрғәт Ҡотлобаев китапхана, редакция, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә һәм, ғөмүмән, “Илһам”дар менән тығыҙ бәйләнештә торғандарҙың һәммәһенә лә оло рәхмәтен әйтте. Йырҙа әйтелгәнсә, йөрәккә дәрт бирҙе, ижадҡа йән өрҙө был йырлы-моңло тантана.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

“Илһам”

Риф Йөҙлөкбаев һүҙҙәре, Салауат Заһиҙуллин көйө.

Урман-туғайҙарҙы гиҙеп йөрөп,

Ҡошҡайҙарҙың йырын тыңлаһаң,

Сәскәләрҙең сихри гүзәллеген

Таң нурына ҡушып йырлаһаң.

Йөрәккә дәрт бирә,

Ижадҡа йән өрә

“Илһам” берлеге, ижад берлеге.

Һандуғаслы яҙҙар йыр тыуҙыра,

Әҙәбиәткә юлдар ярабыҙ.

Тыуған илебеҙҙе, телебеҙҙе

Данлап-йырлап алға барабыҙ.

Таланттарға шундай бай еребеҙ,

Эшсән халҡы уның ҡәҙере.

Ҡырмыҫҡалы – рухи байлығыбыҙ,

Иман биргән Бөйөк Тәңре.

Йөрәккә дәрт бирә,

Ижадҡа йән өрә

“Илһам” берлеге, ижад берлеге.

Йәшәһен, йәшәһен,

Мәңге йәшәһен

Илһам берлеге, ижад берлеге.

Йөрәккә дәрт бирҙе, ижадҡа йән өрҙө...
Йөрәккә дәрт бирҙе, ижадҡа йән өрҙө...
Йөрәккә дәрт бирҙе, ижадҡа йән өрҙө...
Автор: Розалия Назарова
Читайте нас