Даирә
+24 °С
Ямғыр
Байрамдар
29 Сентябрь 2025, 04:08

Һәр сабыйҙың күңеленә асҡыс таба

Һөнәри байрамдары алдынан Прибельский ауылының “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлгөнә Дәүләтбаева менән эш урынында осраштыҡ.

Һәр сабыйҙың күңеленә асҡыс табаҺәр сабыйҙың күңеленә асҡыс таба
Һәр сабыйҙың күңеленә асҡыс таба

Балаларҙы үҙенеке кеүек яратҡандар ғына тәрбиәсе була алалыр. Беҙ килеп ингәндә сабыйҙар уның янында өйөрөләләр ине. Бәләкәстәр яҡшы мөнәсәбәтте аңлайҙар шул. Уларҙың тәрбиәселәрен яратыуҙары һәм ихтирам итеүҙәре күренеп тора. Тәрбиәсе эш урынында икенсе әсәй кеүек. Сит балаларҙы үҙеңдеке кеүек күреү, улар менән дуҫ булыу ҙур оҫталыҡ талап итә.
- Мин Үтәгән ауылы ҡыҙы. Уҡытыусы булыр­ға теләп, яҡты хыялдар менән Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға индем. Унда филолог һөнәрен үҙләштергәс, тыуған мәктәбемдә эшләнем. Ибраһим егете менән тормош ҡорғас, Һәүәләйҙәге балалар баҡсаһына эшкә барҙым. Артабан Прибельскийға йәшәргә күсеп, “Әкиәт” балалар баҡсаһына эшкә урынлаштым. Мәктәпкәсә йәш­тәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн белемемде камиллаштырҙым. Балалар баҡсаһында ваҡытлыса ғына эшләрмен тигәйнем, тороп ҡалырға тура килде. Әммә үкенмәйем, сабыйҙарҙы бик яратам. Дөйөм педагогик стажым 1984 йылдан булһа, балалар баҡсаһында 1990 йылдан бирле хеҙмәт итәм. Мин сығарған балалар хәҙер үҙҙәре әллә нисә балалы атай-әсәйҙәр, инде балалары миңә йөрөй. Эшемде бик яратам, унан да яҡшырағы юҡ кеүек. Мин үҙ урынымдамын, тип әйтә алам. Башҡаны күҙ алдына ла килтермәйем. Эшемә хаҡлы ялда булһам да, шатланып киләм. Балалар менән кәйефем тағы ла күтәрелә, - тип һөйләне Гөлгөнә Хөрмәтулла ҡы­ҙы.
Гөлгөнә Дәүләтбаева­ны итәғәтле, сабыйҙарҙың күңеленә асҡыс таба белгән үҙ эшенең оҫтаһы тиҙәр. Һәр баланың уңыштарын күрә, ваҡытында хаталарын аңлатып, яҡшыны ямандан айырыр­ға, тирә-яҡты танып белергә өйрәтә. Ул эшендә балалар менән генә түгел, ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел таба белә. Ата-әсәләр ҡәҙерле кешеләрен ышанып тапшыралар һәм кәңәшләшәләр ҙә.
Әлеге ваҡытта Гөлгөнә Хөрмәтулла ҡыҙы коррекцион төркөмдә тәрбиәсе. “Дәрестәр үткәргәндә һәр бала менән шәхси шөғөлләнергә тура килә. Телмәр үҫтереү, өндәрҙе дөрөҫ әйтеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Ниндәй генә уйындар уйнамайбыҙ, логика, фекерләү дәрестәре үткәрәбеҙ. Улар менән бергә уйнап, үҙең дә балаға әйләнәһең”, - ти ул эше тураһында.
Уның һүҙҙәре буйынса, тәрбиәсе үҙ эшен, балаларҙы яратырға, түҙемле, сабыр булырға, һәр саҡ даими камиллашырға һәм бөтә көсөн биреп эшләргә тейеш.

Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас