

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар уйнаған киноларҙы һәр саҡ көтөп алабыҙ һәм улар менән ғорурланабыҙ. Вадим Спиридонов, Вячеслав Тихонов, Ролан Быков, Олег Табаков кеүек киноактерҙарҙы әле һаман да донъяла бар кеүек хис итәбеҙ, сөнки улар фильмдарҙағы үҙ ролдәрен ысын итеп, күңелдәрен биреп башҡарҙылар. Әле лә, телевизор алдына килеп ултырып, элек ҡараған кинолар аша бала саҡ йылдарына ҡайтып әйләнәбеҙ. Ул замандарҙа кино ҡарағанда, беҙҙең күңелдәр кинолағы күренештәрҙе еңелсә, ҡыҙыҡ итеп ҡабул итһә, хәҙер шул уҡ киноларҙы икенсе күҙлектән ҡарайбыҙ, башҡаса уйланабыҙ, хатта, күҙҙән йәштәр тама... Мәҫәлән, “А зори здесь тихие”, “В бой идут одни старики” киноларында йәш кенә ҡыҙҙарҙың һаҙлыҡҡа батыуҙары, дошман пуляһынан һәләк булыуҙары, һөйкөмлө йөҙлө летчиктарҙың янған самолеттары менән дошман өҫтөнә ташланыуҙары күңелде һыҡрандыра, илата. Кино – ул беҙҙе үткәндәргә алып ҡайтыусы йәшәлгән ғүмерҙәребеҙҙең көҙгөһө, тип әйтһәк дөрөҫ булыр. Үткәндәр – беҙҙең өсөн тере миҙгел.
Таһир ВИЛДАНОВ. Сахай ауылы.