Даирә
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
5 Декабрь 2025, 09:08

Иң ҡәҙерле кешеләргә арналды

Район Мәҙәниәт һарайында Әсәләр көнөнә бағышланған тантаналы сараға райондың күп балалы әсәләре, яҡташ яугирҙәребеҙҙең әсәләре һәм шулай уҡ башҡа бик күп гүзәл заттар йыйылғайны.

Иң ҡәҙерле кешеләргә арналды
Иң ҡәҙерле кешеләргә арналды

Рәсәй Президенты ҡарары менән 1998 йылдан башлап ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә илебеҙҙә Әсә көнө билдәләнә. Һәр беребеҙ өсөн Әсә – ул изгелек һәм шәфҡәтлелек, ышаныс һәм тоғролоҡ, сабырлыҡ өлгөһө. Был күркәм байрам кешелеккә йән өрөүсе изге заттар алдында баш эйеү, уның хәстәрлекле йөрәгенә мәҙхиә йырлау өсөн бик матур сәбәп булып тора.

Мәҙәниәт усағын был көндө танырлыҡ та түгел ине: фото төшөр өсөн күркәм урындар әҙерләнгән, фойела төрлө күргәҙмәләр, оҫтаханалар ойошторолған. Бер мөйөштә әсәләр үҙҙәренә зауыҡлы прическа эшләтһә, икенсеһендә тырнаҡтарын буяталар, өсөнсөһөндә иһә уларҙы биҙәндерәләр. Шулай уҡ байрамды ойоштороусылар ҡунаҡтарҙың барыһын да төрлө тәм-томдар менән һыйларға ла, бүләктәр тапшырырға ла өлгөрәләр. Ҡыҫҡаһы, бында йәнең ни теләй, шуның барыһы ла бар.

Байрам тантанаһын муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Илдар Латипов асты һәм донъялағы иң ҡәҙерле, иң изге кешеләргә күңеленән сыҡҡан ихлас теләктәрен әйтте.

- Һеҙ изге йәнле әсәләр генә булып ҡалмайһығыҙ, шулай уҡ райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Ҡырмыҫҡалы ҡатын-ҡыҙҙары һәр саҡ ышаныс һәм тоғролоҡ, алсаҡлыҡ һәм изгелек өлгөһө булып ҡала. Һеҙ төрлө өлкәлә хеҙмәт итеп, район үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ. Күңелдәрендә хәүеф-шом йөрөтөүсе, юғалтыу ҡайғыһы кисереүселәргә – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың әсәләренә айырым рәхмәт әйткем килә. Һеҙҙең улдарығыҙ, тормош иптәштәрегеҙ бөгөнгө көндә алғы һыҙыҡта һәм еңеү килтерер өсөн барлыҡ көстәрен һалалар.

Һеҙҙең барығыҙҙың да алдында баш эйәбеҙ. Бөгөнгө байрам сараһында ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша. Һеҙҙең ярҙамығыҙҙан тыш беҙ ышаныслы тыл булдыра алмаҫ инек. Һеҙ бәйләп, төрлө әйберҙәр әҙерләп кенә ҡалмайһығыҙ, шулай уҡ һәр бер посылкаға бар күңел йылығыҙҙы өҫтәйһегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Донъяла булғанығыҙ һәм уны йәмләгәнегеҙ өсөн барығыҙға ла сикһеҙ рәхмәт белдерәм, - тип Илдар Рәүеф улы бер аҙ район яңылыҡтары менән дә таныштырғас, бүләкләү танатанаһына күсте.

Иң тәүгеләрҙән булып, махсус хәрби операцияла яҡындарын юғалтҡан һәм шулай уҡ бөгөнгө көндә илебеҙ тыныслығын һаҡлаусы яугирҙәр әсәләренә – Боҙаяҙ ауылынан Светлана Бикмәтоваға, Прибельский ауылынан Татьяна Вахрушинаға, Арыҫлан ауылынан Кәримә Гәрәеваға, Яңы Ҡыйышҡы ауылынан Роза Кәримоваға, Ибраһим разъезы ауылынан Алена Семеноваға, Шайморатов ауылынан Лариса Хурамшинаға, Олокүл ауылынан Дания Цыпловаға, Ҡырмыҫҡалы ауылынан Гөлгөнә Йәрмөхәмәтоваға район хакимиәтенең Рәхмәт хаты бирелде.

Олокүл ауылының “Патриот” ирекмәндәр штабы ағзалары, Ҡырмыҫҡалы ауылының “Бал ҡорто” балалар баҡсаһы мөдире, Иҫке Бәпес ауылы ирекмәне Гөлназ Ғаффарова гуманитар ярҙам күрһәткәндәре өсөн “Рәсәй ирекмәне” билдәһе һәм 428-се мотоуҡсылар полкының Рәхмәт хатына эйә булдылар.

