Даирә
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Ғинуар , 11:16

Закон һағында тороусылар

Район прокуратураһы эшмәкәрлеге халыҡтың хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү менән туранан-тура бәйләнгән. Прокуратура коллективы – үҙ эшенең оҫталары ғына түгел, йәмғиәт мәнфәғәттәренә хеҙмәт итеү һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында берләштерелгән команда. Улар тәү сиратта бәлиғ булмағандарҙың, шулай уҡ пенсионерҙарҙың, инвалидтарҙың, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүсе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрен даими күҙәтеү аҫтында тота.

Закон һағында тороусылар
Закон һағында тороусылар

13 ғинуар - РФ Прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө

Закон һағында тороусылар

Район прокуратураһы эшмәкәрлеге халыҡтың хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү менән туранан-тура бәйләнгән. Прокуратура коллективы – үҙ эшенең оҫталары ғына түгел, йәмғиәт мәнфәғәттәренә хеҙмәт итеү һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында берләштерелгән команда. Улар тәү сиратта бәлиғ булмағандарҙың, шулай уҡ пенсионерҙарҙың, инвалидтарҙың, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүсе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрен даими күҙәтеү аҫтында тота.

Хәҙерге ваҡытта районда прокурор вазифаһын 2021 йылдың майында тәғәйенләнгән, прокуратура органдарында тикшереүсенән алып район прокурорына тиклем хеҙмәт баҫҡыстарын үткән юстицияның өлкән советнигы Айҙар Исламов башҡара.

Айҙар Рәлиф улы – заманса фекер йөрөткән, алдынғы ҡарашлы етәксе, инициативалы һәм грамоталы прокурор, үҙ эшенең ысын оҫтаһы һәм Ватаныбыҙҙың патриоты. Уның ҡул аҫтында бер нисә быуын прокурор хеҙмәткәрҙәре тәрбиәләнгән, үҙ тәжрибәһен юриспруденцияла ғына түгел, тормошта ла ҡуллана.

Бер нисә тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуроры һәм Башҡортостан Республикаһы Прокуроры тарафынан бүләкләнгән.

Төп бурысы итеп граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлауҙы, кешеләргә аныҡ ярҙам күрһәтеүҙе күрә, үҙенең ҡул аҫтындағыларҙы ла шул эшмәкәрлеккә йүнәлдерә. Прокурор граждандарҙы ҡабул итә, юридик ярҙам күрһәтә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ғәмәлдәге закондарҙы аңлата.

Уның урынбаҫары Анастасия Тимербаева 2022 йылда В.Ф. Яковлев исемендәге Урал дәүләт юридик университетын тамамлағандан һуң үҙенең хеҙмәт юлын Салауат районы прокуроры ярҙамсыһы булып башлай. 2024 йылдың февраленән беҙҙең районға хеҙмәтен күҙәтселек ведомствоһында дауам итеү өсөн күсерелә.

Прокурор ярҙамсыһы - Азалия Насретдинова. Ул 2017 йылда Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын, ә 2019 йылда шул уҡ университетта магистратураны тамамлай. Прокуратура органдарында 2025 йылдан, карьераһын юридик ойошмала юрист булып башлый.

Әйҙәүсе белгес Луиза Батталова Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫкән. С.М.Чугункин исемендәге мәктәпте тамамлағас, Өфө энергетика колледжының юридик факультетында, һуңынан Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университетында уҡып, иҡтисадсы һөнәрен ала. Луиза күп йылдар статистика бүлегендә эшләгән. 2023 йылдан бирле прокуратурала - эштәр башҡарыусы вазифаһында.

Район прокуратураһында водитель булып байтаҡ йылдар инде Ирек Кадаев эшләй. Ул быға тиклем оҙаҡ йылдар “Шайморатов” колхозында, һуңынан Ҡырмыҫҡалы ауыл Советында шофер булып эшләгән. Уның автомобиле һәр ваҡыт төҙөк, прокуратура эше буйынса юлға сығырға һәр саҡ әҙер.

Техник хеҙмәткәр Йәүһәриә Ҡолғонина 40 йылдан артыҡ район прокуратураһы бинаһын таҙалыҡта тота.

Прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм еңел булмаған эштәрендә уңыштар, именлек һәм яңы һөнәри ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

Марина ВИКТОРОВА.

Хөрмәтле прокуратура хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе Рәсәй прокуратураһы көнө менән ихлас ҡотлайым. Һеҙ үҙегеҙҙең еңел булмаған хеҙмәтегеҙ менән илебеҙ һәм йәмғиәтебеҙ мәнфәғәттәрен, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлайһығыҙ, илебеҙ Конституцияһын һәм ҡануниәтен үтәүҙе тәьмин итәһегеҙ.

Муниципаль район хакимиәте һәм ауыл биләмәләре менән тығыҙ эшлекле хеҙмәттәшлек итеүегеҙ нормалар һәм закондарҙы үтәү өлкәһендә ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Һеҙгә сәләмәтлек, оҙон ғүмер, еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын.

Әлфир САБИРОВ, муниципаль район хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас