Даирә
+24 °С
Ямғыр
Байрамдар
24 Апрель 2025, 07:23

Уртаҡ яҙмыштары – бейеү

Районыбыҙ бейеүселәр менән дан тота тиһәк, һис тә шаштырыу булмаҫ. Күп йылдар уңышлы эшләп килгән РФ һәм БР атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы – “Далан” өлгөлө хореографик ансамбле һәм “Йондоҙ” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле район, республика һәм башҡа өлкәләрҙең сәхнәләрен дер һелкетеп, төрлө конкурстарҙа яулаған еңеүҙәре менән ҡыуандырыуын дауам итә.

Уртаҡ яҙмыштары – бейеүУртаҡ яҙмыштары – бейеү
Уртаҡ яҙмыштары – бейеү

Был ике ансамбль илебеҙгә әллә күпме талантлы бейеүселәр биргән. Шулар араһында бөгөн­гө көндә Гөлназ Хәкимова менән берлектә “Йондоҙ” ансамблен етәкләүселәр – ағалы-ҡустылы Сәйғәфәровтар ҙа бар.

Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫеп, ғүмерҙәрен бейеү сәнғәте менән бәйләгән Руслан һәм Рөстәм менән осрашып, уларҙың нисек бейеүсе булып китеүҙәре, ни өсөн был юлды һайлауҙары, тормоштарын­да бейеү ниндәй урын биләүе хаҡында белдек.

- Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се мәктәбендә 4-се класта уҡыған саҡта сығарылыш кисәһендә вальс бейеү өсөн хо­реографтар Руслан Хәлилов, Гөлназ Хәкимова, Элеонора Лаврентьева менән бейеү өй­рәнә башланыҡ. Шул саҡта Руслан Сыртлан улы минең һәләтемде күреп, “Йондоҙ” ансамбленең төп төркөмөнә саҡырҙы һәм мин ҙур теләк менән бейеү менән шөғөлләнер­гә тотондом. Руслан ағайымдың да бейеүгә һәләте асыҡланды һәм ул да минең менән бергә “Йондоҙ” ансамблендә бейей башланы. Артабанғы тормо­шобоҙҙо бейеү сәнғәте менән бәйләүебеҙҙә “Йондоҙ”ҙоң ул саҡтағы етәксеһе Эмиль Һөй­әрғоловтың роле ҙур булды. Ул беҙгә Өфөләге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореогра­фик колледжына уҡырға барырға кәңәш итте. Үҙебеҙ ҙә бейергә яратҡанға һәм киләсәктә бей­еүсе булырға хыялланғанға күрә, уның кәңәшен тотоп, имтихан­дар тапшырып ҡарарға булдыҡ. Икебеҙ ҙә ижади турҙы уңышлы үттек һәм беҙҙең ҡайнап торған сәнғәт тормошо башланып кит­те, -тип һүҙ башланы Рөстәм Сәйғәфәров.

2022 йылда егеттәр колледж­ды уңышлы тамамлай. Руслан шул уҡ йылды Санкт-Петербург ҡалаһына хәрби хеҙмәткә алына. Әрме хеҙмәтенән һуң ул “Йон­доҙ” ансамблендә эш башлай. Бейеү серҙәрен ғилми яҡтан тағы ла тәрәнерәк өйрәнергә теләгән Рөстәм Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтына балетмейстер-ҡуй­ыусы һөнәре буйынса уҡырға инә. Беренсе курстан һуң Ека­теринбургтағы хәрби ансамблдә хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттә лә Сәйғәфәровтар профессиональ ансамбль менән төрлө ерҙәрҙә сығыш яһарға өлгөрә.

-Бейеүсе ул һөнәр түгел, ул тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләт. Бейеүҙең һәр дәүерҙә лә иң юғары сәнғәт өлгөһө бу­лып ҡаласағына ышанам. Бейеү – беҙҙең өсөн бөтә нәмә­нең башланғысы, беҙҙең уртаҡ яҙмыш. Ул беҙҙең эшебеҙ ҙә, ашыбыҙ ҙа, -ти яратҡан һөнәре тураһында Руслан.

