1940 йыл
Ҡырмыҫҡалы ауылы халҡы ат һәм ҡул көсө менән 1 июнгә планға ҡарата 22%, йәғни 4080 метр юлды төҙөкләндергән. Район буйынса барлығы 68724 метр юл япмаһы нығытылған.
1943 йыл
“Бөтә нәмә фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!” тигән лозунг аҫтында эшләгәндә, Буденный исемендәге колхоз хеҙмәтсәндәре көн һайын билдәләнгән нормаларҙы үтәйҙәр. Шулай итеп, комсомолдар Шәмсебаров, Хәбиров туңға һөрөү буйынса заданиены 10-15 процентҡа арттырып үтәне.
1956 йыл
Ҡырмыҫҡалы урта мәктәбенең етенсе класы уҡыусылары 14 июндә һуңғы тапҡыр мәктәпкә килделәр. Сығарылыш кисәһендә мәктәп директоры Сәлихов сығарылыш класы уҡыусыларына өгөт-нәсихәт бирҙе. Шулай уҡ уҡытыусылар Вәкилева, Хәмитова, Ҡанафиева сығыш яһаны.
1968 йыл
Һуңғы 5 йыл эсендә генә район үҙәгендә йәшәүсе 180 ғаилә йорт туйланы. Һуңғы 10-15 йыл арауыҡта юл бүлеге, колхоз-ара төҙөлөш, төрлө маркалы 150 автомобиле булған автохужалыҡ кеүек яңы производство объекттары барлыҡҡа килде. Универмаг һәм ике ауыл магазины төҙөлдө.
1973 йыл
Ҡырмыҫҡалыла бер ун алты фатирлы һәм бер һигеҙ фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылды.
1983 йыл
Салауат исемендәге колхоз эшселәре өсөн район үҙәгендә ПМК-539 алып барған ике фатирлы йорттар төҙөлә башланы. Барлығы ун йорт һалынасаҡ.
1991 йыл
Совет һәм Эшсе урамдары киҫелешендә РАЙПО пайсылары аҡсаһына төҙөлгән яңы аҙыҡ-түлек магазины асылды. Был йәмле кирбес бина иҫке магазин урынына һалынды.
1993 йыл
Район дауаханаһы поликлиникаһында ультратауыш тикшеренеүҙәре кабинеты эшләй башланы.
1994 йыл
Ҡырмыҫҡалыла киске ресторан эшләй башланы.
2010 йыл
Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған тантаналар ҡырмыҫҡалылар өсөн онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды. Саралар яңыртылған мемориаль комплекслы Еңеү паркында үтте, ә хәрби комиссариат бинаһында райондың Хәрби Дан күргәҙмә залы асылды.
2012 йыл
Республика көнө алдынан район үҙәгендә “Әсә менән бала” һәйкәлен һәм күренекле дәүләт эшмәкәре, яҡташыбыҙ М.Х. Солтанғәлиевтың тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан барельеф асылыуға арналған тантаналар үтте.
***
Яҙҙың тәүге көнөндә Ҡырмыҫҡалы ауылында 60 урынға иҫәпләнгән тағы бер балалар баҡсаһы асылды.