Даирә
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Ноябрь 2025, 10:09

Әсәйҙәр ярышты

Халыҡ-ара Әсәләр көнө алдынан Иҫке Муса ауылы клубында “Йәгеҙ әле, әсәйҙәр” район конкурсы гөрләне. Бында районыбыҙҙың иң эшһөйәр, иң уңған, иң сибәр әсәләренең бер төркөмө ижади бәйге һынауҙарын үтте.

Әсәйҙәр ярышты
Әсәйҙәр ярышты

Сара күмәкләшеп әсәйгә арналған йырҙы башҡарыуҙан һәм Гүзәл Ғөзәйерова етәкләгән балалар коллективының йәмле башҡорт бейеүе менән башланды. Шунан бәйгене алып барыусылар конкурста ҡатнашҡан әсәйҙәрҙең һәр береһенең иң яҡшы һыҙаттарын һанап, һәр береһен сәхнә түренә саҡырҙы.

Бына улар: Боҙаяҙ ауыл Советынан – Илфирә Ишмаҡова, Ҡабаҡ ауыл Советынан – Регина Саҙретдинова, Айгөл Дәүләтова, Аина Фәйзуллина, Әлфиә Баязитова, Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советынан – Айгөл Ғарипова, Подлуб ауыл Советынан – Ригина Ҡанбәкова, Прибельский ауыл Советынан – Камилла Айытҡолова, Ҡамышлы ауыл Советынан – Зәлиә Байғусҡарова, Ҡырмыҫҡалы ауыл Советынан – Зилә Ҡоҙашева, Иҫке Муса ауыл Советынан – Гүзәл Ғөзәирова, Лилиә Мостаева, Айгөл Миңлебаева.

Мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыусы иң гүзәл заттарҙы тәбрикләү өсөн һүҙ Иҫке Муса ауыл Советы хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтоваға бирелде.

- Ошондай йәмле сарала ҡатнашырға ваҡыт тапҡанығыҙ, ҡыйыулығығыҙ өсөн оло рәхмәт белдерәм. Бер үк ваҡытта ҡатын-ҡыҙ һәм әсә булырға ла, эшкә йөрөргә лә һәм шул уҡ ваҡытта һәр саҡ матур булып ҡала белергә лә, яратырға һәм тәрбиәләргә өлгөрөүе бик ҡатмарлы әлбиттә, әммә һеҙ быны иҫбатлайһығыҙ, - тине Илмира Әнүәр ҡыҙы һәм барлыҡ конкурсанттарға имен тормош, сәләмәтлек, балалар шатлығы, тыныс тормош, оҙон ғүмер, уңыштар теләне.

Жюри ағзалары – район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлегенең йәштәр менән эшләү буйынса баш белгесе Виктория Истратова, райондың мәшғүллек үҙәге етәксеһе урынбаҫары Маргарита Кәримова һәм Иҫке Муса ауыл Советы хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова алдында әсәйҙәр өс төрлө бәйгелә үҙ көсөн һынанылар.

Иң тәүге конкурс үҙең менән таныштырыуға ҡоролғайны. Был бәйгене барыһы ла оҫта итеп башҡарып сыҡты һәм үҙе менән яҡындан таныштырҙы. Бында беҙ уларҙың ғаиләләре, яратҡан шөғөлдәре, балалары тураһында күп мәғлүмәткә эйә булдыҡ.

Икенсе бәйгегә конкурсанттар үҙҙәренең иң яратҡан аш-һыуын бешереп алып килгәндәр ине һәм уның рецебы менән ентекле таныштырҙылар. Тәмле торттар, бәлештәр, салаттар, ҡыҫтыбыйҙар, сәк-сәк менән бауырһаҡ... Нимә генә юҡ ине был көндө бәйгеселәр табынында!

Өсөнсө һынау инде әсәйҙәрҙең таланттары менән бәйле булды. Улар был юлы бейенеләр ҙә, йырланылар ҙа, үҙҙәренең иң яратҡан шөғөлдәре менән дә таныштырҙылар.

Бер һүҙ менән әйткәндә, бигерәк йәмле булды был сара. Жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләүе еңелдән булманы. Шуға күрә һәр бәйгесе төрлө номинацияларҙа билдәләнде.

Шулай итеп, Илфирә Ишмаҡова – “Иң күңелсәк әсәй”, Регина Саҙретдинова – “Иң позитив һәм мөхәббәтле әсәй”, Айгөл Дәүләтова – “Иң нәзәкәтле әсәй”, Аина Фәйзуллина – “Әсәй – кулинар”, Әлфиә Баязитова – “Иң көләкәс әсәй”, Айгөл Ғарипова – “Иң итәғәтле әсәй”, Ригина Ҡанбәкова – “Иң әүҙем әсәй”, Камилла Айытҡолова – “Иң креатив әсәй”, Зәлиә Байғусҡарова “Ҙур йөрәкле әсәй”, Зилә Ҡоҙашева “Иң ижади әсәй”, Гүзәл Ғөзәйерова “Иң дәртле әсәй”, Лилиә Мостаева – “Эрудит әсәй”, Айгөл Миңлебаева – “Иң серле әсәй” номинацияларына эйә булды.

Йыр-моңға, дәртле бейеүҙәргә бай булған, ижади мөхит менән һуғарылған сара бер тына ла үтеп тә китте. Барлыҡ әсәйҙәрҙең һәр ваҡыт шулай күңелдәре көр, тормоштары йәмле булһын, дәрт-дармандары ташып торһон!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Әсәйҙәр ярышты
Әсәйҙәр ярышты
Автор:
Читайте нас