“Беренсе тирмә” проектында ҡатнашып, госпиталдәрҙә ятҡан яралы яугирҙәргә ҙур ярҙам күрһәтеүсе районыбыҙҙың туғыҙ ҡатын-ҡыҙына ла Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар араһында Иҫке Мусанан Илмира Ғәлиәхмәтова һәм Гөлнария Шаһиева, Ҡырмыҫҡалынан Зөбәржәт Ғизәтуллина, Яңы Ҡыйышҡынан Регина Бикҡолова, Прибельскийҙан Альбина Муллағоловаларҙың да булыуы оло ғорурлыҡ тойғолары менән биләне.

Байрам кисәһендә, изге йола буйынса, мәҙәниәт, спорт һәм мәғариф өлкәһендә федераль кимәлдә әһәмиәтле уңышҡа өлгәшкән бер төркөм уҡыусыларҙың әсәләрен тәбрикләү тантанаһы ла күңелдәргә хуш килде.

Земфира Әминеваның ҡыҙы Элина химия фәне буйынса юғары уңыштарға ирешкән. Фәнисә Зәкированың улы Шамил һәм Гүзәл Камалетдинованың улы Морат панкратион спорты буйынса чемпиондар. Ә инде Гөлназ Хөсәйенованың улдары Эльвир һәм Эльмир, Сулпан Юнысованың ҡыҙы Юлиә бейеү буйынса юғары күрһәткестәр яулаһа, Эльвира Ямалетдинованың ҡыҙы Наҙгөл медиастудия буйынса ҡаҙаныштарға өлгәшкән.

Шулай уҡ был йәмле байрамда бик күп кенә әсәләр төрлө өлкәләге уңыштары өсөн Илдар Рәүеф улының ҡулынан бүләктәргә эйә булды.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлия Краснова үҙенең хискә тулы сығышында күҙ йәштәре аша әсәйҙәргә булған оло хөрмәтен һәм сикһеҙ рәхмәтен еткерә алды.

- Махсус хәрби операцияһында башын һалған барлыҡ яугирҙәр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгегә һаҡланыр. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың әсәләре алдында баш эйәм һәм рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм, - тине ул һәм беҙҙең районда үткән бала сағы, үҙенең һөйөклө өләсәһе тураһында яҡты хәтирәләре менән бүлеште.

Юлия Владимировна ла бер төркөм яҡташтарыбыҙ – Илтуған ауылы ирекмәне Айһылыу Килдейәрованы, Боҙаяҙ мәктәбе директоры Лилиә Сөләймәнованы, “Виктория” лагеры хеҙмәткәрҙәре Екатерина Злобина менән Наталья Медведеваны, район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлегенең баш белгесе Гүзәл Фәхретдинованы Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Әсәләр көнөнә арналған тамашаның тағы бер өлөшө – районыбыҙҙың бер төркөм әсәйҙәренең төрлө йәштәге балалары менән бер-бер артлы сәхнә түрен биләүе барлыҡ тамашасыларҙың да күңеленә хуш килгәндер, тип уйлайым.

Тантаналы өлөш тамамланыу менән мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм кескәй балалар әсәләрҙе ҙур һәм йәмле концерт программаһы менән һоҡландырҙы. Районыбыҙ таланттарының һәр сығышы дәррәү алҡыштарға күмелде.

Байрам тантанаһы, йәмле концерт программаһы бөгөнгө көндә илебеҙ именлеген һаҡлаған яугирҙәрҙең, Ватаныбыҙ тыныслығы өсөн башын һалған улдарҙың әсәләренең бер аҙға ғына булһа ла ҡайғы-хәсрәттәрен тарата алғандыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Сағыу тамашаға ҡоролған, гүзәллек һәм изгелек, оптимистик рух һәм ыңғай энергия менән һуғарылған, шулай уҡ күҙ йәштәре менән оҙатылған байрам сараһы барлыҡ ҡунаҡтарҙың күңелдәрен бөтәйтеп, киләсәк тормошҡа яҡты өмөт уятҡандыр, көс-дәрт биргәндер, тип тә ышанғы килә.

Һүҙем һуңында шуны ла әйтеп үткем килә. Был көндө районда өс телдә баҫылып килгән “Даирә”, “Кармаскалинская новь”, “Үзән” гәзиттәре редакцияһы 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылыу ойошторҙо. Беҙҙең был акцияға ҡушылып, матбуғат баҫмаһына яҙылған барлыҡ яҡташтарыбыҙға ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Автор: Розалия Назарова
Читайте нас