Әсәйҙәргә тағы бер ихтирам, хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген биргән байрам алдынан махсус хәрби операцияла кесе улын юғалтҡан әсә менән осрашып һөйләштек һәм уның уйхистәрен, кисерештәрен тыңланыҡ.
Рәмзиә Ғималетдинова Иглин районында тыуып үҫкән. Өсөнсө класта уҡыған саҡта 37 йәшендә генә әсәһе мәрхүм була. Яңғыҙ ҡалған атаһына ярҙам итер өсөн ете саҡрымда ятҡан күрше ауылға көн дә йәйәүләп йөрөп уҡырға мәжбүр була ул. 8-се класты тамамлағас, Өфө ҡалаһында штукатур-малярға уҡып, бер нисә йыл ошо һөнәр буйынса эшләй. Тормошҡа сыҡҡас, ғаиләһе менән Бүрәтстанға йәшәргә китәләр.
Әммә тормош тигәнең ғәйәт ҡатмарлы шул. Берҙән-бер атаһы ла мәрхүм булғас, бәләкәй ике һеңлеһенә терәк-таяныс булыр өсөн уға тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтырға тура килә.
Маңлайға яҙылғанды күрмәйенсә, гүргә кереп булмай тигәндәй, Рәмзиә Фәйзи ҡыҙының яҙмышында һикәлтәләр күп була. Ике бала менән яңғыҙы тороп ҡалған Рәмзиә Фәйзи ҡыҙын Иҫке Бәпес ауылында йәшәгән апаһы үҙенең янына саҡырып ала. Бында ул һауынсы булып эшләй башлай. Бер аҙҙан үҙ ишен табып, икенсегә тормош ҡороп, тағы ла ике балаға ғүмер бүләк итәләр. Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй тип тә юҡҡа әйтмәйҙәр шул. Яман сиргә дусар булған 13 йәшлек улдары Юра атаәсәһен, туғандарын ауыр ҡайғыларға һалып, яҡты донъя менән хушлаша. Һуңыраҡ Рәмзиә апайға берҙән-бер ҡыҙын юғалтыу ҡайғыһын кисерергә тура килә.
Ҡайғы еле тағы ла ишек ҡаға. Төпсөк улы Абдулла (паспорт буйынса Андрей) Касьянов 22 йәшендә үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә барырға ҡарар итә һәм 23 йәшендә яу ҡырында батырҙарса һәләк була.
- Улым резервта тора ине. Махсус хәрби операция башланыу менән, унда барырға теләк белдереп, өс-дүрт мәртәбә хәрби комиссариатҡа барған. Ул турала мин белмәнем дә. Өйгә килгәндәрен көтөп ятайыммы ни, унда егеттәр үлә бит, тип аңлатты ул был ҡарарын һуңыраҡ. Хәрби хеҙмәтте лә шул яҡта, Брянск ҡалаһында үткәйне. Абдулла кешегә ярҙамсыл булды, хайуандарҙы, техниканы яратты, тракторсыға уҡыны. Ғөмүмән, балаларымдың барыһы ла яҡшы ине, тик ғүмерҙәре генә ҡыҫҡа булды. Дүрт баламдың өсәүһен ер ҡуйынына һалдым, - ти әсә, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә.
Яугир улын юғалтҡан әсә махсус хәрби операцияның ауырлығын һәм мөһимлеген аңлай. Ул улының иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Ҡарлыманбашта мәсет төҙөтә. Шулай уҡ УАЗ машинаһы алып, махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрә.
- Абдулламдың һәләк булған тигән хәбәрен ишеткәс тә, мәсет төҙөтөү идеяһы башыма килде. Өс балам йәш көйөнсә генә мәрхүм булдылар, тамуҡ тигән нәмә лә бар бит әле тигән уй үтте баштан. Балаларым был донъяла күрә алмаған бәхеттәрен, исмаһам, теге донъяла күрһендәр тигән уй күңелемде биләне. Мәсет төҙөһәң, тура ожмахҡа керәһең тип әйтәләр бит. Аллаһы Тәғәлә үҙенең яратҡан кешеһенә ныҡ ауыр һынауҙар бирә, тиҙәр. Миңә лә ошондай һынауҙар эләккән икән, мин уны лайыҡлы үтергә тейешмен, тип ҡабул итәм, - ти ул был ҡарары хаҡында.
Кесе улы яу яланына юлланғас та, апай ныҡлап дин юлына баҫа, биш намаҙын ҡалдырмай. Уға быйылғы йәйҙә ислам диненең бишенсе нигеҙен үтәү – Хаж ҡылыу бәхете тәтей.
Әсә кеше бөгөнгө көндә лә тик ятмай, ҡулынан килгәнсе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам итергә тырыша – ойоҡбаштар бәйләй, даими рәүештә бауырһаҡтар бешереп, туҡмас киҫеп яугирҙәргә ебәреп тора.
- Минең ҙур хыялымды тормошҡа ашырырға – мәсет төҙөргә ярҙам иткәндәре өсөн Иҫке Бәпес ауылы хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллинға, барлыҡ Иҫке Бәпес һәм Ҡарлыманбаш ауылы халҡына, тормош иптәшен һәм улын махсус хәрби операцияла юғалтҡан Миләүшә Баязитоваға оло рәхмәтлемен, - ти яугир әсәһе.
Әлеге көндә берҙән-бер улы Илнурҙың һәм уның ғаиләһенең ҡыуаныстарын кисереп ғүмер итә Рәмзиә апай. 2017 йылдан алып ул аварияға осрап, сәләмәтлеген юғалтҡан бер туған һеңлеһен тәрбиәләй. Йәй көндәрендә Иҫке Бәпестәге йортонда йәшәп, баҡса һәм ҡош-ҡорт үҫтерһә, ҡыш көндәрен Ҡырмыҫҡалылағы фатирында үткәрәләр.
Әйткәндәй, күптән түгел генә Рәмзиә Фәйзи ҡыҙы “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнгән.
Оло йөрәкле, изге күңелле, ҡайғы-хәсрәтте күп татыған Рәмзиә апай менән әңгәмәләшкән саҡта бер йыр хәтеремә төштө. Ул йыр тап ошо кешегә арналған төҫлө булды.
Яҙғы бер ай – ҡояшлы май,
Күктә ҡоштар ҡайталар.
Тирә-яҡта аҫыл гөлдәр
Гөрләп сәскә аталар.
Әсә көтә улын әле ҡайтыр тиеп,
Әсә көтә улын, иҫән тиеп.
Көтә ине әсә улын,
Ниңә улы, ҡайтманың?
Сәскә аттың 23 йыл,
Ниңә башҡа атманың?..
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.