Даирә
+21 °С
Болотло
Байрамдар
2 Октябрь 2025, 06:51

Бында һөнәри тормошҡа юл асыла

Бөгөн – Урта һөнәри белем биреү көнө Бында һөнәри тормошҡа юл асыла Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың 2022 йылдың 24 июлендәге 496-сы Указына ярашлы, 2 октябрҙә Урта һөнәри белем көнө билдәләнә. Был дата осраҡлы һайланмаған.

Бында һөнәри тормошҡа юл асылаБында һөнәри тормошҡа юл асыла
Бында һөнәри тормошҡа юл асыла

Тап ошо көндө 1940 йылда “СССР-ҙа дәүләт хеҙмәт резервтары тураһында” указы ҡабул ителә. Быйыл урта профессиональ белем биреү системаһы үҙенең 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй һәм ул ошо көнгәсә квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә, илдең технологик суверенитетын тәьмин итеүҙә төп роль уйнауын дауам итә.

Был байрам урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү, популярлаштырыу һәм ошо йүнәлештә эшләгән педагогтарҙың абруйын күтәреү маҡсатында булдырылған. Бөгөн һөнәри белем биреү системаһы күп йылдар элекке кеүек үк үҙенең кәрәклеген иҫбат итә – күп ҡыҙҙар һәм егеттәр бында һөнәри тормошҡа юл аса.

Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалы ла был йүнәлештә ҙур эш алып бара. Был белем биреү учреждениеһының тарихы 1933 йылдан башлана. Ошо йылдың 6 декабрендә Ҡырмыҫҡалы ауылында бригадирҙар әҙерләү буйынса биш айлыҡ колхоз мәктәбе асыла, ә 1934 йылда ул даими итеп ҡалдырыла, уға ер бүлеп бирелә һәм дөйөм ятаҡ беркетелә.

Төрлө үҙгәрештәр кисереп, исемдәрен үҙгәртеп, етәкселәрен алмаштырһа ла, Ҡырмыҫҡалы филиалы йылдан-йыл үҫешә һәм бөгөнгө көнгәсә уңышлы эшләп килә.

Филиал тураһында Нуриман Исмәғил улы ҮЛЙӘБАЕВ, Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалы мөдире вазифаһын башҡарыусы:

- Бөгөнгө көндә филиалыбыҙҙа 17 уҡыу кабинеты, тамашалар залы, ашханаһы, оҫтаханалары, гараждары, трактодромы, автодромы һәм спорт майҙансығы булған уҡыу корпусы һәм 100 урынлыҡ дөйөм ятаҡ бар. Ятаҡ спорт тиры, тренажерҙар залы, китапхана менән йыһазландырылған. Шулай уҡ белем биреү хужалығы 100 га һөрөнтө ер, тракторҙар, иген йыйыу комбайндары, йөк һәм еңел автомобилдәр, төрлө ауыл хужалығы машиналары менән тәьмин ителгән. Федераль дәүләт стандарты талаптарына ярашлы филиалда теоретик белем биреү өсөн алты уҡыу кабинеты һәм практик дәрестәр өсөн һигеҙ лаборатория йыһазландырылған, ике оҫтахана эшләй.

Былтырғы уҡыу йылын 15 студентыбыҙ ҡыҙыл дипломға тамамланы. 23 студентыбыҙ Өфө дәүләт аграр университетына уҡырға инһә, 6 уҡыусыбыҙ артабан юғары белем алыу өсөн Өфө фән һәм технологиялар университетын һайланы. Быйылғы уҡыу йылында уҡыу йорто тулыһынса студенттар менән тулыланды, 10 төркөмдә 250 студент белем ала. Йыл һайын иретеп-йәбештереүсе һөнәрен һайлаусылар күп килә. Шуға ла былтырҙан алып уларҙы ике төркөм иттек. Был һөнәрҙе ҡыҙҙар ҙа һайлауы ҡыуаныслы. Ағымдағы уҡыу йылынан фермер һөнәре буйынса төркөм йыйҙыҡ. Ауыл хужалығы производствоһы мастерҙары ла беҙҙең колледжда белем ала. Филиалда студенттарға 22 уҡытыусы белем бирә. Студенттарыбыҙ даими рәүештә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Шундайҙарҙың береһе – уҡыу алдынғыһы һәм төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы 3-сө курс студенты Эльвира Ханнанова Башҡортостан Башлығы стипендияһына лайыҡ булды. Артабан юғары белем алырға теләүсе барлыҡ студенттар беҙ хеҙмәттәшлек иткән вуздарға уҡырға инеү мөмкинлеге алалар.

Бағыусы һәм шулай уҡ эш биреүсе булараҡ беҙгә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торған “Газпром трансгаз Уфа”, “Рустех”, “Кузнечный двор”, “Трубопровод СипСтрой”, “Кармет” йәмғиәттәре һәм “Уңыш”, “МТС” хужалыҡтарына рәхмәтлебеҙ һәм артабан да хеҙмәттәшлек итергә шатбыҙ.

Үткән уҡыу йылында йылылыҡ селтәрен алыштырыу буйынса ике миллион һумлыҡ эш башҡарылды. Быйыл 100 мең һумға 80 метрлыҡ профнастил кәртә тотолдо. Әлеге көндә ҡаҙанлыҡта газ йылылыҡ ҡаҙансығын алыштырыу эше бара. Уға бер миллион һумдан ашыу финанс бүленде.

Хеҙмәттәштәремде, барлыҡ урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәрҙәрен, студенттарҙы күркәм байрамыбыҙ менән ҡотлайым һәм эштәрендә, уҡыуҙарында уңыштар теләйем.

 

Тәжрибәле уҡытыусылар уҡыта

БР мәғарифы отличнигы, юғары категориялы уҡытыусы Рәшит Фәрит улы Кәлимуллин колледжда 23 йыл уҡыта. Ул студенттарға трактор ҡоролмалары, техник механика, материалдарҙы өйрәнеү ғилеме, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белем бирә. Өфөләге автотранспорт техникумында, артабан Өфө дәүләт аграр институтында инженер-механик белемен алып, Рәшит Фәрит улы бер нисә йыл нефть һәм ауыл хужалығы предприятиеларында тәжрибә туплағас, колледжға уҡытырға килә.

- Колледжда белем биреү, йәштәр менән эшләү бик оҡшай. Уларҙың һәр береһен тырышып-тырмашып яңы һөнәргә өйрәтәбеҙ һәм барлыҡ студенттарыбыҙҙың уңыштары өсөн ҡыуанабыҙ. Ауыл хужалығы производствоһы мастеры һөнәре буйынса тәүге йылдарҙа егеттәр генә уҡыһа, һуңғы ваҡытта ҡыҙҙар ҙа килә башланы. Әлбиттә, заман үҙгәрә бара, уҡытыу методикаһы ла, кешеләр ҙә төрлө үҙгәрештәр кисерә. Элекке ваҡыттарҙа студенттар бөтә мәғлүмәтте ручка менән дәфтәргә яҙып барһалар, хәҙергеләр күберәк телефондарына ғына яҙҙыралар. Шулай ҙа дәфтәргә лә яҙҙырырға тырышабыҙ, сөнки ҡул менән яҙғанда, мәғлүмәт хәтерҙә яҡшыраҡ һаҡлана.

Булған яңы алдынғы уҡыу-уҡытыу методикаларын әүҙем ҡулланып, уҡыусыларыбыҙға төплө белемдәр бирергә тырышабыҙ. Студенттарымды, хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлайым. Һәр саҡ шулай тырыш, әүҙем, ныҡышмалы булып ҡалығыҙ! – тигән һүҙҙәрен еткерә тәжрибәле уҡытыусы.

 

Конструктор кеүек кенә...

Виктория МӘХМҮТЙӘРОВА, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты:

- Колледжға уҡырға ингәндә үк үҙемә артабан юғары белем аласаҡмын тигән маҡсат ҡуйғайным. Бала саҡтан техниканы яратҡас, ауыл хужалығы производствоһы мастеры һөнәрен һайланым. Трактор минең өсөн ҙур бер конструктор кеүек кенә тойолдо. Бик яҡшы белем биргәндәре өсөн колледж уҡытыусыларына һәм мастерҙарына сикһеҙ рәхмәтлемен. Уларҙың һөнәри оҫталығы һәм шулай уҡ үҙебеҙҙең тырышлыҡ менән әллә күпме яңы һөнәрҙәр үҙләштерҙек.

Бына хәҙер мин үҙемдең күптәнге хыялымды тормошҡа ашырҙым – Башҡорт дәүләт университетына урман хужалығы һөнәре буйынса уҡырға индем. Колледжда бергә уҡыған, минең кеүек юғары белем алырға теләгән бер нисә курсташым да бында уҡыйҙар.

Тырышҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тигәндәй, тырышһаң, барыһы ла килеп сыға. Шуға буласаҡ һәм хәҙерге студенттар тырышһындар, уҡыһындар. Колледжда бик яҡшы, төплө белем алырға була һәм был белем киләсәктә бик кәрәк!

 

Таланттар бында үҫә

Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалының бик талантлы 2-се курс студенты Эльвина Фәйрушина уҡырға ла, төрлө сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға ла өлгөрә. Бейеүгә ғашиҡ ҡыҙ “Оҙон сәс” бейеүе менән “Студент яҙы – 2025” фестиваленең республика финалында сығыш яһауға иреште.

- Колледжда уҡыуы миңә ныҡ оҡшай. Үҙебеҙҙең Ҡырмыҫҡалыла шундай яҡшы уҡыу йорто була тороп, икенсе ҡалаға уҡырға китеүҙе бөтөнләй уйламаным да. Уҡыуҙан тыш йырларға һәм бейергә яратам. Ун йәштән алып бейеү түңәрәгенә йөрөйөм. Минең һәр бер теләгемде тормошҡа ашырырға риза булған әсәйемә, оло белем юлына баҫтырған һәм бейеү серҙәренә өйрәткән барлыҡ уҡытыусыларыма рәхмәттәрем сикһеҙ.

 Яҡташтарымдың барыһын да Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалына уҡырға килергә саҡырам. Бында һеҙҙе тәжрибәле уҡытыусылар көтә һәм һеҙ бында киләсәктә кәрәк булырлыҡ, ҙур эш хаҡы алырлыҡ һөнәргә эйә буласаҡһығыҙ! – тигән теләктәрен белдерә Эльвина.

Розалия НАЗАРОВА.

Бында һөнәри тормошҡа юл асыла
Бында һөнәри тормошҡа юл асыла
Бында һөнәри тормошҡа юл асыла
Бында һөнәри тормошҡа юл асыла
Бында һөнәри тормошҡа юл асыла
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас