Даирә
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Октябрь 2025, 14:43

Эш һөйгәнде – ил һөйгән

26 октябрь – Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө

Эш һөйгәнде – ил һөйгән
Эш һөйгәнде – ил һөйгән

Иҡтисадтың мөһим факторы

Хөрмәтле автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!

Бөгөн һөҙөмтәле транспорт системаһы – илдең, республиканың һәм райондың иҡтисади киңлеген нығытыуҙың, халыҡтың йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреүҙең мөһим факторҙарының береһе. Был тармаҡтың төп элементы булып автомобиль транспорты ҡала. Уға хас тиҙлек, һығылмалылыҡ һәм маневрлыҡ йәшәйештең барлыҡ өлкәләрендә лә ҙур һорау менән ҡулланыла.

Райондың автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре, үҙҙәренең юғары профессионализмы, яуаплылығы һәм намыҫлы хеҙмәте менән артабан да алдарында торған яуаплы бурыстарҙы уңышлы хәл итер, тип ышанам.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған район һәм Башҡортостан мәнфәғәтендә яңы хеҙмәт уңыштары теләйем!

Әлфир САБИРОВ, муниципаль район хакимиәте башлығы

 

Эш һөйгәнде – ил һөйгән

Бөгөнгө тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшө ул – автомобиль. Уларҙың йылдан-йыл арта барыуы ла бер кемде ғәжәпләндермәй. Һәр йортта тиерлек бер түгел, икешәр-өсөшәр автомобиль булыуына ла, ғаиләлә һәр кем водитель танытмаһына эйә булыуына ла күптән күнеккәнбеҙ.

Юғары һөнәри оҫталыҡ һәм ойошҡанлыҡ талап иткән һөнәр оҫталары – районыбыҙ автомобилистары төрлө предприятиеларҙың, төҙөлөш ойошмаларының, социаль өлкә һәм учреждениеларҙың өҙлөкһөҙ эшмәкәрлеген тәьмин итә, йөк һәм пассажир ташыу мәсьәләләрен уңышлы хәл итә.

Һөнәренә тоғро ҡалған шундай водителдәрҙең береһе – Иҫке Шәрәй ауылынан Фәрит Кәлимуллин 2004 йылдан алып Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығында водитель хеҙмәтен башҡара.

Фәрит Моталлап улы Сахай ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Тыуған ауылының мәктәбен тамамлағас, Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһында водитель-тракторсы һөнәрен үҙләштерә. “Башкиравтодор”ҙа, “Ҡырмыҫҡалы коммуналь хужалығы”нда, “Ҡабаҡ тимер-бетон заводы”нда оло тәжрибә туплағас, Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығына эшкә килә һәм бөгөнгө көнгәсә ошонда тырышып хеҙмәт итә.

Бәләкәй саҡтан техника яратҡан, ҙурайғас тимер атты эйәрләргә хыялланған ул.

- Һәр бер малай кеүек, мин дә бала саҡтан техниканы яраттым, водитель булырға хыялландым. Ауылда ул саҡтарҙа водитель – иң кәрәкле, иң абруйлы һөнәр һанала ине. Шуға күрә һөнәр һайлаған саҡта, һис тә икеләнеп торманым, - ти 41 йыллыҡ стажлы водитель.

Фәрит Моталлап улы йөрөткән “MAN” машинаһына тағылған 12 метрлыҡ тралдың оҙонлоғона иҫең китер. Бында ул юл эшселәре өсөн кәрәкле экскаватор, каток, укладчик кеүек барлыҡ техниканы Башҡортостан буйлап тейәп йөрөтә. Ниндәй генә насар һауа шарттары булмаһын, ул һәр ваҡыт юлда, оҙайлы командировкаларҙа. Мал эйәһенә оҡшай тигәндәй, уның машинаһы һәр саҡ төҙөк, эсе-тышы ялтырап тора.

- Эшем еңелдән түгел, әлбиттә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙ хеҙмәтемде ныҡ яратам һәм нәҡ ошо һөнәрҙе һайлағаныма үкенмәйем.

Ошондай оҙонлоҡтағы техника менән юл йөрөүе хәүефле лә, ауыр ҙа. Ғөмүмән, ниндәй генә автомобилдә йөрөһәң дә, хатта, йәйәүле булһаң да, юлдарҙа һәр саҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Профессиональ водителдәр ҙә, автоһәүәҫкәрҙәр ҙә үҙен генә түгел, башҡаларҙы ла уйлаһын, һәр кемде өйҙә яратҡан ғаиләһе көткәнен онотмаһындар ине тигән фекерҙәмен, - ти ул үҙенең яратҡан һөнәре тураһында.

Фәрит Кәлимуллин тормош иптәше Рима Тимерйән ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларҙың ике улы ла атайҙарының юлын дауам итеп, водитель һөнәрен үҙ иткәндәр. Оло улдары Динар Ҡабаҡ ауылында донъя көтә, Өфө ҡалаһындағы предприятиела водитель булып эшләй. Өфөлә йәшәүсе Денис үҙенең йөк машинаһында йыраҡ рейстарға йөрөй.

Эшенә күрә хөрмәте, тиҙәр халыҡта. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Фәрит Моталлап улы Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

- Үҙ бурысына яуаплы ҡараған ышаныслы һәм яуаплы водитель, - ти уның хаҡында хеҙмәттәштәре лә.

- Техниканы яратҡан, бурыстарын тоғро үтәгән, үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған шоферҙар ғына эшләй беҙҙә. Барлыҡ хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым һәм имен юлдар, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйем, - тип оҙатып ҡалды тәжрибәле водитель.

Был теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм барыбыҙға ла хәүефһеҙ юлдар теләйбеҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас