

Уларҙың эштәре хәүефле лә, ауыр ҙа
Бала саҡ хыялы тормошҡа ашҡан
Марсель Рифғәт улы был һөнәрҙе осраҡлы ғына һайламаған. Уның атаһы Рифғәт Рәмил улы хаҡлы ялға сыҡҡансы 25 йылдан ашыу ЮХХДИ бүлегендә хеҙмәт иткән.
- Бала саҡта атайымдың эшенә килергә яраттым. Миңә бындағы мөхит, уларҙың формаһы һәм экипировкаһы оҡшай ине. Хәҙер минең улым да беҙҙең юлдан китергә уйлай – полиция хеҙмәткәре булырға теләй. Ул да, башҡа малайҙар кеүек, ҙур ҡәнәғәтлек менән минең эшкә килә, пистолеттар, рациялар менән ҡыҙыҡһына, - ти әңгәмәсем.
Марсель Халиҡовтың һүҙҙәре буйынса, бала саҡтан уға атаһы был һөнәргә ҡарата хөрмәт һәм хеҙмәткә тоғролоҡ тойғолары уятҡан, ә әсәһе Фирүзә Ғилметдин ҡыҙы – хеҙмәт һөйөргә һәм тирә-яҡтағыларға хөрмәт менән ҡарарға өйрәткән. Марсель Рифғәт улы Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫкән. Район үҙәгенең 1-се мәктәбен тамамлағандан һуң Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға инә. Үҙенең хеҙмәт юлын 2007 йылда Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә оператив хеҙмәткәр булараҡ башлай. Һуңынан Ҡырмыҫҡалы районына күсә һәм 2011 йылға ҡәҙәр участковый булып эшләй. Шунан тағы Өфө ҡалаһында патруль-пост хеҙмәтендә эшләп алғандан һуң кире тыуған яҡтарына ҡайта. Юл-патруль хеҙмәте инспекторы, административ ҡануниәтте үтәү буйынса инспектор, административ күҙәтеүҙең өлкән инспекторы хеҙмәттәрен башҡара. Ағымдағы йылдың 3 июненән алып ул Ҡырмыҫҡалы районы буйынса ЮХХДИ бүлеге начальнигы вазифаһында.
Хәүефһеҙлек һағында
Марсель Халиҡов үҙ эшенә яуаплы ҡарай һәм хеҙмәттәштәре менән берлектә һәр бер юл-транспорт ваҡиғаһын ентекле анализлайҙар. Уның фекере буйынса, юлдағы иң төп проблемаларҙың береһе – иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәр. Шулай уҡ йәй етеү менән урамдарҙа мотоциклдар, скутерҙар һәм электр самокаттары йыш осрай.
- Иҫерек килеш руль артына ултырғас та уҡ водитель законды боҙа. Шуға ла бындай осраҡтарҙы профилактикалауға айырыуса ныҡ иғтибар итәбеҙ. Мототранспорт иһә водителдәр өсөн дә, йәйәүлеләр өсөн дә етди проблемаға әйләнә. Бындай транспорттар көндән-көн күбәйә бара, шуға күрә юл фажиғәләре лә арта. Беҙҙең районда ла бәлиғ булмағандар араһында төрлө кимәлдәге йәрәхәттәр алыусылар булды. Был осраҡтарҙа яуаплылыҡ атаәсәләр иңенә ята. Балаларына бындай төр транспорт алыр алдынан, һәр бер ата-әсә уның эҙемтәләре тураһында ла уйланырға тейеш, - тип билдәләне полиция капитаны.
Берҙәм команда – уңыш нигеҙе
Марсель Рифғәт улы етәкселегендә Ҡырмыҫҡалы районы буйынса ЮХХДИ бүлегендә 13 хеҙмәткәр эшләй.
- Беҙҙең эш ябай түгел. Шулай уҡ эш көнөбөҙ нормаға һалынмаған. Кәрәк саҡта көнөн дә, төнөн дә эшләргә тура килә. Дежурға ла сығабыҙ, профилактик саралар ҙа үткәрәбеҙ. Коллективыбыҙ татыу һәм берҙәм. Бергәләшеп алдыбыҙҙҙа торған бурыстарҙы үтәйбеҙ һәм юлдарҙа тәртип булдырабыҙ. Үҙебеҙҙең бүлектә хеҙмәт иткән һәр хеҙмәткәр менән ғорурланам һәм киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшербеҙ, тип ышанам. Һөнәри оҫталыҡтары, яуаплы һәм тоғро булғандары өсөн барыһына ла рәхмәт әйткем килә. Һеҙҙең намыҫлы хеҙмәт ярҙамында беҙ юғары күрһәткестәргә өлгәшәбеҙ һәм юлдарҙы хәүефһеҙерәк итәбеҙ. Барлыҡ хеҙмәттәштәремде һәм ветерандарҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым! Ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем. Эшегеҙ ҡыуаныс һәм ҡәнәғәтлек килтерһен, - ти етәксе.
Һөнәре ҡатмарлы булһа ла, күп ваҡытын алһа ла, әҙ генә булған буш ваҡыттарын Марсель Халиҡов ғаиләһенә бағышлай.
- Яҡындарым мине һәр саҡ көтөп торалар һәм яраталар. Минең ғаиләм – ҡәлғәм һәм терәгем, - ти ул. Беҙ ҙә районыбыҙ юлдары һағында торған яҡташтарыбыҙҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ һәм намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Хеҙмәт урынығыҙҙа һәр ваҡыт таянырлыҡ дуҫтарығыҙ, ә ғаиләгеҙҙә ныҡлы тыл булһын!
Ғәлиә КӘРИМОВА.