

Камил Ғәбделбарый улы туғыҙ балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Ике ағаһынан һуң ул өсөнсө була. Һуғышҡа тиклем унан һуң тағы бер ҡустылары тыуып ҡала. “Хоҙай Тәғәлә беҙҙе атайҙан мәхрүм итмәүе оло бәхет ине. Артабан донъябыҙҙы тулыландырып, тағы ла биш туғаныбыҙ донъяға килде”, - ти ул. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған атаһы Ғәбделбарый Ибраһим улы малайҙарын эшкә бәләкәй саҡтарынан өйрәтә. Бергәләп утын әҙерләргә йөрөйҙәр, уны киҫәләр, яралар, өйәләр. Бесән әҙерләүҙәр, мал ҡарауҙар, бер-бер артлы донъяға килгән туғандарын ҡарашыуҙар һәм башҡа эштәрҙе балалар ихлас башҡара. Ғаиләгә берегеп үҫкән малай бәләкәй саҡтан тырышлығы, сыҙамлығы, маҡсатлылығы менән айырылып тора. Башҡа тиҫтерҙәре кеүек уның да бала сағы һуғыш, унан һуңғы ауыр осорға тура килә. Ҡыйынлыҡтар уны сыныҡтыра. Быуындары нығынмаҫтан ҡул араһына инеп, ауыр эшкә егелә. Бесән, ашлыҡ йыйырға йөрөй, баҫыуҙа сәскес, тырма, һабан тағылмаларында эшләй. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, артабан уҡыуын дауам итеү теләге менән кластарынан өс малай һәм дүрт ҡыҙ Бишауыл-Уңғар ауылы мәктәбенә юл тота. Тик уны тамамларға, артыҡ уҡырға насип булмай. - Йәшәргә яңғыҙ торған әбейҙәрҙең өйҙәренә урынлаштыҡ. Ауыр заман, яғырға утын әҙерләнелмәгән. Атайым менән утын хәстәрләп, тейәп алып барған булдыҡ. Ул күпмегә генә етә инде. Аҙыҡ та мейестә генә бешерелә ине, утын булмағас ашарға ла бешереп булмай, өй ҙә һыуыҡ. Яңы йылдан һуң елеккә үткән һыуыҡ һәм аслыҡ арҡаһында уҡыуҙы ташларға тура килде. Шунан үҫмер көйө колхоз эшенә егелдем, - тип һөйләне уҙаман. Армияға китер көндө түҙемһеҙлек менән көтөп ала егет. Ун һигеҙе тулыу менән армия сафына алына. Свердловск ҡалаһында хеҙмәт итә. Төҙөлөш батальонына эләгеп, йорттар төҙөүҙә ҡатнаша. Ташсылар янында ярҙамсылар рәтендә булып, был һөнәргә ике йыл буйы ныҡлап өйрәнә. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәгәндән һуң Нефтекама ҡалаһына өйрәнгән төҙөлөш эшенә китә. “Атайым бер балаһының да алыҫта йәшәүен теләмәне. Дәртләнеп, ең һыҙғанып эшләп йөрөгәндә ҡайтырға ҡушты. Атай һүҙенән сығырға ярамай ине. Тыуған яҡ та үҙенә тартҡандыр инде. Ауылға әйләнеп ҡайтырға тура килде”, - тип иҫкә алды ул. Артабан Камил Барый улы Ляхов училищеһында механизатор һөнәрен үҙләштерә. Тыуған ерендәге колхозға тракторсы булып урынлашып, ең һыҙғанып эшләй башлай. “Был саҡта Шамил һәм Илтүзәр ағайҙарым колхозда тракторсы булып эшләйҙәр ине инде. Мин дә улар рәтендә механизатор булдым. Артабан ҡустыбыҙ Басир ҙа беҙҙең һөнәрҙе һайланы”, - тип әйтеп алды. Ир тыуған колхозында намыҫлы хеҙмәт итә. Тракторы менән ҡайҙа ҡушалар, шунда тырышып эшләй. - “МТЗ-50” тракторында мал аҙығы, һөт, барда ташыным. Һөт һәм барданы ташыуҙа Фәрит Исхаҡов ярҙамлашты. Эҫкерт һалғанда мин тракторҙа булһам, Әниф Юнысов, Әлфәт һәм Тәлғәт Әминевтар ҡулдарына һәнәк тотоп ҙур эштәр башҡарҙылар. Хеҙмәттәштәрем эшкә уңған, ярҙамсыл, ышаныслы булдылар. Бер көн ҡалдырмайынса тырышып эшләнеләр. 