

- Был ҙур байрам Рәсәй флагы көнө менән башланып, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөн билдәләү менән тамамланасаҡ. Сараның Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгәндә, Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылында һәм Башҡортостан Республикаһында үткәрелгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йылында уҙғарылыуы символик мәғәнәгә эйә. Һәр нотала, һәр йырҙа яңғыраясаҡ илһөйәрлек рухы һәм Ватанға һөйөү беҙҙең йөрәктәребеҙ һәм күңелдәребеҙ аша үтергә тейеш, - ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Өфөлә үткән Армия мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһында. Шулай уҡ ул был байрам сиктәрендә ойошторолған сараларға мөмкин тиклем күберәк дуҫ-таныштарҙы, яҡындарҙы, туғандарҙы, ә иң мөһиме балаларҙы саҡырырға өндәне. Рәсәй флагы көнөндә район Мәҙәниәт һарайы алдында балалар өсөн “Рәсәй флагы ғорур елберҙәй” тип аталған сағыу һәм мауыҡтырғыс сара уҙҙы. Рәсәй флагы һәм Армия мәҙәниәте көндәренә арналған байрамға бик күп балалар килгәйне. Улар өсөн ойоштороусылар бай һәм ҡыҙыҡлы күңел асыу программаһы әҙерләгән. Йәш илһөйәрҙәр төрлө уйындарҙа, конкурстарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, Рәсәй флагы тураһында күп мәғлүмәткә эйә булды. Был сара балалар күңеленә яҡшы тәьҫораттар бүләк итеп кенә ҡалманы, шулай уҡ фәһемле лә булды