

9 август - Физкультурниктар көнө
Спортсы, уҡытыусы, тренер
Башҡортостанда, шул иҫәптән районыбыҙҙа физик культураны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Бындай алым республикала сәләмәт йәмғиәт булдырыуға һәм халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә ҙур булышлыҡ итә.
- Тормош юлымда өлгәшкән уңыштарымдың күбеһе өсөн спортҡа бурыслымын. Иң мөһим маҡсаттарҙың береһе – бөтә Башҡортостан буйынса балалар өсөн спорт менән шөғөлләнергә тейешле шарттар булдырыу. Өҫтәүенә, был йәшәү урынына – ҙур ҡалаға йәки бәләкәй ауылға бәйле булырға тейеш түгел. Шуға күрә төп бурысыбыҙ – яңы объекттар төҙөү, булған спорт объекттарын ремонтлау, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Районда спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Район халҡының сәләмәтлеге, физик үҫеше кеүек күрһәткестәр физкультураның ниндәй кимәлдә булыуын сағылдыра. Шуныһы ҡыуаныслы – һуңғы арала спорт саралары тағы ла нығыраҡ әүҙемләшә бара. Унда уҡыусылар ғына түгел, оло йәштәгеләр ҙә әүҙем ҡатнаша.
Райондаштарыбыҙҙың төрлө кимәлдә яулаған еңеүҙәре лә быны дәлилләй. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла физкультура уҡытыусылары, спорт тренерҙарының ныҡышмал эшенең һөҙөмтәһе булып тора. Бөгөн шундай яҡташтарыбыҙҙың береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Ринат Яхин Ҡырмыҫҡалы ауылында Гөлсирә Сабирйән ҡыҙы һәм Мәсғүт Мәхмүт улы Яхиндарҙың татыу ғаиләһен дә тыуып, матур тәрбиәгә эйә булған. Бала саҡтан спортты яратҡан үҫмер Ҡырмыҫҡалының 2-се һанлы мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы физик культура техникумында төплө белем ала. Артабан ул уҡыуын Урал дәүләт физик культура академияһында дауам итә.
Моздок ҡалаһындағы Төньяҡ Кавказ хәрби округында мотоуҡсылар полкында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң Ринат Яхин 2007 йылда үҙе уҡыған 2-се һанлы мәктәптә физик культура уҡытыусыһы булараҡ педагогик эшмәкәрлеген башлай һәм бөгөнгө көнгә тиклем шунда хеҙмәт итә. Шул уҡ йылдан алып Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә лапта буйынса тренер эшен башҡара. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙенең уҡыусылары һәм тәрбиәләнеүселәре менән төрлө кимәлдәге спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша һәм алдынғы урындар яулауға өлгәшә.
Әҙерлек курстарын тамамлағандан һуң, 2022 йылда Ринат Мәғсүм улына тағы ла бер яуаплы вазифаны – мәктәптә Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау дәрестәрен алып барыуҙы ышанып тапшыралар. Был эштә лә ул һынатмай һәм уҡыусылары менән төрлө ярыштарҙа юғары уңыштарға эйә була.
"Тап ошо һөнәрҙе һайлауығыҙға нимә этәргес көс булып торҙо?” – тигән һорауыма:
- Мәктәптә уҡыған саҡта физик культура дәрестәрен яраттым һәм һәр саҡ көтөп алдым. Спорт буйынса төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаштым. Ғүмер юлымды физкультура һәм спорт менән бәйләүемдә, тап ошо һөнәрҙе һайлауымда минең физкультура уҡытыусым, остазым Марат Тимерйән улы Әбүбәкировтың роле ҙур булды, - тип яуапланы тәжрибәле уҡытыусы.
Ҡырмыҫҡалының 2-се һанлы мәктәбе уҡыусыларының спорт буйынса төрлө кимәлдә ге ярыштарҙа еңеү яулауҙары хаҡында гелән ишетеп торабыҙ һәм был турала гәзитебеҙ биттәрендә лә мәҡәләләр донъя күрә. Ринат Мәғсүм улы үҙенең башҡарған эштәре һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләргә яратмай.
- Педагогик эшмәкәрлегемдәге иң мөһим ҡаҙаныштар – ул уҡыусыларымдың уңыштары, тип иҫәпләйем. Улар араһында юғары күрһәткестәргә өлгәшкән уҡыусыларым булыуы менән бәхетлемен. Лапта буйынса спорт мастеры Оксана Патрикеева, лапта буйынса спорт мастерына кандидат Дарья Медведева, лапта буйынса судья һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Артур Түләшевтарҙы билдәләп үткем килә, - ти тренер.
Ринат Яхин тормош иптәше Алиса Әхтәр ҡыҙы менән мөхәббәт емештәре – өс балаларына ла бәләкәй саҡтан физик тәрбиә бирәләр. Өлкән улдары Арыҫлан Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тхэквондо менән етди шөғөлләнә. Тренеры Радик Ильяс улы Сөләймәнов уға ҙур өмөттәр бағлай.
- Мәктәп – күңел менән мәңге йәш булып ҡалыуға, һәр саҡ хәрәкәттә булырға булышлыҡ итә. Егерме йылға яҡын мәғариф өлкәһендә эшләү дәүерендә бына шуны аңланым, - ти Ринат Мәғсүм улы үҙенең яратҡан һөнәре һәм йәш булып ҡалыу сере хаҡында.
Талантлы педагог хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылар менән намыҫлы һәм эскерһеҙ мөнәсәбәттә. Бөтә булмышын спортҡа, сәләмәт тормош рәүешенә арнаған юғары категориялы уҡытыусы бар ғүмерен балаларға белем һәм патриотик тәрбиә биреүгә, спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә, ҡасандыр үҙенә ҡанат ҡуйып осорған мәктәбенә хеҙмәт итеүгә бағышлаған Ринат Яхинды яҙмышы татыу ғаилә, яратҡан эш, уңыштар менән бүләкләгән икән, тимәк, ул быға тулыһынса лайыҡ. Киләсәктә уға һәм уҡыусыларына тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларға яҙһын!
Розалия НАЗАРОВА.