Байрамдар
3 Апреля 2025, 04:11

Дәрттәре лә, дармандары ла етерлек

Сәләмәтлек – һәр беребеҙгә тәбиғәттән бирелгән иң ҙур байлыҡ. Кеше тормошонда уның ниндәй мөһим урын алыуын һәм уны нисек һаҡларға икәнен аңлатыу өсөн 1948 йылдан алып Бөтә донъя сәләмәтлек көнө билдәләнә. Әгәр беҙ һаулығыбыҙҙы ҡайғыртып йәшәйбеҙ икән, тимәк был беҙҙең дә байрам. Әлбиттә, һаулыҡты бер көн генә түгел, һәр ваҡыт ҡайғыртырға кәрәк.

Дәрттәре лә, дармандары ла етерлекДәрттәре лә, дармандары ла етерлек
Дәрттәре лә, дармандары ла етерлек

Көндәлек режимды һаҡлау, шәх­си гигиена талаптарын үтәү, физик кү­некмәләр эшләү, саф һауала йөрөү, дөрөҫ туҡланыу – былар барыһы ла сәләмәтлек нигеҙе. Бала саҡтан физик эш менән шөғөлләнеп үҫкәндәр тормош ауыр­лыҡтарына ла бирешмәй. Ҡырмыҫҡалы физкультура-һауыҡтырыу комплексында шөғөлләнеүсе “Факел” сәләмәтлек төр­көмө ағзалары тап шундайҙарҙан.

Бында 57 йәштән алып 77 йәшкә ти­клем яҡташтарыбыҙ аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнәләр. Был төркөм 2014 йыл­дан бирле эшләй. Ул саҡта 12 генә кеше йөрөһә, хәҙер уларҙың һаны 45-кә ба­рып еткән. Күнекмәләр кемдең идеяһы менән һәм нисек башланып китте, ул һеҙгә нимә бирә, тигән һорауҙарыма:

- Тәүҙә тренер Роза Юнысова йәштәр өсөн генә төркөм ойошторғайны. Минең ике киленем дә унда йөрөйҙәр ине. Улар ҡайталар ҙа ҡыҙыҡһындырып һөйләйҙәр. Шунан мин килдем дә Роза Ринат ҡыҙы менән ололар өсөн төркөм асыу тураһын­да һөйләштем. Үҙебеҙҙең “Газовый” яғында йәшәгән ҡатындар менән бер­гәләп беҙ ҙә күнекмәләргә йөрөй башла­ныҡ. Тренировкалар күп көс талап иткәс, һуңыраҡ күбеһе ташланы, өс кенә кеше ҡалдыҡ. Шунан хаҡлы ялдағы башҡа яҡташтарыбыҙ ҙа ишетеп ҡалып килә башланы. Бына хәҙер, шөкөр, күбәйәбеҙ ҙә күбәйәбеҙ. Әле исемлек буйынса бар­лығы 45 кеше иҫәпләнә. Улар араһында 30-лап кеше ныҡлап шөғөлләнә. Был күнекмәләр нимә бирә тиһегеҙме? Бөт­мәҫ-төкәнмәҫ рәхәтлек бирә. Берен­сенән, бында рәхәтләнеп аралашабыҙ. Икенсенән, хәрәкәт итәбеҙ. Күптәребеҙ йыраҡта йәшәй. Шуға күрә бында йәй­әүләп килеп ҡайтыу ҙа файҙаға ғына. Бер ыңғай скандинав таяҡтары менән атлап килеүселәр ҙә байтаҡ. Күптән инде бер-беребеҙ менән дуҫлашып бөттөк, - тип яуап бирҙе Рида Әхмәҙуллина.

- “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” про­граммаһы буйынса сәйәхәттәргә лә бер­гәләшеп йөрөйбөҙ. Район үҙәк дауаха­наһынан табиптар килеп төрлө ҡыҙыҡлы, файҙалы лекциялар уҡый. Районда уҙға­рылған сараларҙа ла күмәкләшеп әүҙем ҡатнашабыҙ. Буш ваҡыттарҙа ҡайһыла­рыбыҙ мәсеткә йөрөй, кемдәрҙер ҡыш көнө һыу инергә ярата. Шулай уҡ һәр шәмбе иртәһендә Аҡкүл паркында уҙға­рылған “Сәләмәтлек уҙышы”нан да ҡал­майбыҙ. Унда инде кем йүгерә, кем скан­динав таяҡтары менән атлап уҙа. Хәҙер шаршамбы көндө лә кис бында йыйылы­шабыҙ. Беҙҙең өсөн бер иш кейемдәрҙе Фәүзиә Аҡкүбәкова юллап ала. Биш төрлө формабыҙ бар инде. Беҙҙең аранан 20-ләгән кеше махсус хәрби операци­яға ярҙам итер өсөн штабҡа йөрөй. Бер ғаилә кеүек булып бөттөк. Бер-беребеҙҙе күрмәһәк һағынышабыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙың йәше юҡ, беҙ бөтәбеҙ ҙә йәштәр, ма­турҙар, - тип тиҙ генә бер-бер артлы хәбәрҙәрен теҙҙеләр ҙә апайҙар, дәртле көй аҫтында күнекмәләрен башлап та ебәрҙеләр.

Әйткәндәй, дәрт-дармандары ташып торған был ханымдар Гөлзимә Нәҙерши­на һәм Татьяна Ибракова тренерлығында шөғөлләнәләр.

Ғәлиә Хәкимова, Гөлзимә Нәҙер­шина, Лилиә Рәхимғолова, Фәйрүзә Шәрипова, Рима Даянова, Венера Ла­типоваларҙың ураҙала булыуҙарына ҡа­рамайынса, бер күнекмәне лә ҡалдыр­мауҙары һоҡландырҙы. “Һыуһатмаймы, арытмаймы, ҡыйын түгелме?” - тип һо­райым.

- Бер ҙә генә ҡыйын түгел. Иртән ашағанбыҙ бит. Һыуһатһа ла, үтеп китә ул бер аҙ ваҡыттан, - ти улар.

Шау-гөр килеп, шаяра-көлә бер туҡтауһыҙ төрлө күнекмәләр эшләүселәрҙе бер сәғәт буйы күҙәтеп ул­тыра торғас, хатта, үҙем арып киткәндәй булдым. Эйе, кешенең һәр йәһәттән – физик, рухи, психик яҡтан һау-сәләмәт булыуы мөһим. Кеше сәләмәт булһа, һәр нәмәнән шатлыҡ, ҡыуаныс таба. Райо­ныбыҙҙа ошондай әүҙем сәләмәт тормош алып барған, спорт менән шөғөлләнгән­дәр бихисап булыуы ҡыуандыра.

Ихласлыҡ, йылылыҡ, нур бөркөлөп торған яҡташтарымды киләсәктә лә бө­гөнгө шат, сәләмәт, бәхетле йылмайыуҙары, күңел көрлөгө, йәшәү көсө ташла­маһын. Алла бирһә, хаҡлы ялға сыҡһаҡ, беҙ ҙә һеҙгә ҡушылырбыҙ!

Гөлзимә НӘҘЕРШИНА:

- Һөнәрем буйынса иҡтисадсымын. 36 йыл район мәғариф бүлегендә эшләп, 44 йыллыҡ дөйөм стаж менән пенсияға сыҡтым. Ҡыш көнө ғаилә менән саңғыла йөрөйбөҙ. Саңғы ярыштарында ҡатнашып, район хакимиәте башлығының ике кубогына эйә булдым. Йәй көндәрендә һыу инергә, ғаиләбеҙ менән сәйәхәт итергә яратабыҙ. Мөм­кинлек булғанда диңгеҙгә лә барып ҡайтабыҙ.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексында хаҡлы ялдағы яҡташтарымдың йыйылышып кү­некмәләр яһағанын белә инем, эштән туҡтағас та, мин улар янына килдем. Шунан бирле бын­да шөғөлләнәм. Миңә бында ныҡ оҡшай. Кү­некмәләргә килмәгән көндәрем юҡ тиерлек. Та­тыубыҙ, бергәләшеп экскурсияларға йөрөйбөҙ. Шәмбе көндәрендә иһә ярты сәғәт эсендә кем нисә тапҡыр күлде урап сыға, барыһы ла исемлек буйынса теркәлеп бара. Яҡташтарымдың барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, илебеҙ тыныс булһын!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Дәрттәре лә, дармандары ла етерлек
Дәрттәре лә, дармандары ла етерлек
Дәрттәре лә, дармандары ла етерлек
Автор:
Читайте нас