

Комиссия эшен муниципаль район хакимиәте башлығы Гөлнара Иҫәнбаева алып барҙы. Унда районда Ҡорбан ғәйетен байрам итеү һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
- Ҡорбан ғәйете мосолмандарҙың иң изге байрамдарынан һанала. Мәсеттәрҙә байрам саралары ҡәтғи рәүештә санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәлеп башҡарылырға тейеш. Белеүегеҙсә, районда Ҡолош ауылында ғына ҡорбан салыу урыны рәсми рәүештә теркәлгән. Бөгөн имам-мөхтәсибтәр һәм тейешле органдар етәкселәре менән һүҙ ошо хаҡта барасаҡ, - тине Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы.
Райондың имам-мөхтәсибе Ирек Әбүталипов Ҡорбан ғәйетен үткәреү ҡағиҙәләре һәм байрамға әҙерлек тураһында һөйләне.
- Район буйынса мәсеттәр биләмәләрендә үләндәр сабылып, тирә-яғы йыйыштырылып, байрамға алдан әҙерлек алып барыла.
Йәшәр урыны, мөлкәте булған, бурыстарҙан азат, матди яҡтан етеш һәр мосолман кешеһе ҡорбан салырға тейеш. Әлхәмдүлилләһ, йылдан-йыл мосолмандар араһында ҡорбан салыусылар һаны арта. Был ҡыуаныслы күренеш.
Быйыл Ҡорбан ғәйетенең байрам намаҙы Ҡырмыҫҡалы ауылы мәсетендә 6 июндә иртәнге 08:00 сәғәттә башлана. Йәмәғәттең һуңламай һәм берҙәм килеүе көтөлә, - тине Ирек хәҙрәт.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев сит илдән килгән мигранттарҙың балаларының йәйге ялын ойоштороу тураһында сығыш яһаны.
- Белем биреү учреждениеларында беҙҙең район мәктәптәрендә 2024-2025 уҡыу йылында 0,4 процент (25 бала) мигрант балалары белем алған. Улар араһында Тажиҡстандан, Үзбакстандан, Төркмәнстандан, Әрмәнстандан, Вьетнамдан килеүселәр бар. Педагогтар йыл әйләнәһенә мәктәптәрҙә һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында адаптация еңел үтһен өсөн улар менән шәхсән һәм төркөмдәрҙә коррекцион эш алып барҙы. Улар менән патриотик тәрбиә, сәләмәт тормош рәүешен алып барыу, класс һәм тематик сәғәттәр, өҫтәмә белем биреү дәрестәре алып барыла.
Йәйге осорҙа балалар көндөҙгө лагерҙарға йөрөй һәм “Виктория” лагерында ял итә. Унда шулай уҡ улар төрлө уйындарға, квестарға әүҙем йәлеп ителәләр, - тип һөйләне Андрей Валентинович.
- Мәғлүм булыуынса, мәсет биләмәләрендә ҡорбан салыу тыйыла. Был һуңғы йылдарҙа республика биләмәһенә хәүеф янаған ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм булдырмау маҡсатынан эшләнә.
Байрам көндәрендә Ҡолош ауылында бар талаптарға ярашлы хәләл ҡорбан салыу майҙансығы эшләйәсәк. Унда шулай уҡ ветеринар-табип эшләйәсәк, махсус өйрәтелгән салыусылар саҡырыласаҡ. Ҡалдыҡтар крематорий мейестә яндырыла.
Шәхси хужалыҡтарҙа ҡорбан салыу рөхсәт ителә, ләкин мал хужалары ҡалдыҡтарҙы мал ҡәберлектәренә сығарыу өсөн яуап тота, - тине үҙ сығышында райондың баш ветеринария табибы Ғәлинур Ҡунаҡаев.
Комиссия секретары Рушания Хәмәтғәлимова комиссия ағзаларына үҙҙәренең биләмәләрендә урынлашҡан культ ҡоролмаларына хәүефһеҙлек паспорттары төҙөү кәрәклеге тураһында иҫкәртте. Был документтың маҡсаты – учреждениела террор акты, тәртип боҙоу, ғәҙәттән тыш хәлдәр булған осраҡта эҙемтәне кәметеү йәиһә бөтөнләй ундай хәлдәрҙе булдырмау. Документ махсус хеҙмәттәр менән бергәләп эшләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тәңгәлдә эш, һүлпән бара икән. Белгес фекеренсә, был йәһәттән яуаплылыҡты көсәйтеү маҡсатында тикшереү эштәре йәйелдереләсәк.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.