-Эйе, бейеү – үҙе бер тор­мош. Беҙ хәҙер бейеүһеҙ йәшәй ҙә алмайбыҙ. Бына мин армия­нан ҡайтҡандың икенсе көнөндә үк үҙемдең эш урыныма – “Йон­доҙ” ансамбленә эшкә сыҡтым. Сәхнә үҙенә тартып ҡына тора. Сығыш яһаған саҡта кәйефтәр күтәрелеп китә, ниндәйҙер рәхәтлек тойғоһо кисерәһең. Ғөмүмән, сәхнәлә кисергән хис-тойғоларҙы бер ниндәй һүҙҙәр менән дә аңлатып булмай. Кешенең нисек һөйләшеүе, пантомима, актерлыҡ уйыны – барыһы ла бейеү аша күрһә­телә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ер шары – ул үҙе бер ҙур театр. Бында һәр кеше үҙенең билдәле ролен башҡара, – тип дауам итә Рөстәм.

Үҙҙәренең тәжрибәһен киләсәк быуынға өйрәтеү теләге Сәйғәфәровтарҙы педагогия өл­кәһенә алып килгән. Сәнғәт һәм мәҙәниәт тәрбиә биреүҙә, дөрөҫ идеология алып барыуҙа, илһөй­әрлек рухы тәрбиәләүҙә бик ҙур көс булып тора тигән фекерҙә улар.

-“Йондоҙ” – беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле ансамбль. Ошонда бейеү сәнғәтенә тәүге аҙымда­рыбыҙҙы яһаныҡ, артабан бейеү серҙәренә төшөндөк. Тап ошо һөнәрҙе һайлағаныбыҙ өсөн бер ҡасан да үкенгәнебеҙ юҡ. Уҡыусыларыбыҙ менән бергә үҙебеҙ ҙә сәхнәлә сығыш яһайбыҙ, яңы постановкалар эшләйбеҙ. Әлеге көндә “Йондоҙ”обоҙҙоң 30 йыл­лығын билдәләргә ең һыҙға­нып әҙерләнәбеҙ. Барығыҙҙы ла юбилей концертында көтөп ҡалабыҙ, -тиҙәр Рөстәм менән Руслан бер тауыштан.

Әйткәндәй, Сәйғәфәровтар ғаиләһенең иң бәләкәйҙәре – 12 йәшлек Рамаҙан да “Йондоҙ” ансамблендә шөғөлләнә. Һәләт­ле үҫмер синтезаторҙа ла уйнай, йырлай. Ул да киләсәктә сәнғәт юлын һайларға уйлай.

Өс бейеүсенең әсәләре Фән­зирә Фәнзил ҡыҙы Ҡырмыҫҡа­лының 1-се балалар баҡсаһын­да тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Аталары Илмир Мәҡсүт улы -хәрби хәрәкәттәр вете­раны, отставкалағы полиция хеҙмәткәре. Әлеге көндә ул мах­сус хәрби операция биләмәһен­дә илебеҙ тыныслығын һаҡлай.

-Сәнғәткә һөйөү, бейеү һәләте ҡайҙан килгән һеҙгә? – ти­гән һорауҙы ла бирмәйенсә бул­дыра алманым.

-Музыкаль һәләт әсәйем яғынан олатайыбыҙ Фәнзил Сибәғәтуллиндан бирелгәндер, тип уйлайбыҙ. Ул районда бил­дәле гармунсы, баянсы, йырсы булған, -тип яуапланылар һәм:

-Беҙҙе илаһи сәнғәт төрөнә ғашиҡ иткән, яҙмышыбыҙҙы бейеү менән бәйләргә ярҙам иткән “Йондоҙ” ансамбленең барлыҡ етәкселәренә лә оло рәхмәтлебеҙ, -тип тә өҫтәнеләр төрлө халыҡ-ара, республи­ка фестиваль-конкурстарында лауреат булыусы Руслан менән Рөстәм Сәйғәфәровтар.

Талантлы бейеүселәргә – “Йондоҙ” өлгөлө халыҡ бей­еүҙәре ансамбле етәкселәренә киләсәктә лә уңышлы ижад юлдаш булһын һәм сәхнәләрҙең түрендә һүнмәҫ йондоҙ булып балҡырға яҙһын!

Розалия НАЗАРОВА.

Уртаҡ яҙмыштары – бейеү
Уртаҡ яҙмыштары – бейеү
Уртаҡ яҙмыштары – бейеү
Уртаҡ яҙмыштары – бейеү
Уртаҡ яҙмыштары – бейеү
Уртаҡ яҙмыштары – бейеү
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас