Даирә
+21 °С
Болотло
Байрамдар
11 Сентябрь 2025, 09:39

Республикала октябрь һәм ноябрь айҙарында байрам көндәре тураһында

Быйыл көҙ нисек ял итәбеҙ һәм эшләйбеҙ?    

Республикала октябрь һәм ноябрь айҙарында байрам көндәре тураһындаРеспубликала октябрь һәм ноябрь айҙарында байрам көндәре тураһында
Республикала октябрь һәм ноябрь айҙарында байрам көндәре тураһында

Октябрҙә Башҡортостан халҡы Республика көнө уңайынан ғәҙәттәгенән күберәк ял итә. Быйыл байрам көнө, 11 октябрь, шәмбегә тура килә. Шуға күрә байрам 13 октябргә (дүшәмбе) күсерелә. Йома, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы ялдар йәкшәмбе, 2 ноябрҙә, башлана һәм 4 ноябргә (шишәмбе) тиклем дауам итә. Шәмбе, 1 ноябрҙә, ял көнөн 3 ноябргә (дүшәмбе) күсереүгә бәйле эш көнө булып тора. Шуға Башҡортостанда 2 ноябрҙән 4-нә тиклем өс көн ял тип иҫәпләнә.

Әйткәндәй, 2026 йылда Рәсәйҙә ял көндәре билдәле булды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-09/zhitelyam-bashkirii-napomnili-o-prazdnichnyh-vyhodnyh-v-oktyabre-i-noyabre-4380109

Автор:
Читайте нас