2-3-шәр норма үтәй инек. Эҫкерттәрҙең оҙонлоғо 100 метрға етә торғайны... - тип хәтирәләргә бирелде уҙаман. Уның намыҫлы хеҙмәте етәкселек тарафынан баһаланып тора. Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары бирелә. Колхозсы эш һөҙөмтәләре буйынса бер нисә тапҡыр “Иң яҡшы механизатор” исемен дә ала. Колхоз юлламаһы буйынса шифаханаларға бара. Күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн ул хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ була. Хаҡлы ялға сыҡҡас та колхозда эшләүен дауам итә: яғыулыҡ биреүсе заправщик була. Ғаиләһе уға һәр саҡ көс бирә һәм таяныс була. Иҫке Бәпес ауылы ҡыҙы, сәскәләй сибәр Рәсимә Ғизетдин ҡыҙы менән тормош ҡороп, биш балаға ғүмер бирәләр. Татыулыҡта ғүмер кисереп, донъяларын гөлдәй итеп йәшәйҙәр. Уларҙы үҫтереп, үҙ юлдарын табырға ярҙам итәләр. Балалары ата-әсәгә оҡшап, егәрле, тырыш булып тәрбиәләнә. Мәхмүтовтар матур итеп алтын туйҙарын да үткәрәләр. Ҡыҙғанысҡа, ҡатыны ун йыл элек ауыр сирҙән баҡыйлыҡҡа күсә... Уҙған йыл улдары Айбулат та фажиғәле рәүештә һәләк була. Ни эшләйһең, тормош дауам итә, артабан йәшәргә кәрәк. Ҡәҙерле кешеләре йөрәгендә йәшәйҙәр... Бөгөнгө көндә тыныс ҡартлыҡ кисереп, тормошҡа ҡәнәғәт булып йәшәй Камил Мәхмүтов. “Үҙ аяғымда йөрөүемә һөйөнәм. Нисә йәштә булһаң да, хәрәкәт кәрәк. Скандинав таяҡтары менән көнөнә бер нисә тапҡыр урам буйында йөрөйөм. Өйҙә телевизор ҡарап, яңылыҡтарҙы беләм, гәзит-журналдар уҡырға яратам. Бигерәк тә “Даирә” гәзите минең өсөн яҡын, сөнки район яңылыҡтарын, яҡташтар тураһында мәҡәләләрҙе, таныштарҙың тыуған көндәрен бында уҡыйым, - ти ул. Балаларына, туғандарына, бигерәк тә ауылда йәшәгән ҡыҙы Раушания менән кейәүе Таһирға рәхмәтле. Улар көн дә хәлдәрен белеп, ярҙамлашып торалар. Үҙенең дауамы – бөтә ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен дә күреп шатлана. Ғөмүмән, бар яҡындарының иғтибарын һәм ихтирамын тойоп йәшәй. Йәйҙәрен матурлыҡ, таҙалыҡ, тәртип яратҡан уҙамандың ихатаһы төрлө-төрлө сәскәләргә күмелә. Араларында бер генә лә сүп үҫтермәй, үҙе утап тора. Өйөндә лә гөлдәр үҫтерергә ярата, уларҙы һыу һибеп тәрбиәләй. Ә ҡыштарын көрәк тотоп ҡар көрәргә сыға ул. Ғөмүмән, олатай һәр атҡан таңға ҡыуанып, барыһына шөкөр итеп йәшәй.
Фәниә БАТЫРШИНА.
Автор фотоһы.