Даирә
+24 °С
Ямғыр
Байрамдар
10 Апрель 2025, 06:19

Сәй эсеү – халҡыбыҙҙың күркәм йолаһы

Олокүл ауылы мәҙәниәт йортонда халҡыбыҙҙың ихласлығын, киң күңеллеген, ҡунаҡсыллығын сағылдырған иң күркәм йолаға арналған “Күңелле сәй та­быны” тип аталған фольклор байрамы уҙҙы.

Сәй эсеү – халҡыбыҙҙың күркәм йолаһыСәй эсеү – халҡыбыҙҙың күркәм йолаһы
Сәй эсеү – халҡыбыҙҙың күркәм йолаһы

Сәй – ул беҙҙең халыҡтың яратҡан, көндәлек эсемлеге. Ул өшөгәндәрҙе йылыта, ҡайғырғандарҙы йыуата, ярһығандарҙы тынысландыра. Һәр кем­дең үҙе генә яратҡан сәйе, үҙе генә бел­гән сәй рецебы була. Мәтрүшкә, йүкә сәскәһе, ҡарағат, ҡурай еләге япрағы ҡушып бешерелгән сәй барыһының да күңеленә хуш килә.

Йәмле сараға йыйылған яҡташта­рыбыҙ менән бергәләшеп тәмле сәй табыны артында йырҙар йырланыҡ, шаярҙыҡ-көлдөк һәм был эсемлек ту­раһында тағы ла күберәк мәғлүмәткә эйә булдыҡ. Эйе, халҡыбыҙҙа сәйләү йолаһы борондан килә. Ҡунаҡсыллыҡ билдәһе булған сәйҙе беҙ алыҫтан кил­гән ҡунаҡтарға ла, йомош менән ингән күршегә лә тәҡдим итәбеҙ. Бер-берең менән аралашып ултырыуға саҡырған сәй табыны, ысынлап та, кешеләрҙе бер­ләштереүсе ҙур көскә эйә. Үлән сәйҙәре­нең һаулыҡ өсөн файҙалы булыуын да беләбеҙ. Быларҙың барыһы тураһында байрамды алып барыусылар бәйән итте.

Ҡунаҡтарҙың үҙҙәренең дә сәйҙең баһаһын ныҡ аңлауҙарын белдек. Улар сәй бешереү буйынса серҙәре менән бүлеште. Кемдер мәтрүшкә һәм әлморон сәйен үҙ итһә, күптәр йәшел сәйгә өҫтөн­лөк бирә.

Сәй тураһында төрлө викторина һора­уҙарына ла ихлас яуап бирҙе ауылдаштар. Күптәре оло йәштә булыуҙарына ҡара­маҫтан, уйындарҙа дәррәү ҡатнашты, таҡмаҡ әйтеп бейеүгә лә төшөп киттеләр, бәлеш рецептары менән бүлештеләр.

Күңелле йырҙар, ихлас аралашыу менән һуғарылған онотолмаҫлыҡ осрашыуҙан рухи байлыҡ туплап, яҡшы кәйеф, бөтмәҫ-төкәнмәҫ тәьҫораттар алып ҡайттыҡ.

Земфира ФӘЙЗУЛЛИНА.

Олокүл ауылы.

Автор:
Читайте нас