Даирә
+24 °С
Дождь
Байрамдар
21 Августа 2025, 11:37

Нимессә һөйләшәме шул?

Кино менән бәйле бер ваҡиғаны әле булһа хәтерләйем. Ул саҡта нисәнсе класта уҡығанмындыр инде, уныһын теүәл генә әйтә алмайым.

Нимессә һөйләшәме шул?Нимессә һөйләшәме шул?
Нимессә һөйләшәме шул?

Бер көнө мәктәптән ҡайтып, өҫ кейемемде алыштырып йөрөйөм. Бибисара нәнәйем төпкө бүлмәлә телевизор ҡарап ултыра. Телевизорҙа ул саҡтарҙағы ниндәйҙер бик шәп һуғыш заманы һүрәтләнгән фильм бара. Нәнәйем рус телен белмәһә лә, шунда һүрәтенә булһа ла текәлеп ултырған була. Кинола рус балалары ла бар, бер заман “нимес” балаларын да күрһәтә башланылар. “Нимес” балалары немец телендә нимәлер һөйләйҙәр. Нәнәй мәрхүм кинолағы теге бәләкәй генә балаларҙың үҙҙәренең туғандары менән немец телендә һөйләшкәнен тыңлап ултырҙы ла: “Мынауы бәләкәй генә “нимес” балаһы нимессә һөйләшәме шул?” - тип аптырап һорап ҡуйҙы. Әле булһа, шуны иҫләйем дә, йылмайып ҡуям.

Вилдан ХӘСӘНОВ.

Ҡарлыман ауылы.

Автор:
Читайте нас