Даирә
+24 °С
Ямғыр
Байрамдар
3 Июль 2025, 11:18

Геройҙар ярышы күңелле үтте

Йәштәр көнөндә район халҡы бик күп күңелле ваҡиғаларға шаһит булды.

Геройҙар ярышы күңелле үттеГеройҙар ярышы күңелле үтте
Геройҙар ярышы күңелле үтте

“Аҡкүл” паркында йыл да ойошторолған “Геройҙар ярышы” тип аталған спорт эстафетаһы бигерәк тә күңелгә ятты. Бында районыбыҙҙа көн иткән дүрт йәш ғаилә үҙҙәренең көсөн төрлө яҡлап һынап ҡараны. Улар был көндө автоматты ла һүтеп йыйҙылар, атып та ҡаранылар, төрлө ҡатмарлы бәйгеләрҙә ярыштылар. Жюри ағзалары уларҙың тиҙлеген генә түгел, шулай уҡ татыулығын, бер-береһенә ярҙам итергә әҙер булыуҙарын, команда булып эшләй белеү һәләттәрен дә баһаланы. Шулай итеп дүрт команда ла барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы тиҙ арала үтеп сыҡҡас, еңеүселәр билдәләнде. Тәүге урынды Ҡабаҡ ауылынан килгән Мусиндар командаһы яуланы. - Беҙ былтыр ҙа был бәйгелә ҡатнашып, еңеп сыҡҡайныҡ. Быйыл да бирешмәнек. Спортты яратабыҙ. Беҙгә яҡшы кәйеф, ыңғай тәьҫораттар бүләк иткәндәре өсөн ошондай матур уйын ойоштороусыларға оло рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ беҙгә ярышта ҡатнашырға мөмкинлек бүләк итеүсе Ҡабаҡ ауыл советына ҙур рәхмәтлебеҙ, - тиҙәр бер тауыштан Марат, Валентина һәм Эмир Мусиндар. Икенсе урынды Покровка ауылынан Каташовтар ғаиләһе алһа, өсөнсө урынға Ҡырмыҫҡалынан Енизеркиндар ғаиләһе сыҡты. Ҡырмыҫҡалы ауылынан Кузнецовтар командаһы дүртенсе булып килде. Сараны ойоштороусылар бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ә бәйгеселәр үҙҙәренең сығыштарынан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, икенсе йылға тағы ла нығырай әҙерләнеп килергә тип һүҙ биреп таралыштылар.

Геройҙар ярышы күңелле үтте
Геройҙар ярышы күңелле үтте
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас