Даирә
+24 °С
Ямғыр
Байрамдар
5 Июнь 2025, 09:17

Был һөнәр һәр тармаҡта талап ителә

Май айының һуңғы йомаһында Рәсәйҙә электросварка ярҙамында металдан төрлө ҡатмарлы конструкциялар яһаусы белгестәр, йәғни иретеп йәбештереүселәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалында был һөнәр эйәләрен данлауға арналған йәмле сара ойошторолдо. Унда студенттар һәм колледж менән хеҙмәттәшлек итеүсе төрлө ойошмаларҙан саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Был һөнәр һәр тармаҡта талап ителәБыл һөнәр һәр тармаҡта талап ителә
Был һөнәр һәр тармаҡта талап ителә

Буласаҡ иретеп йәбештереүселәр башҡарыуында көн­күрештә алыштырғыһыҙ һөнәргә арналған шиғыр-йырҙар менән асылды байрам. “Студент яҙы – 2025” фестиваленең республика этабында ҡатнашыусы Эльвина Фәйрушина ҡунаҡтарға лирик бейеү бүләк иткәндән һуң һүҙ филиал мөдире вазифаһын башҡарыусы Нуриман Үлйәбаевҡа бирелде. Ул барыһын да байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен юлланы һәм был һөнәрҙең мөһимлеге хаҡында һөйләне. - Киләсәктә үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы булырһығыҙ һәм Ҡырмыҫҡалы филиалының данын тағы ла юғарыға күтәрерһегеҙ тип ышанам, - тип тамамланы һүҙен Нуриман Исмәғил улы һәм алдынғы уҡытыусыларға, студенттарға сертификаттар тапшырҙы. Байрам ҡунаҡтары – “Рустех”, “Кузнечный двор”, “Трубопровод СипСтрой”, “Газпром трансгаз Уфа”, “Кармет” компаниялары һәм Мәшғүллек үҙәге вәкилдәренең барыһы ла үҙҙәренең сығыштарында еңел булмаған, ҙур оҫталыҡ талап иткән һөнәрҙең нескәлектәре, әһәмиәте хаҡында бәйән итте һәм шулай уҡ уларҙың бер ҡасан да эшһеҙ ҡалмаясағы, хеҙмәт хаҡының юғары булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Сығыш яһаусылар иретеп йәбештереүселәрҙе икенсе рәссамдар менән тиңләне, ижади эш булыуын дәлилләне. Ҡул дуғаһы менән иретеп йәбештереү буйынса донъя чемпионы Василий Пащенко иһә студенттарға үҙенең фәһемле кәңәштәрен еткерҙе. Һуңғы йылдарҙа колледжға иретеп йәбештереүсе һөнәре буйынса уҡырға ҡыҙҙар ҙа килә башлаған. - Иретеп йәбештереү эше еңелдән түгел. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ ойошма-предприятиеларға ла был һөнәр эйәләре һәр саҡ талап ителә. Һеҙ бер ҡасан да эшһеҙ ҡалмаясаҡһығыҙ. Эш урындарында торлаҡ мәсьәләһе лә хәл ителә, шулай уҡ өҫтәмә рәүештә аҡса эшләп алыу мөмкинлеге бар. Мин тап ошо һөнәрҙе үҙләштереүемә ҡыуанып бөтә алмайым, һеҙ ҙә үкенмәҫһегеҙ тип уйлайым, - тине Ҡырмыҫҡалы филиалын тамамлаусы, әлеге көндә “ТрубопроводСипСтрой” компанияһында эшләп йөрөүсе Анна Яковлева. Әйткәндәй, колледжда уҡыған саҡта ла Анна үҙен тырыш һәм әүҙем студент булараҡ күрһәтә. Иретеп йәбештереү буйынса уҙғарылған конкурстарҙа ла ихлас ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә эйә була. Эйе, иретеп йәбештереүсе һөнәрен алырға теләгән кеше түҙемлек, сабырлыҡ, уйлап эшләй белеү кеүек мөһим сифаттарға эйә булырға тейеш. Үҙ өҫтөңдә эшләү ҙә мотлаҡ. Ҡуйылған бурысты ваҡытында үтәү өсөн йылдамлыҡ, сослоҡ талап ителә. Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалы етәкселеге һәм барлыҡ ҡунаҡтар эшсе һөнәрен данлауға арналған шундай матур байрам ойоштороусыларға – филиал мөдиренең тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Рәйлә Шаһивәлиеваға, производствоға уҡытыу мастеры Радик Кәримовҡа, уҡытыу төркөмдәре кураторҙары Альбина Ғабдуллинаға, Марат Нафиҡовҡа һәм, әлбиттә, тырыш студенттарға оло рәхмәт белдерә һәм еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләй. Нуриман Исмәғил улы быйыл мәктәпте тамамлаусыларҙы колледжға уҡырға саҡырырға ла онотманы. - Беҙҙең колледжда иретеп йәбештереүсе, ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы, ауыл хужалығы производствоһы мастерҙары, һауынсы һөнәрҙәрен үҙләштерергә мөмкин. Шулай уҡ бында өҫтәмә рәүештә В, С, Д, Е категориялы водителдәргә, электрикка уҡып, танытма алырға була. Белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған: студенттарға йәшәү өсөн дөйөм ятаҡ, туҡланыу өсөн ашхана бар. Бушлай туҡланыу өсөн төрлө льготалар ҡаралған. Колледжды тамамлаған студенттар артабан юғары белем алһын өсөн бер нисә вуз менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусылары үҙҙәре үк беҙҙең филиалға килеп имтихан алалар һәм колледж тамамлаусыларға артабан бюджет урындарҙа белем алыу мөмкинлеге бирәләр. Шулай уҡ студенттарыбыҙҙы эшкә урынлаштырыуҙы ла күҙ уңында тотабыҙ. Эшләп йөрөгән студенттар өсөн дистанцион уҡыу программаһы ла ҡаралған. Бөтә һорауҙар менән 8-937-477-89-55 һандары буйынса тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫар Рәйлә Зыяитдин ҡыҙына шылтыратып белешеп була. Беҙҙең филиалға рәхим итегеҙ, - тигән белешмә лә бирҙе ул. 17 йәшегеҙҙә үк һөнәрле булып, яҡшы хеҙмәт хаҡы алып эшләргә, берҙәм дәүләт имтихандары бирмәй генә юғары уҡыу йортона инергә теләйһегеҙме? Ошондай хыял менән яныусыларҙың барыһын да Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалы көтөп ҡала.

PS. Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалы мөдире вазифаһын башҡарыусы Нуриман Үлйәбаев “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған “Изге яҙылыу”акцияһына ихлас ҡушылды һәм үҙенең студенты Айтуған Хоҙайғоловтың Мөкәй ауылында йәшәүсе ғаиләһенә ярты йылға “Даирә” гәзитен бүләк итте. Айтуғандың атаһы һәм ағаһы бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла илебеҙ именлеген яҡлай. - Урындағы матбуғат баҫмаһы аша яҡташтарыбыҙ иң беренселәрҙән булып районыбыҙ яңылыҡтары менән таныша. Шуға күрә районыбыҙҙа йәшәгән һәр ғаилә район гәзитен алдырып уҡырға тейеш, тигән фекерҙәмен. Шулай уҡ мөмкинлектәренә ҡарап, башҡаларға ла яҙҙырһалар бигерәк тә яҡшы булыр ине, - ти етәксе был турала.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Был һөнәр һәр тармаҡта талап ителә
Был һөнәр һәр тармаҡта талап ителә
Был һөнәр һәр тармаҡта талап ителә
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас