Даирә
+24 °С
Дождь
Байрамдар
25 Августа 2025, 05:35

Ҡәләм оҫталары Инйәр буйына йыйылды

Республикабыҙҙың барлыҡ ҡәләм оҫталары йылына бер тапҡыр йәмле тәбиғәт ҡосағында осрашып, фекер алыша, матур итеп ял итә. Быйыл да Архангел районы Абҙан ауылы янындағы “Баш Улей” ял базаһында Журналистар һабантуйы ойошторолдо.

Ҡәләм оҫталары Инйәр буйына йыйылдыҠәләм оҫталары Инйәр буйына йыйылды
Ҡәләм оҫталары Инйәр буйына йыйылды

2011 йылдан алып уҙғарыла килгән Журналистар һабантуйы күптән инде уникаль майҙансыҡ булараҡ ҙур танылыу алған. Бында район һәм ҡала баҫмалары хеҙмәткәрҙәре тәжрибә туплап ҡына ҡалмай, шулай уҡ яңы идеялар даирәләренә сума, ваҡыттарын күңелле үткәреп, рухланып ҡайта. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, хәҙерге мәғлүмәт киңлегендә һәм интернет селтәрендәге бик күп дөрөҫ булмаған фейктар заманында, республикала барған ваҡиғаларҙы дөрөҫ һәм аныҡ итеп яҡтыртыу эше тап журналистар иңенә төшә. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизовтың һүҙҙәре буйынса, Журналистар һабантуйы – ул әүҙем ял ғына түгел, ә һөнәри үҫеш өсөн уникаль мөмкинлек тә. Әйткәндәй, көнө-төнө тиерлек ҡойоп торған ямғыр ҙа байрамды ойоштороуға мәшәҡәтләмәне, тап һабантуй үткән яланды был көндө, хатта, ҡара болоттар ҙа урап үтте. Исеменә күрә есеме тигәндәй, йәмле Инйәр буйындағы ял базаһында умарталарҙы хәтерләткән беседкаларға урынлашып, бер аҙ тамаҡ ялғап алыуға, рәсми өлөш башланыуы тураһында иғлан ителде. Иң тәүгеләрҙән булып республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған журналистарҙы Архангел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Нарбутин тәбрикләне. Артабан һүҙ “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң яңы етәксеһе Зөлфиә Рәхмәтуллинаға, Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямноваға, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡовҡа бирелде. Уларҙың барыһы ла республика журналистарына үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе һәм байрам кәйефе теләп, иң әүҙем журналистарҙы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләп үттеләр. Тантаналы өлөштән һуң Журналистар һабантуйының иң күңелле мәлдәре башланды. Был көндө ҡәләм оҫталары ҡатыҡҡа баштарын тығып, унда йәшерелгән әйберҙе эҙләнеләр, күҙҙәрен бәйләп, көршәк ваттылар, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып та, тоҡ кейеп тә йүгерҙеләр, арҡан да тартыштылар, “ат сабышында” һәм башҡа бик күп халыҡ уйындарында ҡатнашып, иҫтәлекле бүләктәргә эйә булдылар. Шулай уҡ иң оҫта ашнаҡсылар һәм балыҡсылар ҙа билдәле булды. Уйындар уйнап, һыйлы табында һыйланып алғандан һуң журналистарҙы тағы ла сәхнә янына саҡырҙылар. Был юлы уларҙы йәмле концерт программаһы һәм дискотека көтә ине. Районыбыҙ Мәҙәниәт һарайында эшләүсе Дамир Ишембаевтың, һабантуйҙың махсус ҡунағы – билдәле йырсы Илгиз Абдрахмановтың моңло һәм дәртле йырҙары аҫтында рәхәтләнеп бейене, күңел асты һәм үҙҙәре лә сәхнәгә сығып, төрлө яҡлы таланттарын күрһәтте республиканың ҡәләм оҫталары. Ә беҙгә инде, шундай күләмле байрамды йәмле итеп ойоштороусыларға, саҡырыусыларға, был сараға ебәреүселәргә, тотош Архангел еренә рәхмәт әйтергә һәм артабан да ең һыҙғанып эшләргә генә ҡала.

Ҡәләм оҫталары Инйәр буйына йыйылды
Ҡәләм оҫталары Инйәр буйына йыйылды
Ҡәләм оҫталары Инйәр буйына йыйылды
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас