Байрам ҡунаҡтарын кесеһенән алып олоһона тиклемге талантлы ҡырмыҫҡалылар йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алды. Артабан улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән районыбыҙҙың үткәнен дә, бөгөнгөһөн дә, киләсәген дә асыҡ сағылдырған күркәм күргәҙмәләр менән яҡындан танышты. Республикала ғына түгел, башҡа өлкәләрҙә лә киң танылыу алған Ҡырмыҫҡалы икмәге төп урынды биләй ине. Шулай уҡ данлыҡлы Ҡарлыман һөт-консерва комбинаты, “Ҡабаҡ кирбесе” продукцияһы ла сараға килгән һәр кемдең иғтибарын яуланы.
Ҡунаҡтарға Ҡырмыҫҡалы мәғлүмәт үҙәге әҙерләгән күргәҙмә лә бик оҡшаны. Улар райондың бай тарихын сағылдырған, уның уңған эшсәндәре тураһындағы мәҡәләләр менән тулыландырылған, барлыҡ яңылыҡтарҙы яҡтыртҡан гәзит биттәренә оҙаҡ ҡына байҡау яһаны. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, махсус хәрби операцияға арналған мөйөштәр, “Еңеүгә йөҙ менән” экспозиция залы ла барыһының да иғтибар үҙәгендә булды.
Районыбыҙҙың 95 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы байрам концертын район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров асты.
- Тыуған, яратҡан районыбыҙға 95 йыл тулды. Ҡырмыҫҡалы районы – төрлө быуын кешеләрен бер урынға туплаусы, яҙмыштарҙы берләштереүсе беҙҙең дөйөм йортобоҙ. Районыбыҙҙың иң ҙур ҡаҙанышы – ул һеҙ, ҡырмыҫҡалылар, тип ҙур ышаныс менән әйтә алам. Һеҙҙең эшһөйәрлек, һөнәри оҫталығығыҙ тотороҡло киләсәккә өмөт бирә, - тине ул үҙенең сығышында һәм барлыҡ район халҡына, бөгөнгө көндә махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ именлеген һаҡлаусы яҡташтарыбыҙға, еңеүҙе яҡынлаштырырға бар көсөн һалыусы ирекмәндәргә оло хөрмәтен, рәхмәтен белдерҙе, район ҡаҙаныштары хаҡында бәйән итте.
Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов Республика Башлығы Радий Хәбировтың, Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың һәм үҙенең исеменән ҡырмыҫҡалыларҙы юбилей менән тәбрикләне һәм республика ҡаҙанған уңыштар менән таныштырып үтте.
- Республика алдына ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә Ҡырмыҫҡалы районы ситтә ҡалмай һәм һәр ваҡыт алға табан бара. Өфө ҡалаһына, эре мегаполисҡа яҡын булыуға ҡарамаҫтан, район үҙенең үҙенсәлеген, ауыл хужалығы йүнәлешен һаҡлап ҡалыуға өлгәште. Шуның өсөн барлыҡ район хеҙмәтсәндәренә айырым рәхмәт белдерәм, - тип билдәләне министр. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ҡырмыҫҡалыларға әйтте һәм илебеҙ тыныслығы өсөн яуҙа батырҙарса башын һалған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан итте.
Артабан Нияз Мансур улы Иҫке Бәпес ауыл Советы хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллинға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем тапшырҙы.
Министр ҡулынан Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығының Почет грамоталарын Ҡырмыҫҡалының С.М.Чугункин исемендәге мәктәп директоры Дамир Әхтәмов, район мәғариф бүлегенең методисы Лена Бикҡужина, Ҡырмыҫҡалының “Бал ҡорто” балалар баҡсаһы мөдире Әлфинә Дилмөхәмәтова, Олокүл ауылының “Сабый” балалар баҡсаһы мөдире Эльвира Динисламова, Ҡырмыҫҡалы гимназияһының физика уҡытыусыһы Айҙар Сыңғыҙов алды.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – Гөлназ Хәкимова, Альбина һәм Артур Юлыевтар Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатына, Ольга Исхаҡова Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһына, район архивы мөдире Альбина Мәсәғүтова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр.
Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Почет грамоталарына Ҡабаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Руслан Әйүпов, Иҫке Муса ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова, Һәүәләй ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тимур Ғәләүетдинов, Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығының Почет грамотаһына Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Хоҙайҙатов лайыҡ булды.
Байрам ҡунаҡтары – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Юлия Краснова менән Тимерғәле Ураҙғолов та үҙҙәренең ялҡынлы сығыштарында яҡташтарына иң изге теләктәрен һәм сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ҡырмыҫҡа кеүек һәр ваҡыт хәрәкәттә булған, арыу-талыуҙың нимә икәнен белмәгән, һәр саҡ төрлө идеялар менән янған, махсус хәрби операция биләмәһенә көн-төн ярҙам итергә әҙер торған районыбыҙҙың иң әүҙем бер төркөм ирекмәндәре – Үтәгән ауылынан Дилара Хоҙайғолова, Илтуған ауылынан Лена Хужиәхмәтова менән Фәриҙә Юнысова Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәт хатына эйә булһа, Боҙаяҙ ирекмәндәр штабы етәксеһе Светлана Бикмәтова хәрби часть командирының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Юбилей кисәһе бүләкләүҙәргә, ҡотлауҙарға бай булды. Шулай ҙа иң тулҡынландырғысы байрам тантанаһының төп ҡунаҡтарына – махсус хәрби операция яугирҙәренә Рәхмәт хаты тапшырған мәл булды тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Яҡташ геройҙарҙы бүләкләү тураһында иғлан ителеү менән залда ултырған барлыҡ тамашасылар аяҡ үрә баҫты һәм бер нисә йыл буйы ҡурҡыу белмәйенсә Ватаныбыҙ именлеге өсөн ҡаһармандарса көрәшкән бүләкләнеүселәрҙе дәррәү алҡыштарға күмде. Был ваҡытта күптәрҙең күҙҙәренән ирекһеҙҙән йәш тамсылары атылып сыҡты.
Райондың Маҡтаулы граждандары – Фәнил Ҡоҙаҡаев, Фәнзил Санъяров һәм Дилә Булгакова сәхнә түренә менеп, райондаштарына иң изге теләктәрен әйтте, үҙҙәренең шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе, ә билдәле йырсы Йәмил Әбделмәнов үҙенең моңло йырҙарын бүләк итте.
Бер яҡтан ҡыуаныслы ла, икенсе яҡтан һағышлы ла мәлдәр бүләк итеүсе, ғорурлыҡ хистәре уятыусы юбилей сараһы район таланттары, кескәй ҡырмыҫҡалылар әҙерләгән бай, ҙур концерт программаһы менән тамамланды.
Районыбыҙҙың киләһе юбилейҙарын тыныс күк йөҙөндә, иҫәнлектә-һаулыҡта һәм теүәллектә күңелле итеп ҡаршыларға яҙһын!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.