Байрамдар
17 Апреля 2025, 05:34

Музей – кешелектең оло хәтер һандығы

Апрелдә билдәләнгән халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө беҙҙең барыбыҙҙы ла тыуған яҡтарыбыҙҙың милли йөҙөн сағылдырған, халыҡ ҡомартҡыһы булып торған тарихи урындарыбыҙ, һәйкәлдәребеҙ хаҡында уйланырға, улар тураһында хәстәрлек күрергә саҡыра.

Музей – кешелектең оло хәтер һандығыМузей – кешелектең оло хәтер һандығы
Музей – кешелектең оло хәтер һандығы

Районыбыҙҙың үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырған, тарихи ҡомартҡыларын һаҡлаған Илтуған ауылында эшләп кил­гән тарих-тыуған яҡты өйрә­неү музейына сәйәхәт ҡылдыҡ. Кешелектең оло хәтер һандығы булып торған музей – төйәге­беҙҙең тәбиғәте, иң боронғо за­мандарҙан башланған тарихы, бында йәшәгән халыҡтарҙың матди һәм рухи мәҙәниәте ту­раһында һөйләүсе ҡиммәттәрҙе туплаусы сығанаҡ. Музей хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы – мәғлүмәттәрҙе бер урынға туплау ғына түгел, шулай уҡ барлау, өйрәнеү һәм күҙ ҡараһындай итеп киләсәк быуынға тапшы­рыу.

Музей директоры Клара Ғәйфуллина экскурсияны рай­оныбыҙҙың данын күтәреүсе Ҡырмыҫҡалы икмәгенә ар­налған залдан башланы. Респу­бликала ғына түгел, бөтә Рәсәй­ҙә дан яулаған икмәгебеҙ тарихы асыҡ сағыла бында. Артабан беҙ районыбыҙҙа йәшәүсе күп һанлы милләттәр тарихын бил­дәләүсе этнография залына үт­тек. Бында башҡорт, татар, рус, сыуаш, мордва халыҡтарының милли кейемдәре һәм күп һан­лы көнкүреш әйберҙәре менән таныштыҡ.

Музейҙың бер стенаһы күре­некле мәғрифәтсе яҡташыбыҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа ар­налһа, икенсе стенаһында райо­ныбыҙҙа тыуып үҫкән данлыҡлы фән эшмәкәрҙәре, әҙәбиәт белгестәре – Ғайса Хөсәйенов, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Барый Ноғома­нов, Ирек Кинйәбулатов, Рәсих Ханнанов, Фәрит Иҫәнғолов, Фәнил Әсәнов, Шәриф Бикҡол, Рәшит Низамов, Хәмит Сәми­хов, Дилә Булгаковаларҙың фо­тоһүрәттәре менән тулыланды­рылған.

Махсус хәрби операция­ла ҡатнашыусыларға арналған зал бигерәк тә күңелдәрҙе те­трәндерҙе. Тотош бер стенаны биләгән Тыуған илебеҙ тыныс­лығы өсөн көрәштә батырҙарса һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың фотоһүрәттәренә тыныс ҡына ҡарап булмай... Бында шулай уҡ яугирҙәребеҙҙең шәхси әй­берҙәре, яу барышын сағылдырған экспонаттар урын алған.

- Музейҙан кеше өҙөлмәй. Райондаштарыбыҙҙың үҙҙәре лә тарихты сағылдырыусы әй­берҙәре менән бүлешеп тора. Шуға күрә музейыбыҙ көн­дән-көн байый. Хеҙмәт батырлығы, мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары тарихы, билдәле фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусыларҙың тормош юлын яҡтыртыуға арналған залдарҙы тулыландырыуға бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Район мәғариф бүле­генән алынған альбомдарҙа мәк­тәптәр, пионер дружиналары­ның эше тураһында бик матур мәғлүмәттәр тупланған, ләкин был мәғлүмәттәрҙе диңгеҙҙәге тамсыға тиңләргә була. Мәктәп директорҙары, уҡытыусылар коллективы һәм шулай уҡ фән­дә, мәҙәниәттә, шиғриәттә генә түгел, ә колхоз, сәнәғәт пред­приятиелары хеҙмәтендә дан ҡаҙанған сығарылыш уҡыусыла­ры тураһында ла фотоһүрәттәр менән тулыландырылған йый­наҡ ҡына мәҡәләләргә ифрат мохтажбыҙ. Райондың төп бай­лығы – уның хеҙмәтсән халҡы. Яҡташтарыбыҙҙың үҙен аямай­ынса, көндө төнгә ялғап на­мыҫлы эшләүе арҡаһында райо­ныбыҙ һәр саҡ алдынғы сафтарҙа булды һәм бара. Хеҙмәт батырҙа­ры – ябай игенселәр һәм һауын­сылар, һарыҡ һәм сусҡа ҡарау­сылар, көтөүселәр, шоферҙар, сөгөлдөрсөләр тураһында һәр ауылдан мәғлүмәттәр йыйыуҙа яҡташтарыбыҙ ярҙам күрһәтһә, бик яҡшы булыр ине. Районға, уның уңған, һәләтле халҡына ҡағылышлы барлыҡ мәғлүмәт­тәрҙе йыйып, бер урынға ту­пларға һәм уларҙы йәш быуынға аманат итеп ҡалдырырға ярҙам итерһегеҙ, тигән яҡты өмөттә ҡалабыҙ. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейының ишектәре һәр кемгә асыҡ. Ваҡытығыҙҙы бүлеп, ошо яңы ғына тыуған та­рих һаҡлау учреждениеһының ишеген асып инеп, үҙегеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ, теләктәре­геҙ менән уртаҡлашһағыҙ, бик рәхмәтле булыр инек, - тип мөрәжәғәт итә барлыҡ яҡташта­рыбыҙға музей етәксеһе Клара Дархан ҡыҙы.

Эйе, музей хеҙмәткәрҙәре өсөн фондтар эше иң төп урын­ды биләп тора. Фондты му­зейҙың йөрәге тип атарға була. Экспонаттар ни тиклем күберәк тупланһа, музейҙың экспози­циялары һәм күргәҙмәләре шул тиклем байыраҡ була. Шулай уҡ тәрбиәүи йәһәттән дә му­зейҙарҙың йоғонтоһо ҙур. Ул быуындар күсәгилешлеген тәь­мин итә. Музей һеҙҙән районы­быҙға, тарихыбыҙға бәйле тағы ла күберәк материалдар көтә. Бәйләнештә социаль селтәрен­дә “Краеведческий музей Кар­маскалинского района” тигән төркөм булдырылған һәм унда районыбыҙ музейы хаҡында киң мәғлүмәткә эйә булырға мөм­кин. Тарихи урынға рәхим ите­геҙ!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас